Удельно-Дыуанай

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Удельно-Дыуанай
Удельно-Дыуанай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Благовещен районы

Координаталар

55°10′24″ с. ш. 55°50′15″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 215 861 001

ОКТМО коды

80 615 461 101

ГКГН номеры

0521288

Удельно-Дыуанай (Рәсәй)
Удельно-Дыуанай
Удельно-Дыуанай
Удельно-Дыуанай (Башҡортостан Республикаһы)
Удельно-Дыуанай

Удельно-Дыуанай (рус. Удельно-Дуваней) — Башҡортостандың Благовещен районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1079 кеше[1]. Почта индексы — 453442, ОКАТО коды — 80215861001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 1079 510 569 47,3 52,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауыл тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Благовещен районы Удельно-Дыуанай ауылы башҡорттарҙың Дыуанай ырыуы ерендә урынлашҡан. Һәр халыҡтың сығышын өйрәнеү фәндә иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе.

Теге йәки был милләттең барлыҡҡа килеүен күҙ алдына килтереү өсөн этнография, археология, антропология, тел белеме, тарих һәм башҡа фәндәр йәлеп ителә. Улар араһында иң ҡиммәтлеләренең береһе – халыҡтың ырыу составы. Ул бигерәк тә төрки, монгол халыҡтарының хәтерендә ҡалған. Был ғәжәп түгел. Сөнки үҙ затыңдың 7, 12, 14 быуынын белеү был халыҡтарҙа борондан мотлаҡ булған.

Башҡорттоң 7 ырыуын яттан белмәгән кеше юҡтыр. Әммә ғәмәлдә уларҙың һаны күберәк. Мәҫәлән, Дыуанай ырыуы хаҡында тарихи сығанаҡтарҙа бик аҙ мәғлүмәт һаҡланған. Билдәле ғалим Рим Янғужин, үҙ хеҙмәттәрендә был ырыу хаҡында яҙып ҡалдырған. Тарихи сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Дыуанай ырыуы этник йәһәттән Алтайҙа һәм Монголияла йәшәгән төрки ҡәбиләләргә барып тоташа.

Тимур Ильясов, БДУ-ның Башҡортостан тарихы һәм этнологияһы кафедраһы аспиранты: «Әлбиттә, Дыуанай ырыуы бул-ған. Быны бик күп тарихи сығанаҡтар ҙа иҫбатлай, топографик атамалар ҙа раҫлай. Шул уҡ Удельно-Дыуанай ауылы Ҡазан юлына ингән Дыуанай олосон алһаҡ, был админинистратив биләмә 1730 йылдарҙа уҡ булған. Һәм ул тап Дыуанай ырыуы ерҙәрен үҙ эсенә алған. Этнографтар билдәләүенсә, был ырыу Үҙәк Азияла формалашҡан, артабан Урта Азияла төрөкләшкән. Хатта шул да мәғлүм: татар-монгол ғәскәре менән дыуанай-ҙар Ҡара диңгеҙгә тиклем барып етәләр. Дыуанайҙарҙың йылҡысы ырыу-ара бүленеше булғанлығы ла билдәле. Был факттарҙың барыһы ла ҡасандыр Дыуанайҙар-ҙың ҙур һәм көслө ырыу булғанлығын иҫбатлай».

Архивтарҙа 17, 18 быуаттарҙа Бөрө ҡалаһы тирәһендә Дыуанай олосо булыуы хаҡында материалдар һаҡланған. Быны урыҫ телен-дә баҫтырылған 16, 18 быуаттағы сығанаҡтар ҙа раҫлай. Мәҫәлән, Петр Иванович Рычковтың яҙмаларында ла Дыуанай олосо, ырыуы хаҡында телгә алына. Ә бына артабан 19 - 20 быуат баштарында тупланған этнография һәм архив материалдарында Дыуанай ырыуы хаҡында мәғлүмәттәр табылмаған. Һәм Дыуанай ырыуының яҙмышы хаҡында теүәл генә итеп берәү ҙә беҙгә мәғлүмәт бирә алманы. Әммә шуныһы билдәле – Дыуанай ырыуын тарихсылар түбәнге Ағиҙел башҡорттары, тип атаған һәм Благовещен районының Удельно-Дыуанай ауылы тап ошо ырыу ерҙәрендә урынлашҡан.

Удельно-Дыуанай ауылы барлыҡҡа килеүе менән 17 быуатта Өфө ҡалаһының, әлеге Октябрь революцияһы урамында урынлашҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың Рождественский монастыренә бурыслы. Дини ҡорам ҡарамағына Ағиҙел йылғаһы үҙәнендәге Дыуанай бушлыҡтары бирелә һәм монастырь унда үҙенең крепостной крәҫтиәндәрен күсереп ултырта. Шулай итеп, башта был төбәктә Монастр-Дыуанайы ауылы барлыҡҡа килә.

Иван Семенов: «Михаил батша Указы менән монастырҙарҙа крепостной крәҫтиәндәрҙе тотоу тыйылғас, улар иреккә сыға һәм ҡайҙа теләй шунда төпләнә. Бер нәмә лә булмаған был ерҙәр административ бүленеш буйынса Ҡазан юлы Башҡорт түбәһе Дыуанай пустоштары тип атала. Батша хөкүмәтенеке булған был ерҙәргә Монастыр-Дыуанайы ауылынан 12 ғаилә күсеп килә лә инде» 17 быуаттың тәүге яртыһында нигеҙ һалынған Удельно-Дыуанай ауылы бик тиҙ үҫешә. Быға Ағиҙел йылғаһының һәм Ҡазан юлының яҡынлығы ла булышлыҡ итә.

18 быуат башына ауылда йәмғеһе 320 кеше йәшәгән, тип архив документтарында теркәлгән. Урмандарға һәм уңдырышлы ерҙәргә бай Дыуанай бушлыҡтарына Рәсәйҙең үҙәк губернияларынан да бик күптәр күсеп килә. Ауылдың артабанғы үҫешенә Благовещен баҡыр эретеү заводының асылыуы ла этәргес көс бирә.

1827 йылда ауылда ике класлы мәктәп асыла. 19 быуат аҙағына тиклем унда тик малайҙар ғына уҡый. Ҡыҙҙарҙы ата-әсәләр уларға уҡыу кәрәкмәй тип мәктәпкә ебәрмәй. 20 быуат башында фельдшер-акушерлыҡ пункты асыла. 1951 йылдан Удельно-Дыуанайҙың 7 йыллыҡ мәктәбе төп белем биреү учреждениеһы итеп үҙгәртелә.

Әлеге ваҡытта Удельно-Дыуанайҙа 513 йорт иҫәпләнә. Ауылда йәшәүселәрҙең 80 проценты урыҫтар. Башҡорттарҙан бында 24 кеше йәшәй[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]