Узон
| Узон | |
|---|---|
| Урынлашыуы | |
| 54°30′00″ т. к. 159°55′00″ кс. о._type:landmark HGЯO | |
| Ил | |
| РФ субъекты | Камчатка крайы |
| Күрһәткестәре | |
| Вулкан формаһы | Кальдера |
| Барлыҡҡа килеү осоро | Һуңғы Плейстоцен |
| Иң юғары нөктәһе | |
| Абсолют бейеклеге | 1617 м [1] |
Узон — Камчатка ярымутрауындағы Кроноцкий күленән көньяҡтараҡ Кронок ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан һүнгән вулкан. Был заман вулканизмының, минераль һәм мәғдән барлыҡҡа килеүҙең уникаль урыны, планетала иң йәш нефть сығыу урыны[2].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Узон вулканы конус формаһында була һәм бейеклеге яҡынса 3000 м була. Көслө атылыуҙарҙан һәм емерелеүҙәрҙән һуң кальдера формаһын ала[3].

Узон вулканы кальдераһы[4][5][6] Камчатканың ҙур кальдералары иҫәбенә инә. Ул киңлек йүнәлешендә 12 километрға тиклем һәм меридиан йүнәлешендә 9 километрға тиклем ҙур уйпатлыҡтан ғибарәт.
Кальдераның майҙаны яҡынса 100 квадрат километр. Төбө сағыштырмаса яҫы, 700 метр кимәлендә урынлашҡан. Көньяҡтан, көнбайыштан һәм төньяҡтан 200 метрҙан 800 метрға тиклем бейеклектәге текә ҡалҡыулыҡтар менән уратып алынған, улар яйлап тышҡы яйлаға күсә. Иң юғары нөктәһе — Бараний түбәһе[7]. Уның бейеклеге төрлө сығанаҡтарҙа 1617 м[3] һәм 1591 м[7]. тип күрһәтелә[7]. Картала кальдераның төньяҡ-көнбайышында бейеклеге 1591,8 м булған Узон сопкаһы бар[8][5]. Бараний түбәһе Һәм Узон сопкаһы — бер үк түбә[7].
Кальдера яҡынса 40 мең йыл элек Узон вулканының көслө атылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Уның көнсығыш өлөшөндә диаметры 1,65 километрлыҡ Камчаткалағы иң ҙур буранкаларҙың береһе урынлашҡан. Көнбайыш өлөшө һаҙлыҡлы, бында шулай уҡ бер нисә күл бар.
Көнбайыш өлөшөндә 100-гә яҡын сығанаҡ һәм 500-ҙән ашыу айырым гидротермаль күренеш иҫәпләнә. Флора һәм фауна ла төрлө һәм сағыу. Айырыуса һыу үҫемлектәренең һәм бактерияларҙың төрҙәре ҡайнар ағыулы эретмәләрҙә йәшәй ала[7].

1854 йылда геолог Карл Дитмар Узон минераль сығанаҡтарын аса[9][10]. Һыу составы буйынса углекислоталы, көкөртлө. Ҡайһы бер инештәрҙә радон теркәлгән.
Урындағы гидротермаль әүҙемлектең артыуы ғалимдарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, улар Узон вулканы кальдераһында тәбиғәт лабораторияһын күрә, унда төрлө геологик процестарҙы тере килеш күҙәтергә мөмкин. Мәҫәлән, 2008 йылда 6 метр бейеклектәге яңы гейзер барлыҡҡа килеүе күҙәтелә[11].
Узон вулканы кальдераһы Гейзерҙар үҙәне менән бергә Узон-гейзер вулкан-тектоник депрессияһын барлыҡҡа килтерә[12].
Һаҡлау статусы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Узон вулканы кальдераһы — Кронок ҡурсаулығы объекттарының береһе, Рәсәйҙең айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренә инә, халыҡ-ара статуслы биосфера резерваты, Камчатка вулкандары объекты составында ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни һәм тәбиғи мираҫы объекты булараҡ билдәләнгән. Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы (МСОП, IUCN) классификацияһына ярашлы, ҡәтғи тәбиғәт резерваты[13].
- Узон
- Узон йылылыҡ сығанаҡтары
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Uzon (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- ↑ Кальдера вулкана Узон — Чудеса России 2010 йыл 2 апрель архивланған.
- 1 2 Узон - Вулканы мира. www.wulkano.ru. Дата обращения: 6 ноябрь 2020. Архивировано 1 октябрь 2020 года.
- ↑ Кальдера Узон (№ 0679286) / Реестр наименований географических объектов на территорию Камчатского края по состоянию на 5.10.2020 // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
- 1 2 Лист карты N-57-56 соп Тауншиц. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ Лист карты N-57-57 влк Крашенинникова. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- 1 2 3 4 Вулкан Узон 2012 йыл 24 июль архивланған. — Краеведческий сайт о Камчатке.
- ↑ Узон (№ 0259401) / Реестр наименований географических объектов на территорию Камчатского края по состоянию на 5.10.2020 // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
- ↑ Ф. А. Лодис, В. И. Семенов. Краткая история освоения источников Камчатки // Камчатка — край лечебный. — Петропавловск-Камчатский: Дальневосточное книжное издательство, Камчатское отделение, 1993. — 150 с. — ISBN 5-7440-0389-4.
- ↑ Поездки и пребывание в Камчатке в 1851-1855 гг.. Ч. 1. Исторический отчет по путевым дневникам.
- ↑ Новый гейзер в кальдере вулкана Узон. Дата обращения: 6 март 2010. Архивировано из оригинала 26 август 2016 года. — «Вестник Краунц. Науки о Земле» № 2, 2009.
- ↑ Долина Гейзеров и кальдера Узон. Лаборатория геологии геотермальных полей Института вулканологии и сейсмологии ДВО РАН. Дата обращения: 6 ноябрь 2020. Архивировано 16 ғинуар 2020 года.
- ↑ Кроноцкий | ООПТ России. oopt.aari.ru. Дата обращения: 6 ноябрь 2020. Архивировано 26 ғинуар 2021 года.
Литература
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карпов Г. А. «В кальдере вулкана» (рус.). — М.: «Наука (издательство), 1980.
- Рудич К. Н. «Плутон бежит из ночи». — М.: «Недра», 1980. — 111 с.
- А. Стенченко «В кальдере вулкана Узон» (рус.) // «Охота и охотничье хозяйство» : журнал. — М.: Минсельхоз СССР и Росохотрыболовсоюз, 1976. — № 4. — С. 20–21.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Uzon (инг.) на сайте Global Volcanism Program Смитсоновского института
- John Seach. Uzon Volcano (ингл.). Volcano Live. Дата обращения: 25 февраль 2022.
- В. А. Семёнов. Вулкан Узон (сопка Узон, Бараний Пик, Uzon-Geysernaja caldera, Goryashi Dol). «Камчатский край» (2008). Дата обращения: 25 февраль 2022.
- Пейзажи и обитатели кальдеры вулкана Узон в LiveInternet.ru.
- Открой Камчатку / Уникальные природные объекты / Кальдера вулкана Узон. Сайт Кроноцкого заповедника. Дата обращения: 25 февраль 2022.