Уйылды (Арғаяш районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уйылды
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Кузнецк ауыл биләмәһе[2]
Почта индексы 456890
Карта

Уйылды (рус. Увильды) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Арғаяш районындағы ҡасаба. Кузнецк ауыл биләмәһе составына инә.

Уйылды ҡасабаһы Ошо уҡ исемле күл буйында урынлашҡан. Бында шулай уҡ «Уйылды» курорты бар (майҙаны 115 га)[3].

Исеменең килеп сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атамаһы буйынса версиялар төрлө. ХVIII быуатта урыҫ яҙмаһында әлеге йылға Увелди, Увельди, Уелды, Увелги варианттары, шулай уҡ башҡорт әйтелешендәге варианттарында килтерелә — Уелдекуль, Уелдекул. Топоним ике башҡорт һүҙҙәренән — уйылды һәм күл — тора, тип иҫбатлана[4]. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегенән: уй — Һуҙылып киткән түбән ер; уйһыу, уяҙ; уйһыу — түбәнерәк булып ятҡан ҙур, иркен ер[5]. Башҡортса уйылып төштө тигән төшөнсә бар. Шуваловтың фаразлауынса ла уйыл, уел, уелды — «низина», «впадина», «углубление», «провал». Уйылдыкүл — «соҡорҙағы күл» («озеро во впадине», йәки «озеро провальное или углубленное»). Ысынлап та, күлдең формаһы соҡорҙо хәтерләтә. Топоним «уйпаттағы күл» йәки «убылған (уйылған) күл» тигәнде аңлатыуы ихтимал.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2010[7]
753577

2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ҡасабала барыһы 577 кеше йәшәй (254 ир-ат һәм 323 ҡатын-ҡыҙ). Хәҙерге ваҡытта ҡасабала башлыса урыҫтар йәшәй.

Урамдар селтәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡасабала 17 урам бар[8].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. ОКТМО (урыҫ)
  3. Курорт Увильды
  4. Шувалов Н. И. Увильды // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. [1] Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге
  6. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  7. Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  8. Регионы России → Челябинская обл. → Аргаяшский р-н → Увильды п.