Украинала президент һайлау (2019)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украинала президент һайлау
Рәсем
Дәүләт  Украина
Юрисдикция таралышы Украина
Алдағы Президентские выборы на Украине (2014)[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Cледющие Президентские выборы В Украине[d]
Ваҡиға ваҡыты 31 март 2019 һәм 21 апрель 2019
Ҡатнашыусылар Владимир Зеленский
Это выборы на должность Украина Президенты
Победивший кандидат Владимир Зеленский
Кандидаты Владимир Зеленский, Пётр Алексеевич Порошенко[d], Юлия Владимировна Тимошенко[d], Юрий Анатольевич Бойко[d], Анатолий Степанович Гриценко[d], Игорь Петрович Смешко[d], Олег Валерьевич Ляшко[d] һәм Руслан Владимирович Кошулинский[d]
Избирательная система система абсолютного большинства[d]
Количество избирательных участков 29 982
 Украинала президент һайлау (2019) Викимилектә

Украинала 2019 йылғы Президент һайлау — етенсе (сираттағы) Украина Президентын һайлау; ике турҙа үткәрелә: 2019 йылдың 31 мартында һәм 21 апрелендә. Владимир Зеленский еңеү яулай.

Юғары Рада ҡарарына ярашлы, беренсе тур 2019 йылдың 31 мартында үтә[1]. Тауыш биреү лидеры Владимир Зеленский була, әммә 50 проценттан ашыу тауыш йыя алмағанға күрә, икенсе тур тәғәйенләнә[2].

2019 йылдың 21 апрелендә һайлауҙың икенсе туры үтә. Унда Владимир Зеленский һәм Петр Порошенко ҡатнаша[3]. Бюллендәрҙең 100 % эшкәртеү һөҙөмтәләре буйынса күпселек тауышты (73,23 %) Зеленский йыя[4][5]. Ғәмәлдәге президент еңелеүен танырға мәжбүр була[6].

Һайлау системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина президенты дөйөм милли округта биш йылға һайлана. Һайлауҙа ҡатнашу өсөн Украина гражданы 35 йәштән оло булмаҫа, украин телендә һөйләшергә, һайлау көнө алдынан 10 йыл дауамында даими рәүештә ил территорияһында йәшәргә һәм ике гражданлы булмаҫҡа тейеш. Бер кеше бер рәттән ике мөҙҙәт президент вазифаһын биләй алмай[7]. Кандидаттарҙы теркәлгән сәйәси партиялар ғына тәҡдим итә алалар. Теркәү һайлау кампанияһынрәсми рәүештә иғлан иткән мәлдән башлана, шулай уҡ үҙ-үҙен тәҡдим итеү мөмкин. теркәү һайлау кампанияһы рәсми рәүештә мәленән башалана һәм һайлауҙарҙың көнөнә тиклем 55 көн ҡалғанға тиклем дауам итә. Һәр кандидат 2, 5 миллион гривна разверында залог индерергә тейеш. Һайлау залогы теркәлмәгән канлидаттарға, һайлауҙарҙың еңеүсеһенә, шулай икенсе турға сыҡҡан кандидатҡа кире ҡайтарыла. Һайлау бюллетенендә теркәлеү үткән кандидаттарҙың фамилиялары алфавит тәртибендә урынлашҡан. Һайлауҙарҙа еңеү өсөн кандидат 50 проценттан ашыу тауыш йыйырға тейеш. Әгәр беренсе турҙакандидат кәрәкле тауыш йыя алмаһа, беренсе турҙан һуң өс аҙнанан икенсе тур тәғәйенләнә, унда иң күп ттауыш йыйған ике кандидат ҡатнаша.

Һайлау администрацияһы өс кимәлгә бүленә: Үҙәк һайлау комиссияһы (ЦИК), 225 округ һайлау комиссияһы (ОИК) һәм 30 000 участка һайлау комиссиялары (УИК). Әммә Украина хөкүмәте контроле аҫтында булмаған территорияларҙа ҡайһы бер ОИК-тар һәм УИК-тар булдырылмай. Мәҫәлән, 2014 йылғы президент һайлауҙарында 213 кенә ОИК ойошторола. Шулай уҡ тауыш биреү 72 илдә Украинаның 105 дипломатик һәм консул вәкиллектәрендә үткәрелә[7].

Украина Үҙәк һайлау комитеты — ирекле, һайлауҙарҙы үткәреү һәм ойоштороу өсөн яуаплы даими нигеҙҙә эште алып барған институт. Үҙәк һайлау комитетына 17 кеше инә, уларҙы парламент президенттың тәҡдимдәре нигеҙендә ете йыллыҡ мөҙҙәткә тәғәйенләй. ОИК-тар тейешле округтарҙа һайлауҙарҙы ойоштороу, шул иҫәптән УИК-тарҙы булдырыу, уларҙы административ ярҙамы менән тәьмин итеү, һайлаусылар исемлеген булдырыуҙы контроль аҫтында тотоу, күҙәтеүселәрҙе теркәү һәм округта тауыш биреү һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһау өсөн яуаплылар. Президент һайлауҙарында ҡатнашҡан кандидаттарҙың тәҡдимдәре нигеҙендә 12 ағзанан торған ОИК-тар һайлауҙарға тиклем 40 көнгә тиклем ойошторола. УИК-тар тауыш биреү көнөнә тиклем 18 көн ҡалғас булдырыла һәм үҙ составына, участкаға беркетелгән һайлаусылар һанынан сығып, 10 −18 ағза индерә алалар[7].

Һайлау көнөнә 18 йәше тулған бөтә граждандар тауыш биреүҙә ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Психик яҡтан эшкә һәләтһеҙ тип танылған кешеләр тауыш биреү хоҡуғҡынан мәхрүм ителә. Һайлауҙарға тиклем 14 көн алда йәмәҙәт күҙәтеүе өсөн һайлаусыла исемлеге нәшер ителә. Граждандао үҙ УИК-тарында һайлаусылар исемлеген тикшерә алалар. Һайлау көнөндә теркәлеү тыйыла[7].

2018 йылдың 30 ноябренә ҡарата ил территорияһында дөйөм һайлаусылар һаны 35 622 943. Тағы ла 522 мең тирәһе граждандар башҡа илдәрҙә теркәлә һәм консуллыҡтарҙа һәм илселектәрҙә тауыш бирә алалар[7].

Кандидаттар үҙ һайлау агитацияһын Украина Үҙәк һайлау комиссияһында теркәлгәндең икенсе көнөнә башлай ала. Һайлау алды кампанияһы һайлауҙар алдындағы аҙаҡҡы йома көнөндә (2019 йылдың 29 мартындағы һайлауҙар) тамамлана. Икенсе тур алдынан агитация икенсетур иғлан ителгән көндә башлана һәм һайлау алдындағы йома көнөндә тамамлана. Закон буйынса агитация алып барыу аҡса, эш, бушлай тауар һәм хеҙмәттәр вәғәҙә итеү тыйыла[7].

Хроника[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2018 йылдың 26 ноябрендә Украина Юғары Радаһы, илдә хәрби хәл индереүгә ҡарамаҫтан, һайлау көнөн раҫлай — 2019 йылдың 31 марты[8].

2019 йылдың 8 февралендә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы Украина президент вазифаһына кандидаттарҙы теркәү процесын тамамлай. Бөтәһе 44 кандидат теркәлә[9], һуңынан уларҙы араһынан биш кеше һайлауҙа ҡатнашыуҙан баш тарта, шулай итеп, бюллетендәрҙә 39 кандидаттар фамилияһы була.

Февраль аҙағында һәм март башында АҠШ вәкилдәре Украина президентына кандидаттар менән бер нисә осрашыу үткәрә. Мәҫәлән, 27 февралдә, йәмәғәт фекере буйынса, иң популяр кандидаты Владимир Зеленский, ә шулай уҡ икенсе мөҙҙәткә үҙ кандидатураһын тәҡдим иткән Петр Порошенко менән Украинала АҠШ Дәүләт департаментының махсус вәкиле Курт Волкер һәм Украинала АҠШ илсеһе Мари Йованович осраша[10]. 7 мартта АҠШ дәүләт секретары урынбаҫары Дэвид Хэйл төп кандидаттар менән осрашыуҙар үткәрә. Был хаҡта ул Киевта матбуғат конференцияһында шул уҡ көндәрҙә хәбәр итә[11].

22 мартта Украинала Һайлау алды ғауға ҡубып ала, ул Украина президенты кандидаты Юрий Бойконың Рәсәй премьер-министры Дмитрий Медведев менән осрашыуға бәйле була. Осрашыуҙа ике яҡлы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙең торошо ҡарала, шул иҫәптән газ өлкәһендә. Осрашыуҙа шулай уҡ «Газпром» ПАО идаралығы рәйесе Алексей Миллер һәм «Оппозицион платформа — Тормош өсөн» украин партияһының сәйәси советы башлығы Медведчук Виктор та ҡатнаша[12][13]. Шул уҡ көндө һуңғараҡ Украина хәүефһеҙлек хеҙмәте Украина президентына кандидаттың Рәсәйгә сәйәхәтенең законлығын тикшерә башлай[14]. Украина Юғары Радаһы ла осрашыуға үҙ фекерен белдерә[15].

2019 йылдың 31 мартында участкалар урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 8:00 асыла (UTC+3). Президент посына 39 кеше дәғүә итә[16]. Һайлаусыларҙың 62,8 % тауыш биреүҙә ҡатнаша. Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса икенсе турға Владимир Зеленский (30,24 % тауыш) һәм Петр Порошнеко (15,95 % тауыш) үтәләр[17].

2019 йылдың 19 апреленән киске сәғәт 19:00-ҙа "Олимпия"ла ПетрПорошенко һәм Владимир Зеленский араһында дебаттар уҙғарыла, стадионда 22 меңдән ашыу кеше була[18].

2019 йылдың 21 апрелендә һайлауҙың икенсе туры үткәрелә. Барыһы һайлаусыларҙың 61,37 % тауыш бирә.

Украин Үҙәк һайлау комиссияһы һәм экзитполдар һорауҙары буйынса яҡынса һөҙөмтәләре буйынса[19][20], икенсе турҙа Зеленский Порошенконы еңергә тейеш була (73 % — яҡынса 24 %). Тауыштар иҫәпләүе тамамланғандан һуң әлеге мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килә: Зеленский — 73,23 %, Порошенко — 24,46 %[6].

Украина президенты һайлауҙарында еңеү яулаған Зеленскийҙы Украинаның ағымдағы президенты Петр Порошенко[21], АҠШ президенты Дональд Трамп, Франция президенты Макрон Эмманюэль[22], Белоруссия президенты Александр Лукашенко[23], Бөйөк Британияның сит ил эштәре министры Джереми Хант, Польша президенты Анджей Дуда, Канаданың премьер-министры Джастин Трюдо, Грузияның премьер-министры Мамука Бахтадзе, Арменияның премьер-министы Никола Пашинян, Латвия һәм Эске эштәр минстрдлыҡтары башлыҡтары Линас Линкявичюс һәм Эдгарс Ринкевичс, Австрия канцлеры Себастьян Курц, Швеция сит ил эштәре министры Маргот Вальстрем ҡотланылар[24].

25 апрелдә Рәсәй Президенты Владимир Путин, Рәсәй «Украина менән бәйләнештәрҙе тулы кимәлдә тергеҙергә» әҙер, әммә быны «бер яҡлы тәртиптә» эшләй алмауын белдерә. Шулай уҡ ул, әгәр Киевта власҡа килгән кешеләр үҙҙәрендә Минск килешеүҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн көс тапһалар, беҙ бөтә саралар менән быға булышлыҡ итәсәкбеҙ һәм, Украинаның көньяҡ-көнсығышындағы хәлдәрҙе яҡшыртыу өсөн, барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип белдерә[25].

2019 йылдың 30 апрелендә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы президент һайлауҙарының икенсе турына рәсми йомғаҡ яһай[26].

Кандидаттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украина Үҙәк һайлау комиссияһы Украина президенты вазифаһына 44 кандидат теркй, уларҙың бишәүһе үҙ кандидатураларын алдылар. Һайлауҙар көнөндә тауыш биреү бюллетенендә 39 кандидат фамилияһы була[28], улар түбәндәге таблицала күрһәтелгән:

Кандидат Эшмәкәрлеге/вазифаһы

(дәғүә итеү мәленә)
Тәҡдим итеү

субъекты
Сығанаҡ Теркәү

датаһы
Игорь Шевченко «Успешная Украина» мәрхәмәтлек ойошмаһы президенты Украина меритократик партияһы [29] 4 ғинуар
Сергей Каплин Украина халыҡ депутаты Украина социал-демократик партияһы 8 ғинуар
Валентин Наливайченко «Валентин Наливайченконың „Справедливость“ йәмәғәт-сәйәси хәрәкәте» сәйәси партияһы рәйесе Валентин Наливайченконың «Справедливость» йәмәғәт-сәйәси хәрәкәте 8 ғинуар
Виталий Скоцик НУБиП йылҡысылыҡ һәм солоҡсолоҡ кафедраһы профессоры Үҙ-үҙен күрһәтеү 8 ғинуар
Анатолий Гриценко «Киево-Могилянская академия» Милли университетында политология кафедраһы доценты, «Гражданская позиция» партияһы лидеры «Гражданская позиция» 15 ғинуар
Виталий Куприй Украина халыҡ депутаты Үҙ-үҙен күрһәтеү 15 ғинуар
Геннадий Балашов Эшҡыуар, «5.10» партияһы лидеры «5.10» 18 ғинуар
Ольга Богомолец Украина халыҡ депутаты Үҙ-үҙен күрһәтеү 18 ғинуар
Александр Шевченко Украина халыҡ депутаты «УКРОП» 21 ғинуар
Роман Насиров Украина халыҡ депутаты, Европа налог хакимиәттәре ойошмаһы башлығы, Украина Дзюдо федерацияһы президенты Үҙ-үҙен күрһәтеү 21 ғинуар
Юрий Бойко Украина халыҡ депутаты, Герой Украины, «Оппозиционная платформа — За жизнь» партияһы лидеры Үҙ-үҙен күрһәтеү 22 ғинуар
Олег Ляшко Украина халыҡ депутаты, Олег Ляшконың Радикаль партияһы лидеры «Олег Ляшконың Радикаль партияһы» 25 ғинуар
Аркадий Корнацкий Украина VIII саҡырылыш халыҡ депутаты Үҙ-үҙен күрһәтеү 25 ғинуар
Александр Вилкул Украина халыҡ депутаты «Оппозицион блок — Тыныслыҡ һәм үҫеш партияһы» 25 ғинуар
Александр Мороз Пенсионер «Александр Мороздың социалистик партияһы» 25 ғинуар
Юлия Тимошенко Украина халыҡ депутаты, «Батькивщина» партия лидеры «Батькивщина» 25 ғинуар
Илья Кива Украина Эске эштәр министрлығы Бөтә Украина хеҙмәткәрҙәре профессиональ союзы рәйесе, Украина Социалистик партияһы башлығы «Украина Социалистик партияһы» 25 ғинуар
Руслан Кошулинский Бөтә Украина «Свобода» берекмәһе башлығы урынбаҫары Бөтә Украина «Свобода» берекмәһе 28 ғинуар
Александр Данилюк «ЦЕНТР ОБОРОННЫХ РЕФОРМ» йәмәғәт ойошмаһы етәксәһе, «„Спильна справа“ йәмәғәт хәрәкәте» партияһы ағзаһы Үҙ-үҙен күрһәтеү 28 ғинуар
Сергей Тарута Украина VIII саҡырылыш халыҡ депутаты, «Основа» партияһы лидеры «Основа» 29 ғинуар
Игорь Смешко тарас шевченко исемендәге Киев милли университетында кафедра профессоры, «Сила и честь» партияһы лидеры Үҙ-үҙен күрһәтеү 30 ғинуар
Инна Богословская Бөтә Украина «Вече Украины» йәмәғәт ойошмаһы башлығы Үҙ-үҙен күрһәтеү 30 ғинуар
Владимир Зеленский Шоумен, киноактёр, кинорежиссёр, сценарист, продюсер, «Квартал-95» студияһының художество етәксеһе һәм алмаштырғыһыҙ лидеры «Слуга народа» 30 ғинуар
Николай Габер Помощник-консультант народного депутата Украины, председатель «Патриотической партии Украины» Үҙ-үҙен күрһәтеү 1 февраль
Юрий Деревянко Украина халыҡ депутаты «Воля» 1 февраль
Роман Бессмертный Киев Милли мәҙәниәт һәи сәнғәттәр университетының халыҡ-ара кафедраһы доценты Үҙ-үҙен күрһәтеү 4 февраль
Виктор Бондарь Украина халыҡ депутаты, «Возрождение» партияһы башлығы «Возрождение» 4 февраль
Сергей Носенко «Интернешнл Инвестмент Партнерс Украина» ЯСЙ өлкән идарасы директоры Үҙ-үҙен күрһәтеү 5 февраль
Виктор Кривенко Украина VIII саҡырылыш халыҡ депутаты, «Украина халыҡ рухы» партияһы рәйесе «Украина халыҡ рухы» 5 февраль
Руслан Рыгованов «Севастополь диңгеҙ балыҡ порты» дәүләт предприятиеһы начальнигын ваҡытлыса башҡарыусы Үҙ-үҙен күрһәтеү 5 февраль
Юрий Тимошенко Украина VIII саҡырылыш халыҡ депутаты Үҙ-үҙен күрһәтеү 6 февраль
Андрей Новак Иҡтисадсы, политолог, йәмәғәт эшмәкәре «Патриот» 6 февраль
Василий Журавлёв Мариуполь Футбол федерацияһы башлығы, «Стабильность» партияһы лидеры «Стабильность» 6 февраль
Пётр Порошенко Украинаның 2014 йылдың 7 июненән алып ғәмәлдәге Президенты, эшҡыуар. Үҙ-үҙен күрһәтеү 7 февраль
Юрий Кармазин Хоҡуҡ һәм йәмғиәт институты президенты, Ватан яҡлаусылар партияһы лидеры Үҙ-үҙен күрһәтеү 7 февраль
Юлия Литвиненко телевидениела алып барыусы, журналист Үҙ-үҙен күрһәтеү 7 февраль
Александр Ващенко «Власть народа» йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Үҙ-үҙен күрһәтеү 7 февраль
Владимир Петров «Люмпен продакшн» ЯСЙ продюсеры, политтехнолог Үҙ-үҙен күрһәтеү 7 февраль
Александр Шатров Эшҡыуар Үҙ-үҙен күрһәтеү 7 февраль
Александр Соловьёв Запастағы милиция полкрвнигы, «Разумная сила» сәйәси партияһы рәйесе «Разумная сила» 8 февраль

Һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинала 2019 йылдың 31 мартындағы һайлауҙарҙың беренсе туры һөҙөмтәләре картаһы
Украинала 2019 йылдың 21 апрелендәге һайлауҙарҙың беренсе туры һөҙөмтәләре картаһы

Социологик һорау алыуҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украинала президент һайлауҙары буйынса социологик һорау алыуҙар[34][35]:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление ВРУ от 26 ноября 2018 года № 2631-VIII «О назначении очередных выборов Президента Украины» (укр.)
  2. Президентские выборы в Украине. Интерактивная карта результатов (31 март 2019). 1 апрель 2019 тикшерелгән.
  3. Второй тур украинских выборов: Зеленский против Порошенко. Радио Свобода. Дата обращения: 3 апрель 2019.
  4. ЦИК Украины обработал 100% протоколов на выборах президента. www.vedomosti.ru. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  5. Как Украина выбирала президента. Интерактивная карта распределения голосов по регионам после обработки 100% бюллетеней. ТСН.ua. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  6. 6,0 6,1 Порошенко признал поражение на выборах, но пообещал остаться в политике. Известия. Дата обращения: 21 апрель 2019.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Office for Democratic Institutions and Human Rights. Ukraine Presidential Elections 31 March 2019 ODIHR Needs Assessment Mission Report (23 ноябрь 2018).
  8. Законопроект об утверждении указа о введении военного положения дополнен пунктом о проведении выборов президента 31 марта - Парубий. 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  9. ЦИК завершила регистрацию кандидатов в президенты. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  10. По стопам Порошенко: Зеленский встретился с Волкером и Йованович. Украина.ру (27 февраль 2019). Дата обращения: 23 апрель 2019.
  11. Заступник держсекретаря CША Гейл розповів про зустріч з основними кандидатами у президенти (укр.). Радіо Свобода. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  12. Медведчук свозил Бойко на смотрины в Москву
  13. Украина в шоке: кандидат в президенты на переговорах в Москве
  14. СБУ начала проверку законности визита Медведчука и Бойко в Россию
  15. В Раде отреагировали на встречу Бойко и Медведчука с Медведевым
  16. А. Антипова. Президентские выборы на Украине. Главное. РБК (31 март 2019). Дата обращения: 31 март 2019.
  17. Результаты. www.cvk.gov.ua // ЦИК Украины. Дата обращения: 7 апрель 2019.
  18. На “Олімпійському” присутні понад 22 тисяч людей – поліція (укр.). Українська правда. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  19. ЦИК Украины обработала 99% протоколов: у Зеленского — 73,21%. Life.ru (22 апрель 2019). Дата обращения: 23 апрель 2019.
  20. Экзитполы показали победу Зеленского на выборах президента Украины. РБК (21 апрель 2019). Дата обращения: 21 апрель 2019.
  21. Зеленский заявил о предложении Порошенко о помощи. РБК. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  22. Зеленский поблагодарил Макрона за поздравление. РИА Новости. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  23. Лукашенко поздравил Зеленского: «Беларусь была и останется для Украины предсказуемым партнером». TUT.BY.(недоступная ссылка)
  24. Десять стран поздравили Зеленского с победой на выборах президента Украины. gazeta.ru. Дата обращения: 22 апрель 2019.
  25. Россия готова восстанавливать отношения с Киевом, но не в одностороннем порядке — Путин // Интерфакс-Украина, 25.04.2019
  26. До инаугурации. Какими полномочиями обладает избранный президент Зеленский сегодня, 30.04.2019
  27. Заместитель госсекретаря США Гейл рассказал о встрече с основными кандидатами в президенты
  28. https://www.cvk.gov.ua/pls/vp2019/wp003pt001f01=719.html Кандидати на пост Президента України
  29. У ЦВК зареєструвався перший кандидат у президенти  (укр.), Українська правда. 24 ғинуар 2019 тикшерелгән.
  30. Результаты голосования 31 марта 2019 года. www.cvk.gov.ua. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  31. Протокол ЦИК Украины о результатах голосования 31 марта 2019 года. 2019 йыл 30 апрель архивланған.
  32. Результаты голосования 21 апреля 2019 года. www.cvk.gov.ua. Дата обращения: 23 апрель 2019.
  33. Протокол ЦИК Украины о результатах голосования 21 апреля 2019 года. Дата обращения: 30 апрель 2019. 2019 йыл 30 апрель архивланған.
  34. Опрос показал, кого выберут избиратели Тимошенко и Бойко во втором туре // РИА Новости, 8 апр 2019
  35. Анализ популярности кандидатов в президенты Украины 2019. www.plerdy.com. Дата обращения: 20 февраль 2020.
  36. КМИС, Центр Разумкова, Рейтинг, Центр «Социальный мониторинг», УИСИ СОЦИС, GFK Ukraine
  37. КМИС, Центр Разумкова, Рейтинг, Социальный мониторинг, GFK Ukraine

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]