Украина Совет Социалистик Республикаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Украина Совет Социалистик Республикаһы
УССР
Українська Радянська Соціалістична Республіка
УРСР
Үҙ аллы дәүләт (1919—1922)
СССР составындағы республика (1923—1991)
Flag of Ukraine.svg
10 март 1919 — 24 август 1991


Flag of Ukraine.svg
Flag of Ukrainian SSR.svg Emblem of the Ukrainian SSR.svg
1949 йылдан УССР флагы 1950 йылдан УССР гербы
Девиз
«Пролетарі всіх країн, єднайтеся!»
Гимн[d]
Soviet Union - Ukraine.svg
СССР-ҙың тарҡалыу ваҡытындағы УССР территорияһы
Баш ҡала ХарьковSovietHerbOfKharkov2.svg Харьков (1919—1934)
КиевKiev CoA Soviet.png Киев (1934 йылдан)
Тел

украин — рәсми рәүештә 1920—1989 йылдарҙа, республика дәүләт теле 1989—1991 йылдарҙа
урыҫ — 1923—1990 йылдарҙа рәсми рәүештә, 1990—1991 йылдарҙа СССР-ҙың дәүләт теле

башҡа телдәр — украин теле менән бер рәттән һөйләшеүселәрҙең компактлы йәшәгән төбәктәрендә рөхсәт ителгән.
Аҡса берәмеге СССР һумы
Сәғәт поясы +2
Майҙаны 603,7 мең км2
СССР-ҙа 3-сө
Халҡы 51 706,7 мең кеше. (1989)
СССР-ҙа 2-се
Идара итеү формаһы совет республикаһы
Бөтә Украина Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе
 - 1919—1938 Петровский Григорий Иванович (беренсе)
УССР Юғары Советы рәйесе
 - 1990—1991 Кравчук Леонид Макарович (аҙаҡҡы)
Телефон коды +3

Украина Совет Социалистик Республикаһы (УССР) (укр. Українська Радянська Соціалістична Республіка — бойондороҡһоҙ дәүләт (1923 йылға тиклем), Советтар Союзына (СССР) нигеҙ һалыусы дәүләттәрҙең береһе, уның составындағы союздаш республика. 1919 — 1936 йылдарҙа рәсми рәүештә Украина Совет Социалистик Республикаһы тип атала.

БССР менән берлектә 1945 йылдан БМО-ға суверенлы нигеҙ һалыусы була.

1991 йылдың 24 авгусында Украина ССР-ының Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итеү актын һәм «Украина бойондороҡһоҙлоғо тураһында» ҡарарын ҡабул итә. Был документтар Украинаның бойондороҡһоҙлоғо һәм үҙ аллы украин дәүләте Украинаның булдырылыуын — Украина территорияһының бүленмәгәнлеген һәм ҡағылһығыҙлығын, бынан ары ил территорияһында бары тик Украина Конституцияһының һәм закондарының ғына ғәмәлгә булыуын белдерә. Украинаның бойондороҡһоҙлоҡ иғлан итеү акты 1991 йылдың 1 декабрендә референдумда ҡабул ителә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина ССР-ы 1922 йылда
Украина ССР-ы 1938 йылда
Украина ССР-ы 1940 йылда
Украина ССР-ы 1947 йылда
Украина ССР-ы 1977 йылда

1917 йылдың 11—12 (24—25) декабрендә Харьковта Рәсәй большевиктары - ленинсыларының әүҙем ҡатнашлығында 1-се Бөтә Украина Советтар съезы уҙа. Съезд Украина Халыҡ Республикаһын Советтар Украина Халыҡ Республикаһы (тәүге официаль атамаһы — Эшселәр, крәҫтиәндәр, һалдаттар һәм казактар депутаттары Советтары Украина Халыҡ Республикаһы[1][2]), «совет» Украинаһы менән Совет Рәсәйе араһында федератив бәйләнештәрҙе булдыра, Украина большевиктар Ваҡытлыса Үҙәк Башҡарма Советтар Комитеты һайлана[3], комитет үҙ сиратында Украиналағы власты бөтә тулылыҡта үҙ өҫтөнә ала[4] һәм үҙенең башҡарма органы — Совет Украинаның беренсе хөкүмәте Халыҡ секретариатын раҫлай[5]. 1917 йылдың 19 декабрендә (1918 йылдың 1 ғинуары) РСФСР-ҙың Халыҡ комиссарҙары Советы (УХРС) Халыҡ секретариатын Украинаның берҙән-бер законлы хөкүмәте тип таный.

1917 йылының декабре — 1918 йылдың февралендә Украина территорияһында шулай уҡ Донецк — Криворог Совет Республикаһы һәм Одесса Совет Республикаһы иғлан ителә. 1918 йылдың 17—19 апрелендә Советтарҙың Икенсе съезында был совет республикалары Украина Совет Республикаһына (баш ҡалаһы итеп Харьков билдәләнә) берләшә. Украина Совет Республикаһы Совет милли республикалары федерацияһы тип иғлан ителгән Рәсәй Совет Республикаһы составына инә. Әммә 1918 йылдың апрелендә Үҙәк Радаһы менән килешеүгә ярашлы, Украинаға килеп ингән Австрия-Германия ғәскәрҙәренең баҫымы аҫтында украин совет ғәскәрҙәре Украина территорияһын ташлап китергә мәжбүр була һәм Украина Совет Республикаһы ысынбарлыҡта йәшәйешен туҡтата.

Беренсе бөтә донъя һуғышында Үҙәк державалары еңелгәненән һуң, 1919 йылдың яҙында Совет Рәсәйе үҙенең Ҡораллы көстәре ярҙамында Украин Халыҡ Республикаһы территорияһында совет власын ҡабаттан тергеҙә. Украин Совет Социалистик Республикаһы 1919 йылдың 10 мартында үткән II Бөтә украин съездында бойондороҡһоҙ республика, баш ҡалаһын - Харьков тип белдерелә һәм беренсе УССР Конституцияһы ҡабул ителә.

1919—1920 йылдар дауамында Украина территорияһы большевик, украин, аҡ гвардия, поляк һәм башҡа хәрби формированиелары бәрелештәре аренаһы булып ҡала. 1920 йылдың аҙағына Совет Рәсәйенең һәм уның ҡораллы көстәренең әүҙем ярҙамы арҡаһында Совет власы өсөнсө тапҡыр тергеҙелә һәм Украин Халыҡ Республикаһы территорияһының күпселек өлөштәрендә урынлаштырыла.

Бер аҙҙан үҙ аллы автономиялар тип иғлан ителгән Бессарабия Совет Социалистик Республикаһы (1919 йылдың май —сентябрь айҙары) һәм Галиция Совет Социалистик Республикаһы (1920 йылдың июль — сентябрь айҙары) ысынбарлыҡта Украина совет хөкүмәте контроле аҫтында ҡала. Әммә тиҙҙән (1921 йылдағы Рига килешеүенә ярашлы) был территориялар УССР-ҙан ситләштерелә.

1919 йылдың июнендә "май хәрби-сәйәси көрсөгө"нән һуң Украина ССР-ы етәкселеге Рәсәй СФСР-ы менән хәрби һәм хужалыҡ союзы булдырыу тураһында килешеү төҙөй. Был килешеүгә ярашлы, 1919 йылдың йәйендә Украина совет армияһы бөтөрөлә, ә 1920 йылдың декабрендә УССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ комиссариаттары «берләшмәһе» (ысынбарлыҡта — украин комиссариаты бөтөрөлөлә): хәрби һәм диңгеҙ эштәре, тышҡы сауҙа, финанстар, хеҙмәт, аралашыу юлдары, почта һәм телеграф, халыҡ хужалығы советтары булдырыла.

1920 йылдың декабрендә РККА-ның Көньяҡ фронты идаралығы Украина һәм Ҡырым Ҡораллы Көстәре командующийы идаралығына әүерелдерелә (РВСР — ҙың 2660/532-се һанлы приказы 1920 йылдың 3 декабрендәге приказы). Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнбайыш фронттары ғәскәрҙәре Украина һәм Ҡырым Ҡораллы Көстәренең Киев һәм Харьков хәрби округтары составына индереләләр. Украина һәм Ҡырым Ҡораллы Көстәре Киев һәм Харьков ғәскәрҙәренең, Украинаның Эске эштәре, шулай уҡ Азов һәм Ҡара диңгеҙҙәрҙең Диңгеҙ көстәре территориаль берләшмәһе булып китәләр.

1922 йылдың 29 декабрь көнө Украина ССР-ы СССР-ҙы төҙөү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуя. Килешеү Рәсәй империяһы территорияһында берҙәм союз дәүләт — СССР -ҙың булдырыуына — нигеҙ ташы һала.

1936 йылдың 5 декабрендә СССР- ҙың яңы Конституцияһы ҡабул ителеүгә бәйле Украина Совет Социалистик Республикаһы тип исемләнә башлай. 1937 йылдың 30 ғинуарында Союздың яңы конституцияһын ҡабул итеү сәбәпле УССР -ҙың Конституцияһы ла ҡабул ителә.

1919 йылдан 1934 йылға тиклем Харьков УССР-ҙың баш ҡалаһы була, һуңынан баш ҡала Киевҡа күсерелә[6].

УССР тарихында ошондай территориаль үҙгәрештәр була:

  • УССР составынан күсерелә:
    • РСФСР составына:
      • 1919: Чернигов губернаһының дүрт төньяҡ өйәҙе, Семеновск волосы Новозыбковск өйәҙенә 1926 йылда ҡайтарыла
      • 1924: Таганрог һәм Шахты ҡалалары өлөшө уларҙан төньяҡтараҡ ятҡан тирә-яҡ ерҙәре менән
    • МССР составына:
    • Чехословакия составына:
      • 1946: ауыл Лекаревце ауылы тирә-яҡ территорияһы менән
    • Польша составына :
      • 1951: Устшики ҡалаһы тирә-яҡтағы территорияһы менән
  • УССР составына ошо йылдарҙа индерелгән индерелгән ине:
    • РСФСР составынан :
      • 1920: Дон Ғәсҡәре өлкәләренең төньяҡ-көнбайыш өлөшө (Макеевка, Амвросиевка), территорияларҙың ҡайһы бер өлөштәре (Таганрог, Шахты) 1924 йылда кире ҡайтарылған
      • 1920: Дон өлкәһенең Луганская станицаһы тирә-яҡ территориялары Северский Донец йылғаһына тиклем
      • 1925: Путивль өйәҙе (Крупецк волосынан тыш), Грайворон өйәҙе Креничан волосы һәм Курск губернаһы Грайворон һәм Белгород өйәҙҙәренең ике тулы булмаған волостары
      • 1926: Воронеж губернаһы Валуй өйәҙе Троицк волосы, Төнъяҡ — Кавказ крайының Донецк округының бер өлөшө (Станица — Луганск районының бер яҡ сите, Северский Донец йылғаһынан көнсығыш яҡҡа ҡарай)
      • 1944: Дарьино-Ермаковка ауылы һәм Ростов өлкәһе Красногвардейск районы Кошары ҡасабаһы
      • 1954: Ҡырым өлкәһе
    • Польша: составынан
      • 1939: Көнбайыш Украина, Дрогобыч өлкәһенең көнбайыш өлөшө Польшаға ҡайтарыла: 1945 йылда (Бирчан районы, Лисков районы, Перемышль районының көнбайыш өлөшө), 1948 йылда (Медык районы) һәм 1951 йылда (Түбәнге Устрицк районы Люблин воеводлығы территорияларының бер өлөшөнә алмашҡа)
    • Румыния составынан :
    • Бессарабия составынан (бәхәсле СССР/Румыния)
      • 1940: Буджак, Бессарабияның төньяҡ өлөшө
    • составынан Чехословакияны:
      • 1945: Карпаты аҫтындағы Русь (Карпаты аръяғы Украина), ауыл Лекаревовце ауылы тирә-яҡ территориялары менән 1946 йылда Чехословакияға ҡайтарыла
      • 1945: Чоп ҡалаһы һәм уға яҡын ятҡан 250 км² Словакия территорияһы.

1991 йылдың 24 авгусында УССР-ҙың Юғары Советы Украинаның бойондороҡһоҙлоғон иғлан итте һәм үҙаллылыҡ актын раҫлау буйынса референдумды 1991 йылдың 1 декабрь көнөнә билдәләне[7][8], ә 17 сентябрҙә украин конституцияһынан «Украина ССР-ы» исемен алып ташланы[9].

Бөтә украин референдумының һөҙөмтәләре буйынса 1991 йылдың 1 декабрендә тауыш биргән һайлаусыларҙың күпселеге Украинаның бойондороҡһоҙлоғо тураһында актты яҡлап сыҡты. Референдум менән бер үк ваҡытта Украина президентының беренсе һайлауҙары үтте.

1991 йылдың 8 декабрендә Украина РСФСР һәм Белоруссия менән берлектә СССР — ҙың бөтөрөлөүе һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Союзы (СНГ) тураһында Беловежск килешеүенә ҡул ҡуйҙы. 10 декабрҙә Украинаның Юғары Советы ошо документты раҫланы. 26 декабрьҙә СССР-ҙың Юғары Советының Республикалар Советы СССР-ҙың бөтөрөлөүе тураһында декларация ҡабул итте. 1992 йылдың 19 июнендә 1978 йылғы Украина Конституцияһынан ССР Союзы һәм 1949 йылғы (167 ст.) Украина совет флагы тураһында положениелары тулыһынса алып ташланды[10].

Символика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1919 года март айында III Бөтә украин Советтар съезы Совет Украинаһының беренсе Конституцияһын ҡабул итте. Конституцияның 35 статьяһына ярашлы "У. С. С. Р. -ҙың сауҙа, диңгеҙ һәм хәрби флагы ҡыҙыл (аҡһыл — ҡыҙыл) төҫтәге туҡыманан (полотнище) тора, өҫтә байраҡ һабының һул мөйөшөндә алтын хәрефтәр менән «У. С. С. Р.», йәғни «Украина Социалистик Совет Республикаһы» тип яҙылған". 1919 йылдың 10 мартында өсөнсө Бөтә украин Советтар съезы УССР -ҙың беренсе Конституцияһын һәм гербын ҡабул итте. Гербтың геральдик ҡалҡанында ҡалҡып барған ҡояш нурҙарында ураҡ менән сүкеш һүрәтләндерелгән, ә улар өҫтөндә — «У. С. С. Р.» аббревиатураһы. Ҡалҡан аҫтында ҡыҙыл таҫмала украин һәм урыҫ телдәрендә «Бөтә илдәрҙең пролетарийҙары, берләшегеҙ!» тигән өндәмә урынлашҡан. Ҡалҡан бойҙай башаҡтары менән ҡаймаланған. 1949 йылда герб ҡалҡаны өҫтөндә биш осло ҡыҙыл йондоҙ һүрәте һәм таҫма уртаһында «Українська РСР» тигән яҙыу барлыҡҡа килә.

1937 йылда флагта ураҡ менән сүкеш һүрәте барлыҡҡа килде. 1949 йылда флаг ҙур үҙгәрештәргә дусар була: ул ике төҫлөгә әйләнә, аҫҡы өлөшө зәңгәр төҫ ала. Зәңгәр төҫ Украинаның бик ҙур тәбиғәт байлыҡтарына, уның ифрат һәйбәт климат шарттарына, диңгеҙ державаһы булыуына (әҙәбиәттә зәңгәр төҫ шулай уҡ Богдан Хмельницкий осорондағы әләмдәрҙең төҫө менән бәйле) ишара яһай. Үҙенең төҫ — биҙәге менән флаг башҡа союздаш республикаларҙан айырыла башлай, әләмдә «У. С. С. Р» аббревиатураһын урынлаштырыуҙың да кәрәклеге ҡалмай. Ураҡ менән сүкеш өҫтөндә биш осло ҡыҙыл йондоҙ һүрәте барлыҡҡа килә. Ошо өлгөлө флаг 1992 йылдың уртаһына тиклем ғәмәлдә була.

Етәкселек[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украина ССР-ы етәкселеге бергәләп эшләгән коллектив була. Иң юғары кимәлдә КПУ Үҙәк комитеты Политбюроһы, КПУ Үҙәк комитеты секретариаты, УССР -ҙың министрҙар Советы етәкселек итә.

Ҡораллы көстәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Халыҡ Секретариаты Совет Украинаһының ҡораллы көстәрен булдырыу тураһында закондар ҡабул итте. 1917 йылдың 17 декабрендә ул Хәрби эштәр буйынса халыҡ секретариатын ойоштора (Халыҡ секретаре — В. М. Шахрай, уның ярҙамсыһы — Ю. М. Коцюбинский). РСФСР-ҙың хәрби эштәре буйынса Халыҡ комиссариатының тәжрибәһен файҙаланып, УССР-ҙың хәрби эштәр буйынса Халыҡ секретариаты республиканың милли ҡораллы көстәрен — Украин Эшсе — крәҫтиән Ҡыҙыл армияһын —төҙөүгә тотона[11].

18 (яңы стиль буйынса 31) декабрендә Украина Үҙәк башҡарма Комитеты Советтары ҡарары менән контрреволюцияға ҡаршы көрәш алып барыр өсөн край Хәрби — революцион комитеты булдырыла. Уның составына хәрби һәм халыҡ эштәре буйынса халыҡ секретарҙәре, Харьков Ҡыҙыл гвардияның үҙәк штабының һәм Рәсәй контрреволюцияһы менән көрәш алып барыу өсөн булдырылған Көньяҡ революцион фронтының вәкилдәре инделәр. Комитет хәрби — революцион комитеттары эшмәкәрлеге менән етәкселек итте , ғәсҡәрҙәрҙе ҡоралландырыу һәм өйрәтеү менән шөғөлләнде. Яугирҙарҙың сәйәси тәрбиәһенә, уларҙың революцион сынығыуына ҙур иғтибар бүленде.[11].

1917 йылдың декабрендә Харьковта совет Халыҡ Секретариаты урынлаша, ә эргәлә генә Киевтағы Юғары Раданың ҡалала үҙ ғәсҡәрҙәре булған һәм милләтсел гәзит сығарған ваҡ буржуаз органдары эшен дауам итә ине[11].

Халыҡ Секретариаты 1917 йылдың 25 декабрендәге (яңы стиль буйынса 7 ғинуар) ҡарарына ярашлы край Хәрби — революцион комитетына бөтә Украина масштабында Ҡыҙыл гвардия ойошторолоуы йөкмәтелә[12]. Ошо уҡ ваҡытта Ҡыҙыл (червон) казактарҙың хәрби частәрен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә[11].

Харьков ҡыҙылгвардеецтары Ҡыҙыл казактарҙың частәренең булдырыуына нигеҙ һалалар. Халыҡ Секретариаты 27 декабренән (яңы стиль буйынса 9 ғинуар) 28 декабренә (яңы стиль буйынса 10 ғинуар) ҡараған төндә ҡыҙылгвардеецтар отряды һәм революцион һалдаттар көстәре менән 2-се Украина запастағы ҡораллы көстәре полкын ҡамарға һәм ҡоралһыҙландырырға ҡарар сығара. Полктың офицерҙары һәм һалдаттарҙың бер өлөшө большевистик Совет власына ҡарата хаслыҡ тойғоһо кисерә. Планды Войцеховский һәм Шаров уйлап сығара. Операцияла И. Ю. Кулик һәм В. М. Примаков ҡатнашалар[11][13].

Таң атыуға операция тамамлана. Полк ҡоралһыҙландырыла, ә Харьков ҡалаһы буйлап УХР — ҙың 2-се Украин запастағы полкы 9- сы һәм 11-се роталарының элекке һалдаттары үтеп китә. Ошо уҡ көндә Чернигов һәм Харьков ҡалалары партия активистарынан, ҡыҙылгвардеецтарҙан, шулай уҡ большевиктар ҡоралһыҙландырған УХР Юғары Раданың 2-се Украин запастағы полкының бер нисә тиҫтә һалдатынан торған Ҡыҙыл казактар 1-се полкы булдырылыуы тураһында иғлан ителә[11]. Украинала иң тәүге совет милли хәрби часть — Пэршый куринь чэрвоного козацтва — ойошторола. Атаман итеп Виталий Маркович Примаков тәғәйенләнә[11].

Иҡтисад[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

УССР продукция етештереү буйынса (РСФСР — ҙы иҫтә тотмағанда) мөһимлек буйынса башҡа республикаларҙы байтаҡҡа уҙып, СССР - ҙа икенсе урын биләй, ранг буйынса унан һуң килгән республика дүрт тапҡырға кәмерәк продукция етештерә. СССР — ҙың бөтә ауыл хужалығы продукцияһының бер сиреге УССР-ҙың уңдырышлы ерҙәрендә (ҡара тупраҡ — чернозем) үҫтерелә[14].

Транспорт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡала электротранспорты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

УССР территорияһындағы Киевта Рәсәй империяһының беренсе трамвайы барлыҡҡа килә[15][16] (1892) һәм донъя практикаһында[17][18] беренсе троллейбусный поезд[19] (уйлап табыусыһы Владимир Веклич[20][21] (1966).

1978 йылдың 30 декабрендә Киевта СССР-ҙа беренсе тиҙ йөрөүсе трамвай линияһы[15][22] төҙөлгән (Владимир Веклич[23] и Василий Дьяконов[24] инициативаһы буйынса).

1991 йылға ҡарата метрополитен Киевта һәм Харьковта, шулай уҡ метротрам Кривой Рогта була.

УССР-ҙың 42 ҡалаһында троллейбустар йөрөй[25].

Территориаль бүленеш[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1959 йылдан һуң Украина ССР-ның административ-территориаль бүленеше яйға һалына, тиерлек. Таблицала 1959—1991 йылдарҙа Украина ССР-ына ингән өлкәләрҙең мәғлүмәттәре күрһәтелгән.

Берәмәк Булдырыу датаһы Территория, мең км² Халыҡ, мең кеше (1966) Халыҡ, мең кеше (1989) Ҡалалар һаны Ҡала тибындағы ҡасабаларҙың һаны Адм. үҙәк
Винница өлкәһе 1932 йылдың 27 феврале 26,8 2133 1920,8 8 27 Винница
Волынь өлкәһе 1940 йылдың 4 апреле[26] 20,2 964 1058,4 10 21 Луцк
Ворошиловград өлкәһе 1938 йылдың 3 июне ;

1958 йылдың 5 марты — 1970 йылдың 5 ғинуары һәм 1991 йылдың 19 июненән — Луганск өлкәһе[27]

26,7 2764 2857,0 34 98 Ворошиловград
Днепропетровск өлкәһе 1932 йылдың 27 феврале 32,0 3145 3869,9 19 56 Днепропетровск
Донецк өлкәһе 1932 йылдың 17 июле ;
1938 йылдың 3 июне — 1961 йылдың 9 ноябре — Сталин өлкәһе
26,5 4788 5311,8 45 138 Донецк
Житомир өлкәһе 1938 йылдың 15 ғинуары[28] 29,9 1589 1537,6 8 36 Житомир
Закарпатье өлкәһе 1946 йылдың 22 ғинуары;
УССР составына 1945 йылдың 29 июнендә индерелә
12,8 1031 1245,6 9 14 Ужгород
Запорожье өлкәһе 1939 йылдың 31 майы[29] 27,0 1677 2074,0 10 23 Запорожье
Ивано-Франковск өлкәһе 1940 йылдың 4 апреле[26];
1962 йылдың 9 ноябренә тиклем — Станиславск өлкәһе
13,9 1207 1413,2 13 26 Ивано-Франковск
Киев өлкәһе 1932 йылдың 27 феврале 28,9 3184 4506,6 13 34 Киев
Кировоград өлкәһе 1939 йылдың 31 майы[29] 24,3 1268 1228,1 11 21 Кировоград
Ҡырым өлкәһе 1954 йылдың 26 апреле[30];
1991 йылдың 19 июненән — АССР[27]
25,6 1565 2430,5 13 35 Симферополь
Львов өлкәһе 1940 йылдың 4 апреле[26] 21,8 2357 2727,4 36 36 Львов
Николаев өлкәһе 1938 йылдың 15 ғинуары[28] 24,8 1092 1328,3 7 11 Николаев
Одесса өлкәһе 1932 йылдың 27 феврале 33,2 2228 2624,2 13 26 Одесса
Полтава өлкәһе 1938 йылдың 15 ғинуары[28] 28,6 1677 1748,7 12 18 Полтава
Ровно өлкәһе 1940 йылдың 4 апреле[26] 20,0 1012 1164,2 9 16 Ровно
Сумы өлкәһе 1939 йылдың 31 майы[29] 23,8 1516 1427,5 15 18 Сумы
Тернополь өлкәһе 1940 йылдың 4 апреле[26];
1944 йылдың 9 авгусына тиклем — Тарнополь өлкәһе
13,9 1149 1164,0 14 15 Тернополь
Харьков өлкәһе 1932 йылдың 27 феврале 31,6 2672 3174,7 15 58 Харьков
Херсон өлкәһе 1944 йылдың 30 марты 27,1 958 1236,9 8 24 Херсон
Хмельницк өлкәһе 1938 йылдың 15 ғинуары[28];

до 26 апреля 1954 йылдың — Каменец-Подольск өлкәһе[30]

20,7 1620 1521,6 10 21 Хмельницкий
Черкассы өлкәһе 1954 йылдың 26 апреле[30] 21,0 1506 1527,3 15 19 Черкассы
Чернигов өлкәһе 1932 йылдың 15 октябре 31,9 1586 1412,8 13 32 Чернигов
Черновцы өлкәһе 1940 йылдың 7 авгусы[31] 8,0 828 940,8 9 6 Черновцы
УССР 601,0 45 516 51 451,9 370 829 Киев

Бынан тыш, Украина ССР-ының ғәмәлдә булған йылдарҙа уның эсенә түбәндәге өлкәләр ингән:

УССР ҡалаларының милли составы 1925 йылда
УССР гербы 1954 йылда тергеҙелгән Харьков горсоветы бинаһының мөйөшөндә, 2008

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ко Дню государственного флага Украины 23 августа 2010 года // Сайт Центрального государственного электронного архива Украины © (tsdea.archives.gov.ua) Проверено 07 августа 2012.
  2. Государственная символика Украины. Страница 4 // Historyweb.ru История для всех © (www.historyabout.ru) Проверено 07 августа 2012.
  3. Солдатенко Валерий Донецко-Криворожская Республика. Иллюзии и практика национального нигилизма (урыҫ.) // Зеркало недели. — 2004, 4-10 декабря. — В. 49 (524). Архивировано из первоисточника 3 июль 2012.
  4. Телеграмма ЦИК Советов Украины Совнаркому об единстве интересов украинского и русского народов. 26 (13) декабря 1917 г.
  5. Триумфальное шествие советской власти. БСЭ
  6. Согласно стт. 14-15 Конституции СССР 1936 года, формально декларируемый суверенитет союзных республик был ограничен по ряду вопросов, отданных в общесоюзное ведение. Статья 20 устанавливала верховенство общесоюзных законов над республиканскими. Это, однако, не влияло на возможность самостоятельного международного представительства республик, которая отдельно подчёркивалась статьёй 18-а в редакции 1944 года.
  7. s:Постановление ВС УССР от 24.08.1991 № 1427-XII
  8. Про проголошення незалежності України | від 24.08.1991 № 1427-XII
  9. Про внесення змін і доповнень до Конституції (Основного… | від 17.09.1991 № 1554-XII
  10. s:Закон Украины от 19.06.1992 № 2480-XII
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 11,5 11,6 Краснознамённый Киевский. 1979.
  12. Великая Октябрьская социалистическая революция на Украине, т. 3.
  13. «Правда», 30 декабря 1917 г.
  14. Журнал «Форбс»
  15. 15,0 15,1 В. Ф. Веклич, Л. В. Збарский Проблемы и перспективы развития трамвайного транспорта в Украинской ССР — К.:Общество «Знание» УССР, 1980
  16. В. К. Дьяконов, М. А. Ольшанский, И. М. Скаковский, В. Ф. Веклич и др. Первый в России. Киевскому трамваю 75 лет — К.:Будівельник, 1967—144 с, илл.
  17. Брамский К. А. Первый в мире троллейбусный поезд // Городское хозяйство Украины. — 2013. — № 4. — С. 30-31.
  18. Брамский К. А. Троллейбусный поезд Владимира Веклича // газета «Всеукраинская техническая газета», 11 декабря 2003 р.  (укр.)(укр.)
  19. Фонова М. «Ракета» Веклича // газета «Вечерний Киев», 2 ноября 1970. — С. 2.  (укр.)(укр.)
  20. Энциклопедия современной Украины: в 25 т. / Под ред. И. М. Дзюба и др. — Киев : 2005. — Т. 4. — С. 187 — ISBN 966-02-3354-X  (укр.)(укр.)
  21. Крат В. И.Владимир Филлипович Веклич // Коммунальное хозяйство городов. Киев: Техника — 1998. — № 17. — С. 3-9.
  22. Украинская советская энциклопедия / Под ред. О. К. Антонов и др. — К.: Главная редакция Украинской Советской Энциклопедии, 1984. — Т. 11. — кн.1 — С. 225 , ил. — 50 170 экз.
  23. Статья «Как в Киеве появилась первая в СССР линия скоростного трамвая. Исторические фото». На сайте «www.autoconsulting.ua». Тәүге сығанаҡтан архивланған 25 декабрь 2015. 25 декабрь 2015 тикшерелгән.
  24. Статья «Первый в СССР: Самые интересные факты к 37-летию киевского скоростного трамвая». На сайте журнала «Новое время». Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 декабрь 2015. 30 декабрь 2015 тикшерелгән.
  25. Украинская советская энциклопедия / Под ред. О. К. Антонов и др. — К.: Главная редакция Украинской Советской Энциклопедии, 1984. — Т. 11. — кн.1 — С. 262 , ил. — 50 170 экз.
  26. 26,0 26,1 26,2 26,3 26,4 26,5 s:Закон СССР от 4.04.1940 о дополнении Конституции (Основного Закона) СССР статьями 29-а и 29-б и об изменении и дополнении статей 22, 23, 27, 28, 29 и 77
  27. 27,0 27,1 s:Закон УССР от 19.06.1991 № 1213-XII
  28. 28,0 28,1 28,2 28,3 s:Закон СССР от 15.01.1938 об изменении и дополнении ст.ст. 22, 23, 26, 28, 29, 49, 77, 70, 78 и 83 Конституции (Основного Закона) СССР
  29. 29,0 29,1 29,2 s:Закон СССР от 31.05.1939 об изменении и дополнении статей 22, 23, 77, 78 и 83 Конституции (Основного Закона) СССР
  30. 30,0 30,1 30,2 30,3 s:Закон СССР от 26.04.1954 Об утверждении Указов Президиума Верховного Совета СССР
  31. s:Закон СССР от 7.08.1940 об изменении и дополнении статей 13, 23 и 48 Конституции (Основного Закона) СССР

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Чорний С. Національний склад населення України в XX сторіччі: Довідник. Серія «Україна на межі тисячоліть». — К.: ДНВП «Картографія», 2001. — ISBN 966-631-111-9  (укр.)(укр.)
  • Военный энциклопедический словарь. — М.: Воениздат, 1984. — 863 с.; ил., 30 л. (ил.) — С. 161, 763.
  • Краснознамённый Киевский. Очерки истории Краснознамённого Киевского военного округа (1919—1979). Изд. 2-е, испр. и доп. — Киев: Изд-во политической литературы Украины, 1979. — С. 12, 13.
  • Гражданская война и военная интервенция в СССР. Энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1983.
  • Великая Октябрьская социалистическая революция на Украине. Т. 3. — Киев: Госполитиздат УССР, 1957. — С. 45—46.
  • Газета «Правда», 30 декабря 1917 г.
  • Богацкая А. С. Змиевской район Харьковской области УССР в годы советской модернизации (1928—1941) // Змиевское краеведение. — 2015. — № 1. — С. 65-79.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]