Украина радиоһы симфоник оркестры

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Украина радиоһы симфоник оркестры
Нигеҙләү датаһы 1929
Дәүләт  Украина
Хужаһы Украинское радио[d]
Жанр классик музыка һәм музыка к фильму[d]
Рәсми сайт nrcu.gov.ua/en/symphony_…

Украина радиоһының атҡаҙанған академик симфоник оркестры (укр. Заслужений академічний симфонічний оркестр Українського радіо) — украин симфоник оркестры, Киевта урынлашҡан Украина радиоһы радиоансамбле.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1929 йылдың 5 октябрендә Харьковта яңы ойошторолған Украина радиоһы симфоник оркестрының (ул саҡта Украина радио үҙәге) тәүге асыҡ сығышы була. Оркестр Радио-театр структураһына ингән һәм дирижёр, профессор Яков Розенштейн етәкселегендәге 45 музыканттан тора. 1934 йылда оркестр Украинаның баш ҡалаһын күсереү һәм Республика радиокомитетын үҙгәртеп ҡороу менән бәйле Киевҡа күсерелә, оркестр составы 60-ҡа тиклем арттырыла. Оркестрҙың икенсе дирижёры итеп композитор Пётр Поляков саҡырылған.

1935 йылдан оркестрҙы 1937 йылға тиклем оркестр менән эшләгән дирижёр Герман Адлер етәкләй, һуңынан оркестрҙы дирижёр Михаил Канерштейн етәкләй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Киев баҫып алынған осорҙа оркестр үҙенең эшмәкәрлеген туҡтата һәм 1944 йылда ҡайтанан тергеҙелә.

Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа (1944—1956) оркестрҙы Петр Поляков етәкләй, ул оркестр составын тергеҙеү, уның профессиональ формаһын үҫтереү өсөн күп көс һала. 1953 йылда оркестр УССР-ҙың Мәҙәниәт министрлығына буйһоноп, Украина республика филармонияһының Симфоник оркестрына үҙгәртелә. 1956 йылға тиклем оркестрҙың төп ижади эше украин кинематографының йылдам үҫеш осоро менән тығыҙ бәйләнгән нәфис һәм хроник-документаль фильмдарға музыка яҙҙырыу була. 1956 йылда оркестр Украина радиоһы структураһына ҡайтарыла, ә 1957 йылда уны билдәле Украина дирижеры — Константин Симеонов етәкләй.

Радио-эфирҙарға һәм асыҡ концерттарға өҫтәп, оркестрҙың ижади эшмәкәрлегенең яңы формаһы — Радио фондына аудиояҙмалар әүҙем үҫешә. 1961 йылда Симеонов Киев операһын етәкләй, ә Украина радиоһы оркестрының баш дирижёры вазифаһына 28 йыл буйына (1989 йылға тиклем) коллективҡа етәкселек иткән Вадим Гнедаш саҡырыла. Был осорҙа оркестр «УССР Дәүләт телерадиоһының атҡаҙанған симфоник оркестры» тип аталған була.

1991 йылдан 1999 йылға тиклем оркестр менән дирижер Владимир Сиренко етәкселек итте, уның эшләү осоронда оркестр үҙенең әлеге форматына тиклем үҫешкән, даими составы 83 музыканттан торған. 1995 йылда Дәүләт телерадиокомпанияһы реформаһы арҡаһында оркестрҙың исеме Украина Милли радиокомпанияһының атҡаҙанған симфоник оркестрына үҙгәртелә.

1999 йылда оркестрҙы Блинов Вячеслав етәкләй.

Оркестр менән 2005 йылдан Владимир Шейко етәкселек итә

Оркестр Европалағы иң ҙур тауыш яҙҙырыу комплекстарының береһендә — Украина радиоһының Тауыш яҙҙырыу йортонда урынлашҡан.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Оркестр XX быуаттың күренекле дирижерҙары Николай Колесса, Натан Рахлин, Александр Климов, Исаак Паин, Вениамин Тольба Геннадий Рождественский, Константин Симеонов, Стефан Турчак, Федор Глущенко, Иван Гамкало, Риккардо Капассо, Арилд Реммерит, Никола Джулиани, Дуайт Беннет, Феликс Кригер, Колин Дэвис, Роберт Станковский, Джордж Рубио һ. б. менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә.
  • Оркестр Украина радио фондына 10 меңдән ашыу яҙма эшләй, улар иҫәбендә И. С. Бах, Л. ван Бетховен, Дж. Брамс, Р. Вагнер, Дж. Верди, М. Глинка, А. Дворжак, Ч. Дебюсс, Ф. Лист, У. А. Моцарт, С. Прокофьев, М. Равель, Н. Римский-Корсаков, С. Рахманинов, П. Чайковский, Д. Шостакович, шулай уҡ украин композиторҙары — С. Гулак-Артемовский, М. Калачевский, К. Данькевич, Н. Лысенко, В. Сокальский, М. Скорульский, М. Вериковский, Б. Лятошинский, Г. Майборода, Л. Ревуцкий, А. Штогаренок, Е. Станкович, М. Скорик, Л. Дичко, Л. Колодуб әҫәрҙәре бар.
  • Оркестр күренекле опера йырсылары менән бик күп яҙмалар эшләй: Паторжинский, З. Гайдай, Б Гмырей, И. Козловский, Б Руденко, Я. Гуляев, Д. Гнатюк, Г. Туфтина, М. Стефюк, А. Кочерга, А. Соловьяненко, Е. Мирошниченко, Л. Юрченко. Шулай уҡ оркестр менән яҙмаларҙа күренекле солистар-инструменталистар: Н. Петров, В. Крайнев, И. Ойстрах, М. Чайковская, М. Сук, О. Крыса, Л. Исакадзе, Б. Которович һәм башҡалар сағыу сағылыш таба.
  • Төркөм Украинала ла, шулай уҡ сит илдәрҙә лә әүҙем концерт эшмәкәрлеге алып бара: Көньяҡ Корея, Иран, Испания, Италия, Португалия, Голландияла, Люксембург, Германия, Франция, Бельгия, Польша, Белоруссия.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1971 йылда УССР Юғары Советы Президиумы указы менән оркестрға «Украинаның атҡаҙанған коллективы» исеме бирелә.
  • 2001 йылда Украина мәҙәниәт министрлығы бойороғо менән оркестрға Академик статусы бирелә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

страница на сайте НРКУ https://web.archive.org/web/20100811002928/http://nrcu.gov.ua/index.php?id=363