Улар Тыуған иле өсөн көрәште (фильм)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Улар Тыуған иле өсөн көрәште
Атамаһы Они сражались за Родину
Нигеҙендә эшләнгән Улар Тыуған ил өсөн көрәште (М. А. Шолохов романы)
Төп тема Икенсе бөтә донъя һуғышы
Жанр фильм-драма[d][1] һәм хәрби фильм[d]
Ил Flag of the Soviet Union (dark version).svg СССР
Әҫәр яҙылған тел рус теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1975
Режиссёр Сергей Фёдорович Бондарчук[d]
Сценарист Шолохов Михаил Александрович
Сергей Фёдорович Бондарчук[d]
Ролдәрҙә Василий Макарович Шукшин[d]
Андрей Станиславович Ростоцкий[d]
Георгий Иванович Бурков[d]
Смоктуновский Иннокентий Михайлович
Ирина Константиновна Скобцева[d]
Иван Герасимович Лапиков[d]
Наталья Георгиевна Гундарева[d]
Николай Николаевич Губенко[d]
Нонна Викторовна Мордюкова[d]
Сергей Фёдорович Бондарчук[d]
Вячеслав Васильевич Тихонов[d]
Юрий Владимирович Никулин[d]
Кинооператор Вадим Иванович Юсов[d]
Композитор Овчинников, Вячеслав Александрович[d]
Етештереүсе компания Мосфильм[d]
Оҙайлылыҡ 152 Минут
Төҫ төҫлө[d]


«Улар Тыуған иле өсөн көрәште» — совет фильмы, Михаил Шолоховтың шул исемдәге романы буйынса Сергей Бондарчук төшөргән фильмы. «Советский экран» журналының 1976 йылда тамашасыларҙан һорау алыу иҫәбе буйынса иң яҡшы фильм.

1977 йылдың ағалы-энеле Васильевтар исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты. Фильм Волгоград өлкәһендә, Бөйөк Ватан һуғышы барған ерҙәрҙә, төшөрөлгән

Сюжет[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1942 йылдың июлендә, Бөйөк Ватан һуғышының иң фажиғәле осорҙарҙың береһе. Һуғышта бик күп һалдаттарын юғалтҡан совет уҡсылар полкы Сталинградҡа сигенә. Сигенеү ваҡытында ялға туҡталғанда һалдаттар төрлө темаларға һөйләшәләр, һыу инәләр һәм йоҡлайҙар. Полктың бер һалдаты, йор һүҙле Петр Лопахин, тотҡан ҡыҫалаларҙы бешерер өсөн. күрше ауылға тоҙ эҙләп китә. Лопахин казак-әбейҙе һүҙҙәре менән арбай, әммә әбейҙең мыҫҡыллы мөнәсәбәтенә эләгә, сөнки һалдаттар урындағы халыҡты яҙмыш ҡулына ҡалдырып сигенәләр. Ауыр һөйләшеүҙән һуң, Лопахиндың күңелле битлеге аҫтында етди кеше булыуын күреп, әбей уға тоҙ биреп сығара.

Командование дала уртаһындғы бейеклекте яуларға приказ бирә. Ташлы ерҙе ҙур ҡыйынлыҡ менән соҡоп, полк һалдаттары окоптар яһай һәм гранаталар һәм танкка ҡаршы мылтыҡтар менән беренсе танк һөжүмен кире ҡайтара. Һөжүмдең икенсе тулҡыны ваҡытында немец авиацияһы полк позицияларына бомбалар ташлай, шуның һөҙөмтәһендә тағы ла бик күп һалдаттар һәләк була, рядовой Николай Стрельцов, Лопахиндың дуҫы, ауыр контузия ала. Немец танкыларының икенсе һөжүме уңышлы тиерлек була, ләкин ярҙамға килеп еткән совет һалдаттары дошман атакаһын кире ырғыта.

Полк төндә янып ятыусы бойҙай баҫыуы аша үтә. Рядовой Иван Звягинцевтың, һуғышҡа тиклемге комбайнсының, һуғыш килтергән зыянды күреүгә иҫе китә.

Сираттағы утарға барып еткәс, яугирҙәр алышҡа әҙерләнә, ә Лопахин, урындағы ҡатын-ҡыҙҙарҙы арбап, тел сарлап, һалдаттарға һөт алып килә. Сираттағы һуғышта ул ПТРД-ҙан атып немец истребителен бәреп төшөрә.

Бер аҙ ваҡыттан полк дошман танктары менән тағы ла бер урында һуғыша. Танкылар һөжүмдән һаҡланыу позицияларындағы һалдаттарҙы тапап үлтерә, йәш ефрейтор Кочетыг һуңғы һулышы алдынан немец танкыһын, ҡабыныусан шыйыҡсалы шешә ташлап, яндырып өлгөрә һәм геройҙарса һәләк була. Совет һалдаттары контратакаға ташлана, уның барышында Звягинцев миномтет минаһы ярсыҡтарынан яралана. Немецтар сигенергә мәжбүр була, ә йәш кенә шәфҡәт туташы ауыр тәнле Звягинцевты һуғыш яланынан һөйрәп алып сыға(«һуғышҡа тиклем — 93 килограмм»). Полктың һуңғы офицерын ерләгәс, полк тағы ла алға табан китә. Медсанбатта Звягинцевҡа наркозһыҙ операция эшлйҙәр, уның арҡаһынан һәм аяҡтарынан күп һанлы мина ярсыҡтарын алып ташлайҙар.

Полк сираттағы станицала урынлаша, әммә аҙыҡ-түлек юҡ, ә урындағы халыҡ сигенеүсе һалдаттарҙы ашатыуҙан баш тарта. Лопахин тағы ла бер ҡатынды — Натальяны — тәмле һүҙҙәре менән арбап ҡарарға тырыша һәм уға хужалыҡ буйынса ярҙам итә. Ул төндә ҡатынды әүрәтергә инә, ләкин тегеһе Лопахиндың күҙенә күгәрткәнсе һуғып сығара. Иртән торғас, Лопахин, өҫтәл тулы аҙыҡ-түлекте күреп, Наталья йомшарған тип уйлай, Әммә Наталья үҙенең ире госпиталдә ятҡанлығы, ә был аҙыҡты бынан алдағы көндәрҙә ҡаты һуғышта ҡатнашҡан һалдаттары өсөн полк старшинаһы һорағаны арҡаһында колхоз председателе ҡушыуы буйынса ҡатындар килтерҙе, тип аңлата Наталья. Ул шулай уҡ урындағы халыҡ һалдаттарҙың ауылды сигенмәйсә һаҡлағаны өсөн бар нимәне лә бирергә әҙер булыуы тураһында һөйләй.

Лопахин халыҡ өйкөмө араһында Николай Стрельцовты күреп ҡала. Баҡһаң, контузияһына һәм һаңрауланыуына ҡарамай, ул медсанбаттан ҡасып киткән дә, полкты эҙләп йөрөгән икән. Стрельцов үҙенең иптәштәренә ҡушыла. Полкка килгән полковник күҙ ҡараһылай һаҡланған байраҡ осон үбә һәм һалдаттарға рәхмәтен белдерә. Совет ғәскәрҙәренең бик ҙур көстәре Сталинградты һаҡларға килеү менән фильм тамамлана

Ролдәрҙә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Шукшин Василий Макарович — Пётр Федотович Лопахин (дублёр — Соловьёв Юрий Васильевич)
  • Тихонов Вячеслав Васильевич — рядовой Николай Стрельцов
  • Бондарчук Сергей Фёдорович — рядовой Иван Звягинцев
  • Бурков Георгий Иванович — рядовой Александр Копытовский
  • Никулин Юрий Владимирович — рядовой Некрасов
  • Лапиков Иван Герасимович — старшина Поприщенко
  • Губенко Николай Николаевич — лейтенант Голощёков
  • Николай Волков — рядовой Никифоров
  • Ростоцкий Андрей Станиславович — ефрейтор Кочетыгов
  • Шутько Николай Алексеевич — повар Лисиченко
  • Самойлов Евгений Валерианович — полковник Марченко
  • Мордюкова Нонна Викторовна — Наталья Степановна
  • Смоктуновский Иннокентий Михайлович — хирург
  • Скобцева Ирина Константиновна — өлкән шәфҡәт туташы
  • Степанова Ангелина Иосифовна — ҡарсыҡ-казачка
  • Божок Татьяна Андреевна — шәфҡәт туташы
  • Федосеева-Шукшина Лидия Николаевна — Глаша
  • Ильченко Даниил Иванович — Лука Михалыч
  • Ванин Алексей Захарович — рядовой Аким Борзых
  • Горлов Николай Матвеевич — санитар
  • Геннадий Сафронов — рәйес
  • Никифоров Борис Николаевич — капитан Сумсков
  • Переверзев Анатолий Николаевич — Хмиз
  • Леонов Виталий Викторович — рядовой
  • Михаил Чигарёв — рядовой
  • Бородокин Станислав Юрьевич — рядовой
  • Трутнев Леонид Анатольевич — рядовой
  • Меркурьев Пётр Васильевич — рядовой
  • Попов Андрей Алексеевич — кадр артындағы автор тауышы

Фильм тураһында факттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лопахин роле Василий Шукшин карьераһында һуңғы роль була. Фильмды төшөргән ваҡытта актер төнгө йоҡоһонда вафат була[2], һәм Лопахиндың тауышын Игорь Ефимов яҙҙыра, ә Нонна Мордюкова менән ике сәхнәлә Юрий Соловьев уйнай, ул ҡасандыр ВГИК-та Шукшин менән бергә уҡыған[3] .
  • «Рәсәй» телеканалында «Улар тыуған иле өсөн көрәште. Фильм тураһында фильм» документаль фильмы төшөрөлә.
  • СССР кинотеатрҙарында фильмы тамашасылар 40,6 миллион,[4] / ПНР — 1,302 млн[5] тамашасы ҡараған.
  • Картина кадрҙарҙың яңы универсаль форматлы системаһы менән иң беренсе төшөрөлгән фильм була, ул ғәҙәти һәм шулай уҡ киң экранлы форматта, хатта киң форматта ла баҫылыу мөмкинселегенә эйә була[6].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Файл:Памятник фильму Они сражались за Родину.jpeg
«Улар Тыуған иле өсөн көрәште» филмы геройҙары һәйкәле
  • XX Карловы Варыҙа (1976 йыл) — Чехословакияның антифашист көрәшселәре союзы премияһы .
  • XIV кинофестивалендә / Панама (1976 йыл) — режиссерлыҡ эше өсөн Сергей Бондарчук бүләкләнә. Иң яҡшы икенсе пландағы ролде башҡарғаны өсөн — Татьяна Божок бүләкләнә.
  • Ағалы-энеле Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1977 йыл).

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылдың 30 ноябрендә Фрунзе яр буйы урамында Рәсәй оборона министрлығы бинаһы алдында фильм мотивтары буйынса скульптура композицияһы асыла[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]