Ултырып йәки ишарат менән намаҙ ҡылыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ултырып йәки ишарат менән намаҙ ҡылыу— физик мөмкинлектәре сикләнгән йәки ныҡ сирле хәлдә ҡылына торған намаҙ.

Ислам дине өсөн көсләү хас түгел. Ғибәҙәттәр кешенең көсө һәм ҡеүәтенә ҡарап үтәлә. Намаҙҙарҙы аяк өҫтөндә ҡыла алмағандарға ултырып ҡылырға мөмкин.

Был хәлдә аяҡта ҡылына торған вазифаларҙы ултырған килеш башҡарырға мөмкин, һуңынан эйелеп руҡуғ яһалыр, руҡуғтан ҡалкып, турайғандан һуң сәждәгә барыла һәм шулай итеп намаҙ тамам.

Әгәр маңлайын ергә куйып сәждә ҡылырға көсө етмәһә, башы менән ишарат яһап кылыр. Быға «Има» ярҙамында ҡылынған намаҙ тейҙәр.

Тимәк, рукуғ менән сәждәне ҡылғанда башты ишарат рәүешендә эйеү. Был хәлдә булған кеше руҡуғта башын бер аҙ эйеп сәждәлә лә руҡуғка ҡарағанда нығырак эйер.

Әгәр ҙә сәждә өсөн башын рукуғтан нығырак эймәһә намаҙ дөрөҫ булмаҫ.

Ауырыу кеше ултырып тора алмаһа теләгән рәүештә, яткан килеш башы менән ишара итеп намаҙын кылыр. Башы менән дә ишара итеп ҡыла алмаһа намаҙҙы башҡа ваҡытка ҡалдырып ҡылыр.

ауырыу булһаң да, намаҙыңды ҡалдырыуҙан һаҡланырға кәрәк. Сөнки, намаҙ ауырыған ваҡытта йән тыныслығы килтерә һәм сәләмәтләнеүгә сәбәпсе була.

Ауырыу кешенең намаҙы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ауырыу кеше лә пакланырға, тәһәрәт алырға һәм ғөсөл ҡойонорға тейеш. Әгәр ауырыу үҙенең хәлһеҙлеге арҡаһында, сирҙе аҙҙырыуҙан ҡурҡһа йәки сәләмәтләнеү әкренәйер тип шөбһәләнһә, ул саҡта ҡом менән паклана ала. Ул тәйәммүм тип атала. Тәйәммүм ҡылып пакланыу өсөн ике ҡулдың устары менән таҙа тупраҡҡа бер тапҡыр һуғып алырға, һәм шунан һуң, устар менән битте һәм ҡулдарҙы һыпырырға кәрәк.

Әгәр ауырыу үҙ -үҙен пакландыра алмаһа, уны икенсе кеше һыу йәки ҡом менән тәһәрәтләндерә.

Тәндең паклана торған өлөштәрендә яра булһа, ул һыу менән йыуыла. Һыу менән йыуыу зыян килтерерҙәй булһа, ул ағза йыуылмай, ә мәсехләнә (йәғни, ҡул суҡтарын һыуға сылатып, һыулы бармаҡтар менән уларҙың йөҙлөгөн бер мәртәбә һыпыра).

Яраһы асылып китер тип шөбһәләнһә, бәйләгән сепрәген йәки бинтын мәсехләй.

Ауырыуҙың һынған урындарына ҡабыҡ йәки гипс һалынған булһа, улар аҫтындағы ағзалар йыуылмай. Был осраҡта ла ҡабыҡты йәки гипсты мәсехләргә генә кәрәк.

Мәсехләү йыуыуҙы алмаштырғанға күрә, ул кеше тәһәрәтле тип иҫәпләнә һәм уға тәйәммүм ҡылыу кәрәкмәй.

Тәйәммүм ҡылыу өсөн туҙан ҡунған теләһә ниндәй таҙа стена һәм башҡа таҙа нәмә менән файҙаланырға мөмкин. Намаҙ алдынан ҡом менән тәйәммүм ҡылған кеше үҙенең таҙалығын һаҡлаһа, киләһе намаҙын да, икенсе тапҡыр тәйәммүм ҡылмайынса, уҡый ала.

Ауырыу үҙенең тәнен теләһә ниндәй нәжестән һәм бысраҡтан таҙартырға тейеш. Әгәр ҙә ул быны эшләй алмаһа, тәһәрәтһеҙ ҙә намаҙ укый ала. Был осраҡта уның намаҙы дөрөҫ тип иҫәпләнә һәм аҙаҡ ҡайтанан намаҙ уҡыу талап ителмәй.

Ауырыу намаҙҙы таҙа кейемдә уҡырға тейеш. Әгәр кейем бысранған икән, уны йыуырға йәки икенсе кейемгә алыштырырға кәрәк. Ундай мөмкинлек булмаһа, бысранған кейемдә лә намаҙ уҡырға мөмкин. Был осраҡта ла намаҙ дөрөҫ буласаҡ һәм уны ҡайтарып уҡырға кәрәкмәй.

Ауырыу намаҙҙы таҙа урында башҡарырға тейеш. Әгәр урын нәжесләнгән булһа, уны йыуырға, башҡа таҙа урын табырға йәки таҙа нәмә йәйергә кәрәк. Быны эшләй алмаһа, ниндәй хәлдә булһа ла намаҙ уҡырға тейешле. Шундай хәлдә уҡылған намаҙы дөрөҫ тип һаналыр һәм уны ҡабат уҡырға кәрәкмәй.

Ауырыуға тәһәрәт ала алмауҙы сәбәп итеп намаҙҙы кисектерергә йәки ҡалдырырға ярамай. Хатта тән, кейем һәм намаҙ урыны нәжесләнгән һәм таҙартыу мөмкинлеге булмаһа ла, хәленә ҡарап тәһәрәтләнергә һәм билдәләнгән ваҡытта намаҙ уҡырға тейеш.

Ауырыу фарыз намаҙҙы бөкөрәйеп, кәрәк булһа таяҡҡа таянып, баҫҡан килеш булһа ла, уҡырға тейеш. Әгәр ауырыу ҡыям һәм рөкүғ ваҡыттарында баҫып тора алмай икән, аяҡларын салып ултырған килеш уҡый ала.

Әгәр ауырыу ултырып намаҙ уҡый алмаһа, ҡиблаға йөҙө менән боролоп, ҡырын ятып уҡый ала. Уң яҡҡа ҡырын ятып уҡыу яҡшыраҡ. Әгәр ауырыу ҡиблаға йөҙө менән борола алмай икән, теләһә ҡайһы йүнәлештә уҡыһала була һәм намаҙы дөрөҫ тип иҫәпләнер.

Әгәр ауырыу ҡырын ятып та намаҙ уҡый алмай икән, аяҡтарын ҡибла яғына һуҙып, салҡан ятып укый ала. Был осраҡта башты шул йүнәлештә бер аҙ күтәрергә кәрәк. Ундай мөмкинлек тә юҡ икән, ниндәй хәлдә булыуға ҡарамаҫтан, намаҙ уҡырға мөмкин. Был намаҙ ҙа дөрөҫ була һәм уны ҡайтанан уҡырға кәрәкмәй.

Ауырыу намаҙ ваҡытында рөкүғ һәм сәждә ҡылырға тейеш. Әгәр ул быны эшләй алмай икән, ул саҡта башын эйеп ишара яһарға тейеш.

Сәждәне ишаралап яһағанда, рөкүғтекенә ҡарағанда, башты нығыраҡ эйергә кәрәк. әгәр ауырыу рөкүғ яһай ала, ләкин сәждәгә бара алмай икән, ул рөкүғ яһарға, ә сәждәне башын эйеү менән ишара яһарға тейеш.

Әгәр ауырыу сәждәгә бара ала, ләкин рөкүғ ҡыла алмай икән, уға сәждә ҡылырға, ә рөкүғте баш эйеү менән ишара яһарға кәрәк.

Әгәр ауырыу рөкүғ һәм сәждәгә ишара яһарлыҡ хәлдә түгел икән, был осраҡта ул күҙҙәр менән ишара яһарға тейеш.

Әгәр ауырыу бер нисек тә ишара яһай алмай икән, күңеленән тәкбир әйтеп, Ҡөръән аяттары уҡып, күңеле менән рөкүғ һәм сәждә ҡылырға тейеш.

Әгәр ауырыу үҙенең хәле арҡаһында һәр фарыз намаҙҙы үҙ ваҡытында башҡара алмай икән, ул өйлә һәм икенде намаҙҙарын, шулай уҡ ахшам һәм йәстү намаҙҙарын берләштерә ала. Был осраҡта алдан, йәғни өйләлә икенде намаҙын, ахшам намаҙында йәстү намаҙын бергә уҡырға мөмкин.

Шулай уҡ, киреһенсә лә берләштерергә мөмкин, йәғни өйләне икендегә, ә ахшамды йәстүгә ҡалдырып уҡырға мөмкин.

Иртәнге намаҙҙы иһә үҙенән алдағы йәки унан һуңғы намаҙ менән берләштереп уҡырға ярамай.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ислам нигеҙҙәре. /Төҙөүсе, инеш һүҙ авторы Ф. Р. Хоҙайғолов. — Өфө : Китап, 2016. — 144 бит. ISBN 978-5-295-06400-5
  • Рәшиҙә Исхаҡи. Намаҙ уҡыу тәртибе. «Дәғүәт» нәшриәте. Нәшриәт рәисе Илшат Хәфизи. Корректор Хөрмәтулла хәҙрәт Буранбаев

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]