Үләнде (күл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Улянды (озеро) битенән йүнәлтелде)
Үләнде
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Үләнде (рус. Улянды) — Башкортостан Республикаһының Әбйәлил районындағы күл. Үләнде күленең көнсығыш яры тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора (1997)[1] (Ҙур биологик төрлөлөклө һәм экологик әһәмиәтле һыу-һаҙлыҡ комплексы).

Атауҙы күле Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Северный ауылынан 2,5 км көнсығыштараҡ урынлашҡан.

Характеристика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Майҙаны — 1,9 кв. км, оҙонлоғо 2 км, уртаса киңлеге 1,9 км.

Күл тектоник сығышлы, һуңғы девон тоҡомдарында (андезит-базальт порфирит, базальт, туффит, ҡомташ һәм балсыҡлы һәүерташ) барлыҡҡа килгән.

Күлдең төбө йәйпәк, ҡомло-ташлы ләмле, ярҙары һөҙәк, һаҙланған.

Тымыҡ күл, атмосфера яуым-төшөмдәре һәм грунт һыуҙары менән туҡлана. Һыу тоҙло, гидрокарбонатлы-натрийлы.

Эвтрофлы, тонсой торған күл. Күлдә балыҡтар бар (табан балыҡ, ҡарабалыҡ һәм алабалыҡ), ҡаҙ, өйрәк, көйөлдө, бүрекле ҡара өйрәк, сүрәгәй өйрәк, керелдәк сөрәгәй һәм башҡалар йәшәй.

Ландшафт — дала, буш ятҡан көтөүлектәр.

Топонимика[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күл исеме башҡорт телендәге «Үләнде» — үләнле, үлән баҫҡан һүҙенән килеп сыҡҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]