Ул һәм ул (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ул һәм ул
Нигеҙләү датаһы 1882
Атамаһы Он и она
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1882
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Ул һәм ул — хикәйә. Антон Павлович Чехов 1882 йылда яҙған, тәүге тапҡыр 1884 йылдың 23 июлендә «Мирской толк» журналында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Баҫмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

А. П. Чеховтың «Ул һәм ул» хикәйәһе 1882 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1884 йылдың 23 июлендә «Мирской толк» журналында А. Чехонте ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1884 йылда «Сказки Мельпомены» йыйынтығында баҫыла.

Хикәйәне йыйынтыҡҡа индерер алдынан Чехов ирҙең хатындағы йырсы ҡатыны тураһындағы ҡайһы бер һүҙҙәрен алып ташлай. Ире тураһында һөйләгән ерҙә Чехов һүҙҙәрҙе ҡуйырта биреп яҙып ҡуя, артистар тормошоноң ҡайһы бер күренештәрен өҫтәй.

«Ул һәм ул» хикәйәһендә театраль фельетон һәм очерк элементтары бар. Репортерҙар, рецензия яҙыусылар, театрҙағы төшкө аштар һәм уларҙа ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү Чеховтың театр менән ныҡ ҡыҙыҡһыныуы, уны яҡшы белеүе тураһында һөйләй.

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ул һәм ул» хикәйәһендә А. П. Чехов Европа буйынса сәйәхәт итеүсе пар кешене күрһәтә. Автор билдәле йырсы ҡатынды һәм уның ирен һүрәтләй, улар тураһында халыҡтың фекерен һәм ҡатын менән ирҙең хаттарында үҙ йәмәғәте тураһында яҙғанын күрһәтә. Барлыҡ һүрәтләүҙәр ҙә бер-береһенән ныҡ айырылып тора.

Ул йырсыны карточкала һәм сәхнәлә күргәндәр һәр саҡ һылыуҡай тиҙәр, ә автор ул «бер ваҡытта ла ул һылыу булманы», «ул нишана», — ти. Ире уны мегеранан һалдыра: «Ул йәмһеҙ. Мин уға өйләнгән саҡта ул нишана ине, хәҙер инде унан да яманыраҡ. Уның маңғайы юҡ; ике күҙе өҫтөндә ҡаш урынына саҡ ҡына һиҙелеп торған ике һыҙыҡ; күҙҙәре урынында ике һай ғына ярыҡ. Ул ярыҡта аҡыл да, яратыу ҙа, теләк тә юҡ. Танауы — картуф кеүек. Ауыҙы бәләкәй, матур ғына, ләкин тештәре ҡот осҡос. Уның түштәре лә, биле лә юҡ».

Йырсы ирен былай һүрәтләй: «Ул матур ҙа, яғымлы ла түгел. Ундайҙар өҙөлөп яратылыуға хаҡлы түгел. Улар мөхәббәтте бары тик һатып ҡына ала торғандар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Ул көнө-төнө итек тегеүсе кеүек иҫерек. Иҫереклектән ҡулдары дерелдәй, үҙе тиргәшә һәм һуғыша. Ул мине лә туҡмай. Айныҡ сағында теләһә ниндәй урында тик ята һәм өндәшмәй». Ул ир тураһында сит кешеләрҙең фекере: «Йырсыға кассир, антрепренерҙар, контракттар, килешеүҙәр алып бара торған кеше кәрәк… Ә ул ҡатын бары тик ҡул сабыусы тамашасыларҙы ғына күрә, ә касса һәм шуның кеүек донъяның прозаик яҡтарын бөтөнләй белмәй һәм белергә теләмәй ҙә. Тимәк, уға был ир ҡойроҡ һәм хеҙмәтсе кеүек кәрәк».

Шул арала автор был парлы ир менән ҡатындың ниндәй йорттарҙа ҡунаҡ булыуы һәм ундағыларҙың тәртибен дә яҙып ҡуя.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Чехов А. П. Он и она // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dictionnaire Tchekhov, page 123, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Il et Elle, traduit par Madeleine Durand avec la collaboration d’E.Lotar, Vladimir Pozner et André Radiguet, éditions 10/18, Domaine étranger dirigé par Jean-Claude Zylberstein, 2004. ISBN 2-264-03973-6.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]