Унтер-офицер

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Унтер-офицер
Артиллерия полкы уряднигы йәки унтер-офицеры, 1720-1728 йылдар[1].

Унтер-офицер (нем. Unteroffizier — кесе офицерҙар категорияһы) — түбәнге чиндар (вазифа — дәрәжә) һәм төрлө дәүләттәрҙең һәм илдәрҙең ҡораллы көстәрендәге кесе командирҙар һәм етәкселек составы категорияһы, шартлы рәүештә совет, ә һуңынан Рәсәй Ҡораллы көстәрендәге сержант-старшина составына тап килә.

Хәрби жаргонында — унтер. Славян атамаһы — подофицер. Рәсәй империяһында унтер-офицерҙар (артиллерияла — фейерверкерҙар, казак ғәскәрҙәрендә — урядник һәм артабан ҡорал төрө буйынса) ике түбәнге чиндарҙың өҫтәгеһе булып тора (түбәнгеһе — рядовой) — хәрби чиндарҙың беренсе (түбәнге) дәрәжәһе[2]. «Унтер-офицер» атамаһы XVIXVII быауаттарҙағы ландскнехттар армияһынан килеп сыҡҡан атама, ул ваҡытта һалдат һәм офицерҙар составы араһында ҡатлам буйынса айырылыу күҙәтелмәй. Шул уҡ ваҡытта һәр командир офицер тип атала, һәм унтер-офицерҙар обер-офицерҙарға (һүҙмә-һүҙ өлкән офицер) ҡаршы ҡуйыла, хәҙерге терминологияла з кесе офицерҙар составы тип атала.

Рус армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Беренсе донъя һуғышына китер алдынан Рус армияһының кесе унтер-офицерҙары.

Рус император армияһында унтер-офицерҙар 1917 йылдың октябренә тиклем һаҡланып килә, әммә Аҡтар хәрәкәте контроле аҫтындағы территорияларҙа, шулай ҡайһы бер сепаратистар армияларында һуңғараҡ та ғәмәлдә булалар.

«Преображенский лейб-гвардия полкы унтер-офицеры Шелганин армия капитаны дәрәжәһенә күсерелә һәм фельдегерҙар корпусында ҡалдырыла»

— Император Павел I Указы, 10 декабрь 1796 йыл.

Ҡораллы көстәрҙәге лейб-гвардияла хеҙмәт иткән унтер офицерҙарҙы (гвардия унтер-офицеры) һәм армиялағы унтер-офицерҙарҙы (армия унтер-офицеры) айырыу мотлаҡ.

Унтер-офицерҙар категорияһына төрлө осорҙа түбәндәге чиндар ҡарай:

  • зауряд-прапорщик
  • подпрапорщик
  • фельдфебель (кавалерияла — вахмистр)
  • өлкән унтер-офицер (взводный), өлкән урядник (казактар), өлкән фейерверкер (артиллерия)
  • кесе унтер-офицер, кесе урядник (казактар), кесе фейерверкер (артиллерия)
  • капрал
  • фурьер
  • каптенармус
1798 йылдан 1765 йылға тиклем
1765 йылға тиклем сержант

1826 йылға тиклем иҫке гвардия тип исемләнгән гвардияла фельдфебелдәр һәм вахмистрҙар, ә 1798 йылға тиклем сержанттар ҙа Рангтар табеленә (XIV һәм XIII) ҡарағанын иҫәпкә алырға кәрәк, әммә улар обер-офицер тип һаналмаған һәм уларға тиңләнмәгән. Шул уҡ ваҡытта армияға улар подпоручик йәки прапорщик итеп күсерелә алған.

Чиндар, званиелар һәм билдә айырмалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тамғаланыш Унтер-офицерҙар төркөмө 
Инфантерия Артиллерия Кавалерия Казак ғәскәрҙәре Диңгеҙ чиндары
чин Кесе унтер-офицер[3] вице-фейерверкер кесе унтер-офицер кесе урядник Квартирмейстер 2-се статья фельдшеры
Айырыу билдәләре 1904ossr01-03.png 1904ab31-p19.png 1908ur03-p03.png Младший урядник (чин).png IRN Quartermaster1 1917.png 1906mmed-p03.png
чин Өлкән унтер-офицер[4] Өлкән (взвод) фейерверкер өлкән унтер-офицер[5] урядник Боцманмат 1-се статья фельдшеры
Айырыу билдәләре 1904ir036-p04.png 1904ab31-p18.png 1914 Senior Unteroffizier of Russian Glukhovsky 6th Dragoon Regiment (re-enlistee 2nd category) p06.png Урядник (чин).png IRN BootsmannMaat 1917.png 1906mmed-p04.png
чин фельдфебель[6] вахмистр Боцман
Айырыу билдәләре 1907ossr11-p05.png 1908ur03-p05.png 1910-1kgTkv-p05.png IRN Bootsmann 1917.png
чин подпрапорщик[7] подхорунжий
  • өлкән боцман
  • гардемарин
  • кондуктор
өлкән фельдшер
Айырыу билдәләре 1911-ir001-p06.png 1914 Podhorunzhyi (OR8) of Russian Orenburg 1st Cossack regiment p06.png IRN StarshyBotsman 1917v.jpg 1913mor-p06rul.png 1913mmed-p06.png
чин зауряд-прапорщик
Айырыу билдәләре 1904ossr01-07.png
Чиндар төркөмө эҙлеклелеге
кесе төркөм:
Рядовойҙар
Lesser Coat of Arms of Russian Empire.svg
Унтер-офицерҙар
өлкән төркөм:
Обер-офицерҙар

Немец армияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Унтерофицер (нем. Unteroffizier) — немец бундесверҙағы атама (НАТО эквивалент OR-5[8]), шулай уҡ йыйылма унтер-офицерҙар составының OR-5-тән OR-9-ға тиклем йыйылма билдәләмәһе. Кесе төркөм — портупеяһыҙ унтерофицер (OR-5, унтерофицер һәм штабсунтерофицер[de]) — өлкән төркөм портупеялы унтерофицер (OR-6-нанфельдфебель OR-9-ға тиклем оберштабсфельдфебель[de]).

Кесе звание:
Обер-штабсефpейтор[de]

Bundeswehr Kreuz Black.svg
Унтер-офицер
Өлкән звание:
Штабс-унтерофицер[de]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рангтар табеле

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ҡалып:Книга:Висковатов А.В.:Историческое описание
  2. ЭСБЕ
  3. 1-се Себер уҡсылар Ғәли йәнәптәре полкы — Көнсығыш себерҙә Рус император армияһындағы пехота полктарының береһе. Айырыу билдәләре, бында: 1909 йылдан 1909 йылға тиклемге погондар
  4. Рус император армияһы айырыу билдәләре: 25-се пехота дивизияһының 2-се бригадаһы, 99-се пехота Ивангород полкы һәм 100-се пехота Островский полык — бында: 1904—1909 йылдарҙағы погондар
  5. Императрица Бөйөк ЕкатеринаГлухов 6-сы драгун полкы. Старший унтер-офицер — 2-се разрядлы сроктан тыш хеҙмәт итеүсе (1914 йылғы погон)
  6. Император ғәли йәнәптәре Императрица Мпария Федоровнаның 11-се Көнсығыш-Себер уҡсылар полкы  — Рус император армияһы полктарының береһе. айырыу билдәләре, бында: 1904 йылдан 1917 йылға тиклем погондар
  7. International Encyclopedia of Uniform Insignia. Дата обращения: 30 август 2010. Архивировано 15 апрель 2012 года.
  8. Аббревиатура «OR» применяется для обозначения категории "Other Ranks / fr: sous-officiers et militaires du rang / ru: другие ранги, кроме офицеров (The abbreviation «OR» stands for «Other Ranks / fr: sous-officiers et militaires du rang / ru: другие ранги, кроме офицеров»).

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]