Эстәлеккә күсергә

Ун бер ил төркөмө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Ун бер ил төркөмө» дәүләттәре ҡыҙыл менән күрһәтелгән (һулдан уңға): Мексика, Нигерия, Мысыр, Төркиә, Иран, Пакистан, Бангладеш, Индонезия, Вьетнам, Көньяҡ Корея, Филиппин

«Ун бер ил төркөмө» (N-11 йәки Next Eleven) — хәҙерге замандағы ун бер илдең дөйөм исеме: Мексика, Нигерия, Мысыр, Төркиә, Иран, Пакистан, Бангладеш, Индонезия, Вьетнам, Көньяҡ Корея, Филиппин, был төркөмләүҙе Goldman Sachs аналитигы Джим О’Нейл (ингл. Jim O'Neill) БРИКС дәүләттәре менән йәнәш иҡтисадтары XXI быуаттағы Халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр системаһының эре локомотивтарына әүерелеүе ихтимал булған илдәрҙе күҙҙә тотоп тәҡдим итә. Термин 2005 йылдың 15 декабрендә агентлыҡтың йыллыҡ отчетында ҡулланыуға инә[1].

Төркөмдәге илдәр яңы индустриаль илдәр (ЯИИ; урыҫса: новые индустриальные страны, НИС) араһында ла бар.

11 илдең 7-һе (Нигерия, Мысыр, Төркиә, Иран, Пакистан, Бангладеш, Индонезия) ислам донъяһы илдәре лә булып тора.

«Ун бер ил төркөмө» һәм ЯИИ илдәренең дәүләт иҡтисадтары составы һәм үлсәмдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Корея республикаһы Көньяҡ Корея — милли иҡтисады юғары килемле ил[2], алдынғы баҙарлы ил[3], юғары белем кимәлле ил, үҫешкән демократиялы ил, ОЭСР ағзаһы, G20 ағзаһы, АТЭС ағзаһы
  • Мексика Мексика — милли иҡтисады уртасанан юғары килемле ил[2], 1-се баҫҡыс үҫешеүсе баҙарлы ил[3], юғары белем кимәлле ил, үҫешеүсе демократиялы ил, ОЭСР ағзаһы, G20 ағзаһы, АТЭС ағзаһы, НАФТА ағзаһы
  • «Беренсе тулҡын» ЯИИ илдәре араһында[4][5] — Сингапур, Тайвань, Гонконг (шулай уҡ «азия юлбарыҫтары» йәки «азия аждаһалары») һәм Латин Америкаһындағы Аргентина, Бразилия.

Өр-яңы индустриаль илдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Филиппин Филиппин — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], 2-се баҫҡыс үҫештәге баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, үҫешеүсе демократиялы ил, АТЭС ағзаһы, АСЕАН ағзаһы
  • Төркиә Төркиә — милли иҡтисады уртасанан юғары ил[2], 2-се баҫҡыс үҫешеүсе баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, ике полюслы сәйәси ҡоролошо ил, ОЭСР ағзаһы, G20 ағзаһы, ЕС партнеры булған ил, ОЭС ағзаһы
  • Индонезия Индонезия — милли иҡтисады уртасанан юғары ил[2], уртаса белем кимәлле ил, үҫешеүсе демократиялы ил, G20 ағзаһы, АТЭС ағзаһы, АСЕАН ағзаһы
  • «Икенсе», «өсөнсө» һәм «дүртенсе» тулҡын ЯИИ араһында[5] — Малайзия, Таиланд, Чили.

Үҫешеүсе илдәр — перспективалы индустриаль илдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мысыр Мысыр — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], 2-се баҫҡыс үҫешеүсебаҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, Агадир килешеүенә ҡул ҡуйған ил, COMESA/Көнсығыш һәм Көньяҡ Африкала ирекле иҡтисади зона тураһында килешеүгә ҡул ҡуйған ил
  • Иран Иран — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил, уртаса белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, ОПЕК ағзаһы, ОЭС ағзаһы
  • Нигерия Нигерия — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил[3], түбән белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, ОПЕК ағзаһы
  • Пакистан Пакистан — милли иҡтисады уртасанан түбәнерәк килемле ил[2], 2-се баҫҡыс үҫешеүсе баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, ике полюслы сәйәси ҡоролошло ил, ОЭС ағзаһы, СААРК ағзаһы
  • Вьетнам Вьетнам — милли иҡтисады түбән килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, авторитар сәйәси режимлы ил, АСЕАН ағзаһы

Артта ҡалған илдәр — индустриаль ил булыуы ихтимал илдәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Бангладеш Бангладеш — милли иҡтисады түбән килемле ил[2], һүлпән баҙарлы ил[3], уртаса белем кимәлле ил, ике полюслы сәйәси ҡоролошло ил
  1. Global Economics Paper 134 2008 йыл 27 февраль архивланған. and Jim O’Neill, BRIMCs
  2. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 По данным Всемирного банка
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 По данным FTSE Group
  4. Новые индустриальные страны (НИС) :: Институт географии РАН
  5. 1 2 МОДЕЛЬ РАЗВИТИЯ НОВЫХ ИНДУСТРИАЛЬНЫХ СТРАН Е. А. Брагина. ВЕСТНИК РОССИЙСКОЙ АКАДЕМИИ НАУК, 1998, том 68, № 1, с. 85-89