Ун өс йыллыҡ һуғыш (1454—1466)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ун өс йыллыҡ һуғыш
Висла ҡултығындағы алы, 1463 йылдың 15 сентябре
Висла ҡултығындағы алы, 1463 йылдың 15 сентябре
Дата

4 февраль 145419 октябрь 1466

Урыны

Көнсығыш Поморье, Балтик диңгеҙе

Нәтижә

Прусс-поляк еңеүе; Икенсе Торунь солохо

Ҡаршы тороусылар

Prussia1223.gif Прусс берлеге
Flag of the Kingdom of Poland.svg Польша короллеге

Flag of the Teutonic Order.svg Тевтон ордены
Naval Ensign of Denmark.svg Дания
Wapen Amsterdam.svg Амстердам

Командирҙар

Flag of the Kingdom of Poland.svg Казимир IV Ягеллон

Template - Grand Master of the Teutonic Order.svg Людвиг фон Эрлихсхаузен
Flag of the Teutonic Order.svg Генрих Рейсс фон Плауэн

Ун өс йыллыҡ һуғыш (нем. Dreizehnjähriger Krieg, пол. Wojna trzynastoletnia, көнбайыш әҙәбиәттә шулай уҡ «Ҡалалар һуғыштары» исеме аҫтында билдәле) — 14541466 йылдарҙа Польша короллеге һәм Тевтон ордены араһындағы Көнсығыш Поморьела өҫтөнлөк итеү өсөн һуғыш. Һуғыш һөҙөмтәһендә Польша короллеге Балтик диңгеҙенә сығыу мөмкинлеген алған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1440 йылдың 21 февралендә Мариенвердер ҡалаһында Пруссия берлеге ойошторола. Берлектең составына Тевтон орденына ҡарата дошманлыҡ мөнәсәбәтендә булған Поморье ҡалалары, шулай уҡ Пруссия һәм Поморьеның түбәнге рыцарлығы ингән. Берлек Тевтон орденына буйһоноуҙан баш тартҡан һәм 1454 йылдың 4 февралендә ихтилал күтәргән. Берлек ғәскәрҙәре Данциг, Торунь, Эльблонг, Кёнигсберг һам башҡа ҡалаларҙы һәм ҡәлғәләрҙе Орден рыцарҙәренән азат иткәндәр. Поляк короле Казимир IV азат ителгән Орден ерҙәрен үҙенең короллеге составына индереү тураһында иғлан иткән. Поляк шляхта ополчениеһы ошо ерҙәргә баҫып ингән, әммә 1454 йылдың сентябрендә Хойнице янындағы алышта тар-мар ителгән. Һуғышта Тевтон орденына немец кенәзлектәре (шул иҫәптән Бранденбург маркграфлығы), шулай уҡ Дания короллеге менән Амстердам ҡалаһы булышлыҡ күрһәткән.

1462 йылда Жарновце янындағы алышта Пётр Дунин етәкселегендәге поляк ғәскәрҙәре еңгәс һуғышта һынылыш башланған. Һуғыш 1466 йылда Икенсе Торунь солох килешеүен төҙөү менән тамамланған. Килешеүгә ярашлы Польша короллеге элекке үҙ ерҙәренең бер өлөшөн ҡайтарған һәм Балтик диңгеҙенә сығыу мөмкинлеген алған. Тевтон ордены үҙен Польша короллегенең вассалы тип таныған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Хартмут Бокман. Немецкий Орден: двенадцать глав из его истории. — М.: Ладомир, 2004. — ISBN 5-86218-450-3.
  • Вильям Урбан. Тевтонский орден / Пер. с нем. В.И.Матузовой. — М.: Аст, 2010. — 416 с. — (Историческая библиотека). — ISBN 978-5-17-044178-5.
  • Великие магистры Тевтонского ордена 1190—2012 / Пер. с нем. В.И.Матузовой. — М.: Ладомир, 2015. — 392 с. — ISBN 978-5-86218-534-8.