Уралсиб (бина)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уралсиб
Торған урыны Башҡортостан Башҡортостан
Өфө Өфө
Төҙөлөш 19981999 гг.[1]
Ҡулланыу офис бинаһы
бейеклек
Түбә 100,5 м
Техник параметрлар
Ҡат һаны 25 + 1 тех.
Бина эсендә майҙан 25 500 м²
Архитекторы Леонид Дубинский,
Сергей Голдобин
Милексеһе Уралсиб (ФК)
Төҙөүсе Summa Turizm Yatirimciligi A.S.

Мәғлүмәт һәм фото Emporis

Уралсиб Викиһаҡлағыста

«Уралсиб» —1999 йылда төҙөлгән административ бина; Өфө ҡалаһында Революция урамы, 41-се йорт адресы буйынса урынлашҡан, «Уралсиб» финанс корпорацияһы офисы. 100,5 метр бейеклегендәге ҡоролма[2]. Критерийҙарҙан сығып бейек, күп ҡатлы йорт тип тә һанала ала. Ҡалала иң бейек, ә Рәсәйҙән ситтә, 100 метр билдәне шартлыса үткән бина булып иҫәпләнә[3][комм. 1].

Тасуирлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Уралсиб» банкыһы бинаһы ХХ быуат башына ҡараған йортҡа йәнәшә төҙөлгән

Иң бейек (күп ҡатлы) йорт бейек биналар булмаған тарихи үҙәк урамда урынлашҡан. Шулай ҙа, юл аша, 1962 йылда төҙөлгән тәүге 9 ҡатлы бина бар[4], бейек йорт төҙөү ҡала панорамаһына ҙур йоғонто яһай. Башня әҙ ҡатлы йорттар араһында алыҫтан күренеп тора. Ул үҙе, ҡыҙыл кирбестән төҙөлгән ике ҡатлы иҫке бинаға төкәтеп һалынған. XX быуатта унда ҡала хакимиәте ныҡышмалығы арҡаһында һаҡлаған Икенсе Мариин ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (Өфөләге беренсе Мариин ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы менән бутарға кәрәкмәй) урынлашҡан була. Шул арҡала бейек (күп ҡатлы) йорт Өфөлә киң ҡулланылған фасадизм өлгөһө булып иҫәпләнә. Бина шыма формала төҙөлгән, уның фасады ҡараңғылатылған быяла һәм ҡуңыр, һоро төҫтәге төҙөлөш панеле менән көпләнгән. «Бинаны тирә-яҡҡа килешле итеп тура килтерергә тырыштыҡ» — тип белдерә архитектор Леонид Дубинский. Бина 21 ҡатлы (ҡайһы бер сығанаҡтарҙа 23 тип тә әйтелә)[5] и 26[4]), уларҙың береһе техник ҡат булып һанала[6]. Тәүге проект буйынса бинаның бейеклеге 96 метр булырға тейеш була[7]; 100 метрлыҡ сикте үтеү өсөн ҡыйыҡта махсус рәүештә өҫтәлмә яҡ төҙөлә. Үҙенең 100,5 метр бейеклеге менән[5] 2003 йылға тиклем бина Рәсәйҙә иң бейек булып һанала.

Факттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы рәсемдәр
«БашКредитБанк»
«Уралсиб»
Ҡыйыҡта Ҡыш бабай
Якутов паркынан күренеш
  • Үҙенең формаһы арҡаһында ҡала халҡы араһында «мобильник» һәм «шәм» тигән атамалар алған.
  • Тәүҙә бинаның юғары өлөшөндә «БашКредитБанк» атамаһы яҙылған була. 2002 йылда фасадтағы яҙыу «Уралсиб» банкыһы тип символикаһы үҙгәртелә.
  • Һәр йылда ла Яңы йыл байрамы алдынан бина ҡыйығына Ҡыш бабай фигураһын ҡуйыу традицияһы барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Комментарийҙар
  1. Төҙөлөш тамамланған ваҡытта инде Мәскәүҙән ситтә лә 100 метрҙан бейегерәк ҡоролмалар барлыҡҡа килгән була, мәҫәлән, Санкт-Петербургтағы Петропавлов соборы (122,5 м). Әммә, Ҡала мөхите һәм бейек биналар буйынса Совет критерийҙарына ярашлы, тораҡ йорт, офис йәки производство биналары сифатында проектланған ҡоролмалар ғына бейек бина булып һанала
Сығанаҡтар

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]