Урал дәүләт урман-техник университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Урал дәүләт урман-техник университеты
Нигеҙләү датаһы 1930
Эшмәкәрлек төрө forest engineering[d]
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Екатеринбург
Урынлашыу Екатеринбург
Уҡыусылар һаны 10 000
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Почта индексы 620032
Рәсми сайт usfeu.ru
Commons-logo.svg Урал дәүләт урман-техник университеты Викимилектә

Уральский государственный лесотехнический университет
(УГЛТУ)
Халыҡ-ара исеме

Ural State Forest Engineering University

Элекке исеме

УЛТИ, УГЛТА

Асылған йылы

1930

Тип

Государственное высшее учебное заведение

Ректор

Платонов Евгений Петрович

Студенттар

10000

Урынлашыуы

Рәсәй Рәсәй, Екатеринбург Екатеринбург

Юридик адресы

620032, Россия, Екатеринбург, Сибирский тракт, 37.

Сайт

http://www.usfeu.ru/

Наградалары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Урал дәүләт урман-техник университеты (Урал дәүләт урман-техник университеты) — Рәсәйҙең урман-техник белем биреү системаһында алдынғы юғары уҡыу йорттарының береһе, Урал-Себер төбәгенең урман-техник йүнәлештә белем биреүсе берҙән-бер юғары уҡыу йорто. Университет юғары сифатлы белгестәр әҙерләүе менән дан тота. УДУТУ иҡтисадтың урман секторы предприятиелары, ойошмалары һәм учреждениелары өсөн бакалавр, магистрҙар һәм иҡтисади һәм гуманитар йүнәлештәр, тирә-йүндәге мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәт ресурстарын һәм автомобиль-юл комплексын рациональ файҙаланыу буйынса белгестәр әҙерләй. Урал дәүләт урман-техник университеты Урал федераль округының сәнәғәт, фәнни һәм мәҙәни үҙәге Екатеринбургта урынлашҡан.

Урал дәүләт урман-техник университеты тураһында[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал дәүләт урман техник университеты (УГЛТА) — Екатеринбургта урынлашҡан дәүләт юғары уҡыу йорто. Уға нигеҙ 1930 йылда Урал политехник институтының урман-техник факультеты базаһында һалына[2]. 1930 йылдың 5 майы университеттың асылған көнө тип билдәләнелә (СССР Юғары Халыҡ Хужалығы советы бойороғо). 199З йылда Урал дәүләт урман-техник академия, ә 2001 йылда Университет тип үҙгәртелә..

Юғары уҡыу йорто үҙ тарихында 56 000-дән ашыу белгес әҙерләп сығара. Фәнни һәм уҡытыу эшендә, студенттар хеҙмәтен, көнкүрешен һәм ялын ойоштороуҙағы күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1978 йылда юғары уҡыу йортона Ленин комсомолы исемендәге исемендәге маҡтаулы исем бирелә, ә 1980 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

Университет бөгөн[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәҙер университетта 8000-дән ашыу студент (шуларҙың 3500-е көндөҙгө бүлектә) 28 йүнәлеш буйынса белем ала[3]. Университеттың үҙенең технопаркы бар, автомәктәбе[4], шифахана-профилакторийы[5] бар.

Университет кампусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Төп бина УЛК № 1 (ГУК)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙәк өлөшө 4 ҡаттан тора. Унда ректорат, башҡа дөйөм университет хеҙмәттәре һәм ойошмалары, бухгалтерия, дөйөм бүлек, кадрҙар бүлеге, ИЭУ деканаты, МТД деканаты, ЗФ деканаты, ГФ деканаты, ДиДО деканаты, ҡабул итеү комиссияһы, студенттар профкомы, буфет, ксерокс, кофе автоматы, банкомат урынлашҡан.

Серов исемендәге студенттар ҡаласығы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Инфраструктураһы киң үҫешкән комплекс, унда студенттарға йәшәү һәм ял итеү өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған. Ҡаласыҡ биләмәһендә 7 ятаҡ, 7 уҡыу корпусы, санаторий-профилакторийы, Спорт һарайы, ашхана, кафе, магазиндар, туҡталыш урындары бар. Территория һаҡ хеҙмәт тарафынан һаҡлана.

Факультеттар, кафедралар һәм институттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу институты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт 1941 йылдың 12 авгусында Урал урман-техник институтының урман хужалығы факультеты (ЛХФ) булараҡ ойошторола. Ректорҙың 2013 йылдың 1 апрелендәге 56-сы бойороғо нигеҙендә урман хужалығы факультеты урман һәм тәбиғәттән файҙаланыу институтына үҙгәртелә.[6]

  • Урманды таксалау (ағастар иҫәбен алыу) һәм урман тәрбиәләү эше кафедраһы
  • Экология, тәбиғәттән файҙаланыу һәм урман һаҡлау кафедраһы
  • Урман культуралары һәм биофизика кафедраһы
  • Урмансылыҡ кафедраһы (1941 й.[7])
  • Ландшафт төҙөлөшө кафедраһы
  • Ер төҙөлөшө һәм кадастр кафедраһы

Урман-сәнәғәт бизнесы һәм юл төҙөлөшө институты (ИЛБИДС)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт ректорҙың 2013 йылдың 1 апрелендәге 56-А бойороға нигеҙендә Урман-инженер факультетын (ЛИФ) һәм ағас механик-технологияһы факультеты (МТД)[8]

  • Производство процестарын автоматлаштырыу кафедраһы (АПП) (1969 й. нигеҙләнгән[9])
  • Транспорт һәм юл төҙөлөшө кафедраһы (Т һәм ДС) (1932 й. нигеҙләнгән[10])
  • Урман-сәнәғәт производствоһы технологиялары һәм Кафедра лесопромышленный технологиялар һәм ҡорамалдары (Т һәм ОЛП) (1932 й. ағас әҙерләүҙе механизациялау кафедраһы булараҡ асыла.[11])
  • Ағасты механик эшкәртеү кафедраһы (МОДА)
  • Целлюлоза-ҡағыҙ етештереү производствоһын техник яҡтан механикалаштырыу һәм ҡорамалдар кафедраһы (ТМ һәм ОЦБП)
  • Ағас эшкәртеү буйынса инновацион технологиялар һәм ҡорамалдар кафедраһы (ИТОД)
  • Менеджмент һәм сифатҡа идара итеү кафедраһы (МиУК)
  • Хеҙмәт һағы кафедраһы (БАШ)

Автомобиль транспорты һәм технологик системалар институты (ИАТТС)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Институт 1954 йылда урман-механика факультеты булараҡ ойошторола (ЛМФ), институт ректорҙың 2012 йылдың 20 февралендәге 47-А бойороғо менән институтҡа үҙгәртелә[12]

Химия-технология институты (ХТИ)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1930 йылдың майында Урал урман-техник институтының Химия-технология факультеты булараҡ асыла, 1997 йылда ректорҙың № 139-ә 05.07.2013 й. бойороғо менән Инженер-экология факультеты тип үҙгәртелә. Инженер-экология факультеты Үҫемлек сеймалын химик эшкәртеү һәм сәнәғәт экологияһы институты итеп үҙгәртелә.[13]

Иҡтисад һәм идара итеү институты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Туризм һәм сервис факультеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урал урман-техник колледжы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Профессиональ белем биреү институты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Мәғарифты үҫтереү институты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ситтән тороп уҡыу факультеты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Башҡа ҡалаларҙағы вәкиллектәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • С. С. Набойченко История высшей школы Свердловской области — Екатеринбург: Издательство АМБ, 2013. — Б. 108—116. — 880 б. — ISBN 978-5-8057-0850-4.

Университет составына Северка ҡасабаһындағы офисы менәнУрал уҡытыу-тәжрибә урман хужалығы инә. Урман хужалығының территорияһы — Екатеринбург ҡалаһы эргәһендәге 29 меңдән ашыу гектар ер.

Ректорҙар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. GRID Release 2017-05-22 — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. Уральский лесотехнический институт в лесной энциклопедии  (рус.). 5 июль 2009 тикшерелгән.
  3. Официальный сайт приемной комиссии УГЛТУ | Приемная комиссия УГЛТУ
  4. Автошкола УГЛТУ
  5. Санаторий-профилакторий УГЛТУ — Первичная профсоюзная организация студентов и аспирантов УГЛТУ
  6. Положение об институте леса и природопользования. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2018. 28 апрель 2018 тикшерелгән.
  7. Положение о кафедре. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2018. 28 апрель 2018 тикшерелгән.
  8. Положение об институте ИЛБИДС.
  9. Положение о кафедре АПП. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2018. 28 апрель 2018 тикшерелгән.
  10. Положение о кафедре. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2018. 28 апрель 2018 тикшерелгән.
  11. Положение о кафедре. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2018. 28 апрель 2018 тикшерелгән.
  12. Положение об институте автомобильного транспорта и технологических систем Архивная копия от 29 апрель 2018 на Wayback Machine
  13. Положение об институте. Тәүге сығанаҡтан архивланған 29 апрель 2018. 28 апрель 2018 тикшерелгән.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]