Урал микрорайоны (Стәрлетамаҡ)
Урал микрорайоны | |
Нигеҙләү датаһы | 1969 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Стәрлетамаҡ |
Майҙан | 1,5 км² |
Урындағы телефон коды | 3473 |
Урал микрорайоны — Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан биҫтә. Майҙаны 1,5 км². Төҙөлөш 1969 йылда башланған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төҙөлөш 1969 йылда башлана, ул ваҡытта был ерҙәр буш була[1]. Стәрлетамаҡ ҡалаһының иң күркәм проспекттарының береһе — Октябрь проспекты — барлыҡҡа килә. Тәүге биш ҡатлы йорт — 3, 5, 11, 13, 17 һандары аҫтында. Микрорайондағы тәүге мәктәп — 29-сы мәктәп — сафҡа 1971 йылда индерелә. Артабан Октябрь проспектында ике ун ике ҡатлы ике йорт ҡалҡып сыға (1-се һәм 9а). Элек 9а һанлы йорт урыны ташландыҡ була, халыҡ уны бәләкәй баҙар (минирынок) итеп ҡуллана. 2007—2008 йылдарҙа тағы бер йорт төҙөлә (33-сө). Хәҙерге ваҡытта Урал микрорайоны Стәрлетамаҡтың тап уртаһында ҡалып, уның үҙәге тип һанала[1].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Район сиктәре[2]:
— төньяҡтан — октябрь проспекты;
— көньяҡтан— тимер юл;
— көнбайыштан — Курчатов урамы;
— көнсығыштан — Хоҙайбирҙин урамы.
Микрорайон тигеҙ урында урынлашҡан, Стәрле һәм Ашҡаҙар йылғаларына төшкән урындар ғына бер аҙ һөҙәк (көньяҡ һәм көнсығыш йүнәлештә).
Микрорайон урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Октябрь проспекты
— Ҡара диңгеҙ урамы
— Курчатов урамы
— Хоҙайбирҙин урамы
— Л. Толстой урамы
— И. Насыри урамы
— А. Невский урамы
Инфраструктураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Микрорайон ифрат яҡшы үҫешкән. Уның территорияһында бик күп мәғариф, мәҙәни, сауҙа һәм спорт объекттары урынлашҡанref name="Стерлитамак"></ref>:
- 29-сы урта мәктәп (Л. Толстой урамы, 9)
- ике мәктәп-интернаты (һаңғырау-телһеҙҙәр өсөн, Л. Толстой урамы 7, 11)
- ауыр балалар өсөн интернат (И. Насыри урамы, 8)
- 18-се профессиональ училище (А. Невский урамы, 27)
- балалар баҡсаһы (Октябрь проспекты, 25)
- ҡала мәҙәниәт һарайы (Октябрь проспекты 35)
- 4 бөҙрәхана (Октябрь проспекты, 1, 17, 29, 31)
- 4 дарыухана (Октябрь проспекты, 9, 17, 31 һәм һәм И. Насыри, 1)
- өс футбол яланы (икеһе 29-сы мәктәп майҙанында, өсөнсөһө — спорткомплекс стадионында) һәм 250 метрлыҡ йүгереү юлы (спорткомплекс ҡарамағында).
- магазиндар, «ОПНХЗ» спорткомплексы (Октябрь проспекты, 5а) һәм банктар.
- Өфө Дәүләт нефть-техник университеты[2]
Иҫтәлекле урындар[1]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Г. К. Жуков исемендәге сквер
- «Урал микрорайоны — Стәрлетамаҡтың 235 йыллығына» стелаһы
- Хеҙмәт ветерандары аллеяһы (Жуков скверында)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— Общие сведения и история Стерлитамака
— Карта Стерлитамака подробно с улицами, домами и районами
— Стерлитамак. Видео