Урал (Баймаҡ районы)
Ауыл | |
Урал | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Урал (рус. Урал) — Башҡортостандың Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 250 кеше[1]. Почта индексы — 453653, ОКАТО коды — 80206813007.
Исеменең килеп сығышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал бүлексәһенең исеме Урал йылғаһы исеменән алынған. 2008 йылдың 9 февралендә Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте ҡарары (60-сы) менән Урал бүлексәһе Урал ауылы тип үҙгәртелә[2].
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан[3].
- Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 70 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Урғаҙа): 25 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 75 км
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1929 йылда Йылайыр кантонында Йылайыр совхозы ойошторолоу сиктәрендә Ҡала яны хужалығы ҡасабаһы булараҡ нигеҙләнә, һуңыраҡ, 1950-се йылдарҙа, «Йылайыр» совхозының Урал бүлексәһе итеп үҙгәртелә[3]. 1930 −1933 йылдарҙа Ҡала яны хужалығы — БАССР-ҙың Баймаҡ-Таналыҡ районы Баймырҙа ауыл Советы составында, 1933—1941 йылдарҙа — Баймаҡ районы Баймырҙа ауыл Советы, 1941 йылдан алып бөгөнгө көнгә тиклем Баймаҡ районы Йылайыр ауыл Советы составында[2]. 2005 йылда хәҙерге статусын ала, 2008 йылдан — Урал ауылы исемен йөрөтә. Халҡы «Йылайыр» ДУАХП‑нда эшләй. Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, магазин бар. Башланғыс мәктәп 2015 йылда ябылған[2]. 2020 йылдың көҙөндә бында капиталь ремонттан һуң ауылға ингән юлда күпер асылды[4]
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 136 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 267 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 280 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 303 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 215 | 106 | 109 | 49,3 | 50,7 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
- Милли составы
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, ауылда урыҫтар (40 %), башҡорттар (35 %) һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй[5].
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл активы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йылайыр ауыл советы 8-cе округы (Октябрь, Комсомол, Покровка, Сосновка, Урал ауылдары буйынса) депутаттары — Ольга Федоровна Кузьминова, Рәшиҙә Хәҙис ҡыҙы Раҡаева
- Ауыл старостаһы Гөлйәзит Һатыбалды ҡыҙы Хоҙайбирҙина
- Ауыл мәҙәниәт йорто (Баймаҡ «Халыҡ ижады үҙәге» филиалы) мөдире Ольга Федоровна Кузьминова.
- Фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире Сулпан Миҙхәт ҡыҙы Мусина
[2].
Ауылдың билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Копылов Василий Данилович — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943), Ленин ордены (1944) кавалеры[2], Советтар Союзы Геройы (1944)[7].
- Фәтхетдинова Рәшиҙә Әшрәф ҡыҙы — «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» почетлы билдәһе кавалеры[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Деревня Урал (Урал ауылы)
- ↑ 3,0 3,1 Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
- ↑ «Һаҡмар», 17 ноябрь 2020. Урал ауылында яңы күпер!
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Улицы
- ↑ Баймакский край
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урал (Баймаҡ районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |