Урам гәзите

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Сан-Францискола Street Sheet урам гәзитен һатыусыһы

Урам гәзите (ингл. street newspapers йәки ингл. street papers; ҡайһы саҡта «урам ҡағыҙы») —йортһоҙ йәки ярлы кешеләр менән таралыусы һәм башлыса уларға ярҙам итеү, һәм тағы ла йәмғиәттә йортһоҙ, ярлы һәм башҡа мохтажлыҡта йәшәүселәргә ҡарата мөнәсәбәтте үҙгәртеү маҡсатында нәшер ителеүсе гәзит, журнал, йәки башҡа ваҡытлы баҫма[1].

Ғәҙәттә урам гәзитендәге мәҡәләләрҙең бер өлөшө йортһоҙ йәғни фәҡирлектә йәшәүселәр менән яҙыла[1].

Барлыҡ урам гәзиттәренең эшләү принциптары оҡшаш: йортһоҙ йәки фәҡирлектә йәшәүсе гәзиттең таратыусыһы була ала һәм ваҡытлы баҫманың даналарын яҡынса 50 % ташлама менән һатып ала[2], һуңынан уларҙы тик иғлан ителгән хаҡ менән һәм баҫма урынлаштырған ҡағиҙәләргә ярашлы һата[3].

Hobo News гәзитенең тышлығы

Урам гәзиттәренең тәүге прототиптары XIX быуат аҙағында — XX быуат башында барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, 1915 йылдан алып 1920—1930 йылдарҙа Цинциннати ҡалаһында (Огайо, АҠШ) йортһоҙ мигранттар өсөн Hobo News ғәзите баҫылып сыҡҡан.

Шуға ҡарамаҫтан тик 1990-сы йылдар аҙағына ҡарай, 1989 йылда Нью-Йоркта Street News гәзите ойошторолоу менән, хәҙерге форматта һәм типик бизнес-модель менән файҙаланып урам гәзиттәре киң таралыу яулап ала[1][3][4].

1991 йылда Лондонда иң уңышлы эшләгән The Big Issue урам гәзите. Гәзитте Джон Бёрд һәм Анита Роддик ойошторғандар.

1994 йылда Глазго ҡалаһында (Шотландия, Бөйөк Британия) Халыҡ-ара урам гәзиттәре селтәре (ингл. International Network of Street Papers) ойоштороала, ул 40 илдәрҙән 120 урам гәзиттәрен берләштереп тора[5]. 2008 йылда Халыҡ-ара урам гәзиттәре селтәре үҙ премияһын булдыра[6].

2000-се йылдар уртаһында, башҡа ваҡытлы баҫмалар һымаҡ, урам гәзиттәре гәзит уҡыусыларының онлайнға китеүенә тарый. Мәҫәлән, Big Issue гәзитенең тиражы 2007 йылда 167 меңдән алып 2012 йылда 125 меңгә тиклем кәмей[7]. Әммә 2013 йылда DW билдәләп үтеүенсә, башҡа традицион ваҡытлы баҫмаларҙан айырмалы рәүештә немец урам гәзиттәренең популярлығы арта бара. Миҫал итеп Германияның иң боронғо урам гәзите — Biss килтерелә, уның тиражы 6 миллионға тиклем артҡан[8].

Урам гәзиттәренең күптәренең маҡсаты коммерция эшмәкәрлегенә йүнәлтелмәгән һәм гранттар иҫәбенә йәшәп килә, әммә уларҙың ҡайһылары социаль эшҡыуарлыҡ принциптарында эшләй, улар тулы йәки байтаҡ дәрәжәлә үҙ сығымдарын ҡаплай алырлыҡ һәм финанс яҡтан тотороҡло предприятиелар булып торалар[1][4].

Аҙаҡҡыларына миҫал итеп 1991 йылдан алып Бөйөк Британияла баҫылып сыҡҡан The Big Issue[1], һәм тағы ла 1994 йылдан алып Рәсәй Федерацияһында сыҡҡан «Путь домой» урам гәзитен килтерергә мөмкин.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Danna Harman Read all about it: street papers flourish across the US  (инг.). The Christian Science Monitor (2003-11-17). 6 май 2015 тикшерелгән.
  2. Некоторые уличные газеты позволяют производить оплату после реализации.
  3. 3,0 3,1 Boukhari, Sophie The Press Takes to the Street  (инг.). UNESCO Courier (1999). 6 май 2015 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 Александра ОСИНА Работа с бездомными, западный опыт  (рус.). Милосердие.ru (2009-04-29). 6 май 2015 тикшерелгән.
  5. Silja J.A. Talvi Reporting From The Ground Up  (инг.). In these times (2008-06-28). 6 май 2015 тикшерелгән.
  6. Sanjay Suri MEDIA: Against Giant Odds, A Touch of Triumph  (инг.). Inter press service (2008-06-27). 6 май 2015 тикшерелгән.
  7. The Big Issue magazine: Help the homeless!  (инг.). The Economist (2012-01-07). 6 май 2015 тикшерелгән.
  8. Наталия Королева Уличные газеты в Германии укрепляют позиции  (рус.). DV (2013-07-29). 6 май 2015 тикшерелгән.