Эстәлеккә күсергә

Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 20 июль 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Йәшергән, Стәрлебаш районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 27 март 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (55 йәш)
Вафат булған урыны Стәрлетамаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө юғары мәктәп уҡытыусыһы
Эш урыны Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә психология фәндәре докторы[d] һәм профессор[d]

Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы (20 июль 1955 йыл — 27 март 2011 йыл) — ғалим-педагог. Психология фәндәре докторы (2003), профессор (2004)[1].

Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы 1955 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының, хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Йәшергән ауылында тыуған[1]. 1970 йылда Йәшергән һигеҙ йыллыҡ мәктәбен уңышлы тамамлай. 1970—1973 йылдарҙа Күмертау физик культура училищеһында уҡый. Училищены тамамлағандан һуң Стәрлебаш районының Баҡый урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй. 1976—1981 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетында уҡый. 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһының 26-сы урта мәктәбендә география уҡытыусыһы булып эшләй. 1984 йылдың ноябренән Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында эшләй, тәүҙә башланғыс белем биреү педагогикаһы һәм методикаһы кафедраһы ассистенты, ә 1992 йылдан тәбиғәт белеме һәм математика кафедраһының өлкән уҡытыусыһы[2].

1996 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм шул уҡ кафедраның доценты була. 2002 йылда «Психофизиологический мониторинг регионов с повышенным содержанием химических веществ в воде» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 2003 йылдан алып кафедра профессоры һәм Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһының психологик эксперименталь лаборатория мөдире булып эшләй. Унда 2004 йылда «Психофизиология» һөнәре буйынса фәнни аспирантура аса. Профессора Уразаева Ф. Х. етәкселеге аҫтында 11 аспирант уҡый башлай. 1995 йылдан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы уҡытыусылары һәм хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе[2].

Фәнни хеҙмәттәре шәхес үҫешенең фундаменталь механизмдарына экологик хәл факторҙары йоғонтоһон тикшереүгә, экологик яҡтан насар булған Рәсәй Федерацияһы төбәктәре халҡы психофизиологик хәленең компьютер моделдәрен анализлауға, тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау проблемаларына арналған. Профессор Ураҙаева Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы психофизиология һәм психотерапия проблемалары буйынса 3 монография, 120-нән артыҡ фәнни мәҡәләләр һәм 2 уйлап табыу авторы. Фирҙәүес Хәләф ҡыҙы «Золотая кафедра России» дипломына лайыҡ була[2][1].

2011 йылдың 27 мартында Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була[1].

  • Свойства индивидуальности и типология микрокристализации ротовой жидкости студентов. Стерлитамак, 2006 (авторҙаш);
  • Экология человека. Стерлитамак, 2008 (авторҙаш);
  • Функциональная диагностика головного мозга школьников и студентов. Стерлитамак, 2010.
  • Уразаева Ф. Х. Экология водных ресурсов Урала и Приуралья: Монография. — Стерлитамак: СГПИ, 1997. — 84 с.
  • Уразаева Ф. Х. Интерактивная коррекция тревожности в неблагоприятных регионах РФ: Монография. — Стерлитамак: СГПИ, 2000. — 148 с
  • Уразаева Ф. Х. Дисгармоничное развитие личности в экологически неблагоприятных регионах РФ: Монография. — Уфа: БашГУ, 2002. — 189 с.
  • УразаеваФ. Х., Уразаев К. Ф. Естествознание и основы экологической психологии Учеб. пособие. — Москва: МГПУ, 2004. — 175 с.