Ураҙай (Һарытау өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ураҙай
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Һамар губернаһы, Николаевск өйәҙе һәм Күҙәбай улусы

Ураҙай (Ҡыпсаҡ) (рус. Уразаево) — Рәсәй империяһы Һамар губернаһы Николаевск өйәҙенә ингән Күҙәбай волосына ҡараған (хәҙер Һарытау өлкәһенең Перелюб районы биләмәһенә инә), хәҙер бөткән ауыл[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XIX быуат башында барлыҡҡа килгән, Ураҙай тигән кеше нигеҙләгән Ураҙай ауылы Кәмәлектең түбәнге ағышында урынлаша. 1816 йылда унда 5 хужалыҡта 12 ир-ат иҫәпкә алына. 1834 йылда уларҙың һаны 98 кешегә етә. 1889 йылда ауылда 305 кеше теркәлә, ауылдың үҙенең мәсете була[2]. 1897 йылдағы беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 65 йортта 316 кеше йәшәүен теркәй, ауылда мәктәп тә була[3]. 1910 йылда 325 кеше йәшәүе теркәлә. 1918 йылда 526 кеше иҫәпкә алына[1].

Ауылдың икенсе исеме — Ҡыпсаҡ. Был уның этник составы тураһында ла һөйләй. Ғәмәлдә иһә ҡыпсаҡ этнонимы башҡорттарҙың Ҡарай(ҡарағай)-ҡыпсаҡ волосынан булыуына бәйле. Был хаҡта 1842 йылда Ураҙай ауылы кешеһе Йосоп Сәғитовтың 9-сы кантондың 3-сө йортона ҡараған Бесәнсе ауылы башҡорттарынан алған хаты ла раҫлай[1]. Бынан тыш, Ураҙай ауылы үҙенең ышаныслы кешеләрен Верхнеурал өйәҙенең 6-сы кантонына йүнәлтә, уларҙа ла Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусының бик күп ауылдары була. Бөгөн Һарытау өлкәһе картаһында Ураҙай ауылы юҡ[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]