Ураҙбаев Булат Насир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ураҙбаев Булат Насир улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Bashkortostan.svg Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Өфө
Вафат булған көнө 29 сентябрь 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (62 йәш)
Һөнәр төрө журналист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ураҙбаев Булат Насир улы (рус. Уразбаев Булат Насырович; 3 ғинуар 1949 йыл29 сентябрь 2011 йыл) — тележурналист, матбуғат эшмәкәре, сәйәсмән. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Милләте — башҡорт[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Булат Насир улы Ураҙбаев 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында республиканың билдәле дәүләт эшмәкәре, 1946—1951 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте Рәйесе булған Насир Рафиҡ улы Ураҙбаев ғаиләһендә тыуған[2]

Юғары белемле — 1981 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда республика «Ленинец» (Ленинсы) йәштәр гәзитендә хәбәрсе булып башлай.

1975 йылдан Булат Ураҙбаев «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында телевидение комментаторы булып эшләй. 40 йылдан ашыу хеҙмәт юлын республиканың киң мәғлүмәт сараларына бағышлай; бик күп яҡлы журналист була, берҙәй үк мәғлүмәтлелек менән завод цехынан, колхоз баҫыуҙарынан репортаж алып бара йәки күренекле сйәсмәндәр менән әңгәмәләр үткәрә. 1975—1995 йылдарҙа Башҡортостан телевидениеһының иң популяр һәм танылған комментаторы була[3].

Ул «Рәсәй экологияһы» конкурсында еңеп сыға, ил һәм республика журналистар конкурстары лауреаты һәм еңеүсеһе була[4].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1990 йылда Уразбаев Булат Насир улы Өфө ҡалаһының Совет районы, 58-се Әй һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса комиссияһы ағзаһы булған[5].

1995 йылда 1-се Ухтом һайлау округынан Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Республика матбуғатындағы күп йыллыҡ һөҙөмтәле хеҙмәте өсөн Булат Ураҙбаев Башҡорт АССР-ның Юғары Советы Президиумы Почет грамотаһы менән бүләкләнгән, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған[6]

Вафаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Булат Насир Ураҙбаев улы, ҡаты ауырыуына ҡарамаҫтан, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем эшләй. Ул 2011 йылдың 29 сентябрендә «Беҙҙең йылдар» яңы проектының премьераһы алдынан вафат була. Ул үҙе циклдың тәүге биш программаһын ғына тамамлап өлгөрә.

Мосолмандар зыяратында атаһы янында ерләнгән[7].

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Өйләнгән, ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Он был одним из самых ярких журналистов республики (к 65-летию со дня рождения тележурналиста Булата Уразбаева)
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  4. Он был одним из самых ярких журналистов республики (к 65-летию со дня рождения тележурналиста Булата Уразбаева)
  5. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  6. Он был одним из самых ярких журналистов республики (к 65-летию со дня рождения тележурналиста Булата Уразбаева)
  7. Уразбаев Булат Насырович

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  • Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. Документы и материалы / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. — Уфа: Башкортостан, 2005. — Т. 2. — ISBN 5-8258-0204-5.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]