Уржум минераль һыу сығанаҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уржум минераль һыу сығанаҡтары
урыҫ Уржумские минеральные источники
Төп мәғлүмәт
Майҙаны0,2 га 
Нигеҙләнгән ваҡыты17 август 1965 йыл 
Урынлашыуы
55°22′57″ с. ш. 55°54′28″ в. д.HGЯO
Яҡындағы ҡалаБирск 
Рәсәй
Точка
Уржум минераль һыу сығанаҡтары
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Уржум минераль һыу сығанаҡтары

Уржум минераль һыу сығанаҡтары (рус. Уржумские минеральные источники) — төбәк әһәмиәтендәге гидрология тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965)

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөрө районы Бәләкәй Соҡаяҙ ауылынан көнсығышҡа табан 4 саҡрым алыҫлыҡта Сөгәҙе йылғаһы[1] үҙәнендә урынлашҡан. 2 тоҙло сығанаҡ тураһында мәғлүмәт әҙәбиәттә XIX быуаттан уҡ билдәле була. Беренсе шишмә Сөғәҙенең уң ярында, уның тамағы менән Уржумовка[2] ауылы араһында урынлашҡан. Икенсе сығанаҡ беренсеһенән 0,5 км түбәнерәк булған Сөғәҙе йылғаһының икенсе, һул яҡ ярында, урынлашҡан. Сығанаҡтар аҫҡы пермдең көңгөр ярусының гипс-доломит тоҡомдары үҫешендә барлыҡҡа килә. Ошонда уҡ, төп битләү итәгендә, бер нисә гипс ҡатламдарынан сыҡҡан тағы бер нисә ҙур булмаған сығанаҡ билдәләнә, улар бер-береһенән 0,3 км аралыҡта ята. Шишмәләр ул ваҡытта булмаған аш тоҙо сығанағы булараҡ иғтибарҙы йәлеп итә. Шишмә дебиты (күләме) һәр төркөмдә яҡынса 300 л/с, минераллашыу — 11,9 г/л. Температураһы йыл әйләнәһенә яҡынса +6 °C тәшкил итә.

Тәүге тапҡыр 1919 йылда уҡ уларҙан аш тоҙо алыу өсөн файҙаланыу мөмкинлеге тикшерелә. Һыуҙы парға әйләндергәндә тоҙҙоң сығышы 80 %-ҡа тиклем тәшкил итә. Бынан тыш, сығанаҡта кальций һәм магний тоҙҙары билдәләнә, уларҙың һуңғыһы һыуға әсе тәм бирә. Сығанаҡтарҙы болондар һәм һыубаҫар талдар, киң япраҡлы урмандар уратып алған[3][4].

Һыу сығанаҡтары фәнни, ғәмәли һәм һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә.

Тәғәйенләнеше: химик составы буйынса уникаль минераль һыу сығанаҡтарын һаҡлау.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]