Урманаҫты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Урманаҫты
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Дүртөйлө районы

Координаталар

55°16′02″ с. ш. 54°55′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 224 813 005

ОКТМО коды

80 624 413 121

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Урманаҫты (Рәсәй)
Урманаҫты
Урманаҫты
Урманаҫты (Башҡортостан Республикаһы)
Урманаҫты

Урманаҫты (рус. Урман-Асты) — Башҡортостандың Дүртөйлө районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 279 кеше[1]. Почта индексы — 452312, ОКАТО коды — 80224813005.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 йылғы V рәүиз документтарында 20 ихатаһы булған ауылда 74 башҡорт, 50 типтәр һәм 17 мишәрҙең йәшәүе теркәлә. Типтәрҙәрҙең ҡасан ауылға индерелеүе билдәһеҙ, әммә 1762 йылға тиклем улар бында йәшәмәгән. 1816 йылда 86 башҡорт, 54 мишәр, 52 типтәр; 1834 йылда — 116 башҡорт, 76 мишәр, 60 типтәр теркәлә. 1859 йылда 184 аҫаба башҡорт һәм 188 керҙәштең (припущенниктар) йәшәүе билдәләнә. 1870 йылда ауылда бөтәһе 378 кеше йәшәй. 1920 йылда ауыл халҡы тулыһынса башҡорттар булараҡ таныла (780 кеше)[2].

Башҡорт урядник Бәхтийәр Һөйөндөков (Йомағолдоң улы) 45 йәшенә тиклем бер нисә тапҡыр Орск, Красноярск ҡәлғәләрендә, Илецк Һағында сик буйы һыҙатында хәрби хеҙмәтен үтәй, шулай уҡ 11-се Башҡорт полкы менән 1835 йылдағы маневрҙарҙа ҡатнаша. Уның улдары — Фәтҡулла, Әсфәндиәр, Мөҙәрис[2].

1843 йылда 116 башҡортҡа 1024 бот ужым игене, 1080 бот яҙғы иген сәселә. Ауылда йәшәүселәрҙең 180 дисәтинә һөрөнтө ере, шулай уҡ 304 аты, 320 һыйыры, 408 һағы, 60 кәзәһе, 46 умартаһы була. Ауылда тирмән эшләй, мәсет була[2].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 279 125 154 44,8 55,2

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Район үҙәгенә тиклем (Дүртөйлө): 26 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Күкҡуян): 4 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Өфө): 110 км

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. 2,0 2,1 2,2 А. З. Асфандияров. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: ГУП РБ БИ Китап, 2009. — 742 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4.