Урмансылыҡ белгесе Георгий Рутто исемендәге дендропарк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урмансылыҡ белгесе Георгий Рутто исемендәге дендропарк
Нигеҙләү датаһы 1950
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө
Мираҫ статусы һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе[d]
Майҙан 7 гектар
Карта

Урмансылыҡ белгесе Георгий Рутто исемендәге дендропарк — айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе. Дендропарк Өфө ҡалаһының Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһендә, Өфө лимонарийы, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы һәм Радио биҫтәһе эргәһендә урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өфө урман хужалығының парк урмансылығы дендрарийына нигеҙ 1950 йылда урмансылыҡ белгесе Георгий Михайлович Рутто тарафынан һалынған. Дендропаркының дөйөм майҙаны 7 гектар тәшкил итә.

Уның бер гектары — имәнлек, ҡалған биләмәгә ҡарағай, ҡарағас, йүкә һәм саған ағастары ултыртылған. Шулай уҡ унда Беларустан Рутто алып ҡайтҡан акация (робиния) ағастары ултыртылған.

Дендропарк үҙәгендә төп дендрарий урынлашҡан. Төп дендрарийҙан ситтәренә гөлйемеш, мышар, айыу баланы ултыртылған юлдар айырылып китә. Төп ҡапҡа алдынан ике бейек имән үҫеп ултыра. Һәр береһенең диаметры бер метрҙан ашыу, йәштәре өс йөҙҙән ашып китә.

Шулай уҡ төп ҡапҡа алдында "Урмансылыҡ белгесе Георгий Рутто паркы " тигән яҙыу менән тотош ағас олононан киҫеп алынған стела ҡуйылған.

1989 йылдың көҙөндә дендропаркка хәҙерге исеме бирелә. Шулай уҡ Менделеев урамында Рутто исеменә атап йүкә аллеяһына башланғыс һалына.

Октябрь проспектындағы йүкә аллеяһы 65-70 йыл элек дендропаркта һайлап санитар ҡырҡыу ваҡытында унан алынған 20 йәшлек ағастарҙан ултыртылған. Аллея «Галле ҡала» туҡталышынан алып «Дәүләт циркы» туҡталышына тиклем һуҙылған. Әлеге ваҡытта унда 680 ағас иҫәпләнә.

2018 йылдың 12 майында ҡырҡҡан ағастар урынында 400 ҡарағай үҫентеһе ултыртылды.

2020 йылдың мартында шәхси инвесторҙарҙың дендропаркты реконструкциялау буйынса пландары билдәле булды

Хәҙерге ваҡытта[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дендропарк дөйөм алғанда, бөгөн ташландыҡ хәлдә. Урналар һәм эскәмйәләр юҡ. Юлдарға бетон плиталар түшәлгән була, әммә ваҡыт үтеү менән улар өлөшләтә йыйып алынған. Әлеге ваҡытта үҙәк дендрарий тулыһынса юҡ ителгән. Килтереп ултыртылған акациялар тулыһынса тиерлек ҡырҡылған

Көнсығыш өлөшө коттедж ҡасабаларының ҡоймаһы менән уратып алынған. Көньяҡ өлөшөнә «Йәшел сауҡа» санаторий ҡоймаһы ҡурсау булып тора. Элек дендропарк аша Таҡыртау (Лысая гора) тауына йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар булған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]