Урмияҙ топонимдары
Викидатала элемент юҡ |
Урмияҙ топонимдары — Башҡортостандың Асҡын районында урынлашҡан Урмияҙ ауылына бәйле топонимдар.
Урмияҙ ауылы атамаһының тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе версия буйынса, элек яҙын юлдар өҙөлгән ваҡытта, «йөрөмә яҙ» тигән әйтемдән килеп сыҡҡан тип уйлаусылар булған. Икенсе версия буйынса, ике марый — Юрмый һәм Ҡобый килеп ике -Урмияҙ һәм Ҡубыяҙ ауылдарына нигеҙ һалғандар. «Юрмый аяҙы» башланған тигәндәр.
Әммә билдәле ғалим Әнүәр Әсфәндиәров «История сёл и деревень Башкортостана» китабында: «Не об этом ли косвенно говорит фамилия одного из жителей, 46-летний Яныш Васильев сын Васильев», - тип яҙа[1]. Ул урядник булып Верхнеозёр, Ырымбур, Красногор ҡәлғәләрендә хеҙмәт үтәй, ә 1831 йылда алтынсы башҡорт полкында поляк әсирҙәрен Белоруссияға күсереүҙә ҡатнаша. Кем һуң ул Яныш Васильев? Район гәзитендә Зөһрә Ғайнуллина яҙғанса, ул уның алтынсы быуын ҡартатаһы Миндиәрҙең улы Үәсил (Вәсил) балаһы. Үәсил (уасл) ғәрәп һүҙе, ялғау, тоташтырыу тигәнде аңлата. Үәсилдең улы Яныш — тулы исеме түгел. Йәнтимер, Йәнбирҙе булырға мөмкин. Мәҫәлән, Яҡуп нәҫелендәге Биккенә — Бикмөхәмәт булып сыҡты. Шулай итеп, икенсе версия менән бер нисек тә килешеп булмай. Шәйбан хандың бишенсе быуыны Юрматы бей, уның улы — Юрмый бей. Юрмый исеме башҡорт халҡына ят исем түгел. Халыҡ тарафынан яратып йырланған "Юрмый буйы" тигән йыр ҙа быға дәлил:
Асылыҡай буйы — аҫыл таш,
Юрмый буйҡайҙары — йәшел таш.
Юрмый буйҙарында үҫкән ирҙәр
Яҫы яурын булыр, ҡара ҡаш.
[2]
Элек ауыл Урмияҙ тип түгел, Юрмияҙ тип йөрөтөлгән. Тәтешле районында Юрмияҙ йылғаһы һәм Юрмияҙбаш ауылы бар. Ә тәтешлеләр ирәкте ырыуына ҡарағанын хәтерләһәк (ирәкте ырыуының бер тармағы — балыҡсы ырыуы), ике туғандаш ауыл булып сыға.
Журналист, билдәле ғалим Салауат Хәмиҙуллин тағы бер версия тәҡдим итә. Һуңғы йылдарҙа нәшер ителгән ырыуҙар тураһындағы китаптың балыҡсы ысыруына арналған томында яҙылғанса, Уралдан төнбайышта Бөйөк Болгар дәүләтендә ермиар һәм кубиар тигән ырыуҙар булған. Уларҙың аҙ төркөмдәре беҙҙең яҡтарға үтеп кереп, был ырыу исемдәре беҙҙең йылғаларыбыҙ исемдәрендә лә сағылыш табырға мөмкин[3]. Шулай итеп, версиялар күп булғас, ҡайһыһы дөрөҫ тип әйтеп булмай.
Урмияҙ ауылының йылға, тауҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урмияҙ ауылын уртаға бүлеп аҡҡан Төй йылғаһы Пермь өлкәһенән башлана. Топонимистар фекеренсә, «Төй» — һаҙлыҡ тигәнде аңлата. Ысынлап та, уның башланғысы — һаҙлы ер.
Тауҙарға килгәндә, иң матуры — Шуҙығар. Унан гөрһөлдәп ҡар шыуып төшкәне ауыл халҡына ла ишетелеп тора.
Баяр тауҙан алпауыт Зеленцов Анастасьино ауылына үтәр булған, бала-сағаға аҡса һибеп киткән тиҙәр.
Йылан тауҙа элекке ваҡытта йыландар күп булған.
Баяр тау менән йәнәшә — Фәтхи тау. Баяр тауҙың итәгендә Фәтхи бабай йәшәгән. Ул бик таҙалыҡ яратҡан, хатта ҡоймаларын да сығып йыуа торған булған.
Әсән тауы XVIII-се быуаттың башында йәшәгән Әсән исемле кеше исеме менән аталған.
Ҡаршыла Ҡаршы тау, артта — Арҡа тау ауылға йәм өҫтәй.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. — Уфа: Китап, 1993. — С. 188.
- ↑ Зөһрә Ғайнуллина. Топонимика серҙәре. — Ышаныч. Аскын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 2021, 26 март.
- ↑ Хамидуллин С. И. , Юсупов. Ю. М., Асылгужин Р. Р., Шайхеев Р. Р., Саитбатталов И. Р., Гайсина Ф. Х., Рыскулов Р. М., Гумерова А. Я., Галеева Г. Ю., Султанова Г. Д. История башкирских родов. Балыксы. Том 3. — Уфа: Китап, 2014. — С. 22.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана. — Уфа: Китап, 1993. — С. 188.
- Хамидуллин С. И. , Юсупов. Ю. М., Асылгужин Р. Р., Шайхеев Р. Р., Саитбатталов И. Р., Гайсина Ф. Х., Рыскулов Р. М., Гумерова А. Я., Галеева Г. Ю., Султанова Г. Д. История башкирских родов. Балыксы. Том 3. — Уфа: Китап, 2014. — С. 22.
- Зөһрә Ғайнуллина. Топонимика серҙәре. — Ышаныч. Аскын районының ижтимагый-сәяси гәзите, 2021, 26 март..
]]