Урология

Урология (боронғо грек теленән бор. юнан. οὖρον — " һейҙек " + бор. юнан. λόγος — " уҡытыу, фән ") — клиник медицинаның бәүел системаһы, репродуктив системаһы ағзалары ауырыуҙарының һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығындағы башҡа патологик процестарҙың килеп сығышын, үҫешен, диагностикалауҙы өйрәнеүсе һәм уларҙы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе өлкәһе[1].
Урология — хирургия дисциплинаһы, хирургия тармағы. Шуға күрә, нефрологиянан айырмалы рәүештә, урология тәү сиратта өҫтә һанап үтелгән ағзалар һәм системалар ауырыуҙарын хирургик дауалау менән шөғөлләнә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хатта Гиппократ заманында ла (беҙҙең эраға тиклем VI быуат — б.э. тиклем V быуат) «таш ҡырҡыусылар» — бәүел ҡыуығынан таштарҙыы аралык юлы мелән алып ташлай белеүсе кешеләр булған. Әбүғәлисинаның «Табиблык фәне канонында» бәүел ҡыуығынан таштарҙы алыу операцияһы техникаһы ентекләп тасуирланған, бәүел ҡыуығын катетеризациялау техникаһы да уның тарафынан эшләнгән.
Ҡайһы бер тарихсылар Франсиско Диасты урологияға айырым медицина дисциплинаһы булараҡ нигеҙ һалыусы тип һанай; уның 1588 йылда Мадридта баҫылган монографияһы тулыһынса урологик ауырыуҙарҙың килеп сығыу сәбәптәренә, клиникаһына, диагностикаға, урологик ауырыуҙарҙы дауалауға, урологик операцияләр техникаһына, урологик инструментарийҙы тасуирлауға бағышланған[2].
Рәсәйҙә XVIII быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм үҙе иҫән саҡта 3000-дән ашыу бәүел ҡыуығынан таштарҙы алыу операцияһы эшләгән (операциянан һуң үлем кимәле яҡынса 4 %) И. П. Венедиктов күренекле «таш алыу әмәлиәте» оҫтаһы була. Урология буйынса беренсе урыҫ монографияһы тип Х. И. Цуберҙың «Һейҙек ҡыуығы ауырыуҙары тураһында» диссертацияһы (1771) һанала.
1830 йылда Парижда донъяла беренсе махсуслаштырылған урология бүлеге асыла, уны Жан Сивиаль етәкләй, ул тәүге тапҡыр цистолитотрипсия тәҡдим итә. Рәсәй империяһында Т. И. Вдовиковский тарафынан Одессала беренсе урология бүлеге асыла[3].
Рәсәйҙә тәүге эпицистолитотомия 1823 йылда К. И. Грум-Гржимайло тарафынан башҡарыла, беренсе цистолитотрипсияны 1830 йылда А. И. Поль (Жан Сивиаль ысулын ҡулланып) башҡара. Рәсәй урологияһының үҫеше И. В. Буялский, А. М. Шумлянский, Н. И. Пирогов һәм Ф. И. Иноземцев исемдәре менән айырылғыһыҙ бәйле.

1877 йылда Максимилиан Нице донъяла беренсе цистоскоп тәҡдим итә; ул иһә, үҙе уйлап табыуын камиллаштырыуҙы дауам итеп, цистоскоптың төрлө варианттарын (күҙәтеү, ирригация, эвакуация, операция) булдырған. 1893 йылда ул донъяла беренсе цистоскопик фотоһүрәт төшөрә, ә 1894 йылда донъяла беренсе цистофотографик атлас баҫтырып сығара. 1897 йылда Кубалы Йоахим Альбарран цистоскопты махсус ҡоролма («Альбарран күтәргесе» тип аталған) менән камиллаштыра, был бәүел юлын катетеризациялау мөмкинлеген бирә.
1895 йылда Вильгельм Рентген рентген нурҙарын асҡандан һуң рентгенология барлыҡҡа килә, ул һуңыраҡ радиология тармағына әйләнә. 1927 йылда урологик диагностикала рентгенологияны тәүге ҡулланыу башлана, унда катетер аша контраст матдә пациенттың бәүел ҡыуығына һәм бөйөр лаҡанына керетелә, шунан һуң бәүел бүлеп сығарыу системаһы органдары һурәтләнгән беренсе цистограмма һәм пиелограмма барлыҡҡа килә.
1907 йылда Парижда Халыҡ-ара урологтар ассоциацияһы ойошторола, 1908 йылда унда 1-се Халыҡ-ара урологтар конгресы үтә.
Рәсәйҙә урология 1904 йылда С. П. Федоров инициативаһы буйынса үҙ аллы фән булып айырыла башлай, 1923 йылда хөкүмәттең илдең алдынғы медицина юғары уҡыу йорттарында урология кафедралары асыу тураһында ҡарары сыға. 1923 йылда Рәсәйҙә «Урология» журналы ойошторола. 1924 йылдың ғинуарында профессор Н. Ф. Лежнев Н. И. Пирогов исемендәге Беренсе ҡала клиник дауаханаһының ҡала бүлегендә урология клиникаһына нигеҙ һала. 1926 йылда Мәскәүҙә урологтарҙың 1-се Бөтә Рәсәй съезы үтә. 1929 йылдан СССР-ҙа экскретор урография, 1956 йылдан гемодиализ, 1958 йылдан трансфемораль бөйөр ангиографияһы, 1965 йылдан бөйөр күсереп ултыртыу ҡулланыла башлай.
Урология бүлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урологияны медицинаның бер нисә бәләкәйерәк тармағына бүлергә мөмкин, уларҙың һәр береһенең тарыраҡ йүнәлеше бар.
Андрология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Андрология ир-аттың енси ағзаларын өйрәнеү һәм дауалау буйынса махсуслашҡан, шулай уҡ ир-аттың енси органы үҫешенә бәйле мәсьәләләрҙе хәл итә. Был тыумыштан килгән проблемалар (балаларҙа фимоз кеүек), шулай уҡ ялҡынһыныу процесстары (простатит, уретрит, цистит) һәм шештәр булырға мөмкин.
Урогинекология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урогинекология — урологик һәм гинекологик ауырыуҙар араһындағы бәйләнеште өйрәнеүсе фән. Бер нисә ауырыу урологияға ла һәм гинекологияға ла ҡарай (мәҫәлән, цистит, ҡатын-ҡыҙҙарҙа уретрит, һәм инәлек еңсәһе дисбиозы).
Балалар урологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балалар урологияһы балаларҙа бәүел-енес системаһы үҫешенең ауырыуҙарын һәм кәмселектәрен дауалау менән шөғөлләнә. 2003 йылдың 12 авгусында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 404-се бойороғо менән «Балалар уролог-андрологтары эшмәкәрлеген ойоштороу тураһында положение» раҫланған.
Гериатрик урология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урологияның был тармағы оло йәштәге пациенттарҙа бәүел-енес проблемаларын дауалауҙа махсуслашҡан. Олоғайған һайын бөтә организмда үҙгәрештәр була, күп функциялар, шул иҫәптән һаҡлау функциялары ла насарая. Был инфекцион урологик ауырыуҙарға, мәҫәлән, уретрит (бәүел сығарыу каналы шешеүе), бирешеүсәнлеккә йоғонто яһамай ҡалмай. Оло йәштәге ҡатындар һейҙек тотмауҙан яфаланыуы ихтимал, был бала тапҡандан һуң тән мускулдарының тонусы түбән булыуы йәки даими физик көсөргәнеш арҡаһында килеп сығыуы ихтимал.
Гериатрия урологияһының мөһим үҙенсәлеге булып операция эҙемтәләре буйынса күпкә хәүефлерәк булыуы тора.
Фтизиурология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урологияның был бүлеге енси һейҙек системаһы (бөйөр, һейҙек юлдары, енси ағзалар) туберкулезын дауалауға арналған.
Онкоурология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Онкоурология — медицинаның бәүел-енес өлкәһе ағзаларының яман шештәрен, уларҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен һәм патогенезын өйрәнеүсе өлкәһе; шулай уҡ был ауырыуҙарҙы диагностикалау, иҫкәртеү һәм дауалау ысулдарын эшләү менән шөғөлләнә. Ул урология һәм онкология киҫелешендә урынлашҡан. Онкоурологтар бөйөр яман шешен, бәүел ҡыуығы яман шешен, простата яман шешен, аналыҡ шештәрен һәм еенси ағза яман шештәрен дауалай; был ауырыуҙар өлөшөнә урологик характерҙағы ауырыуҙарҙың байтаҡ өлөшө тура килә. Онкоурологик ауырыуҙарҙы дауалауҙың төп ысулы хирургик, шулай уҡ химиотерапия, нур терапияһы, гормональ терапия, иммунотерапия, һәм маҡсатлы терапия ла ҡулланыла.
Ашығыс урология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәҙәттән тыш хәлдәр урологияһы бөйөр коликаһы, ауыр гематурия, анурия һәм киҫкен бәүел тотҡарлығы кеүек синдромдар барлыҡҡа килгәндә ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеүгә махсуслаша.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андрология
- Гинекология
- Нефрология
- Онкология
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
- ↑ Emilio Maganto Pavón. Francisco Díaz, padre de la Urología 2013 йыл 11 июнь архивланған.
- ↑ История развития урологии. Дата обращения: 20 сентябрь 2008. Архивировано 23 сентябрь 2008 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клиническая андрология / Под ред. В. Б. Шилла, Ф. Комхаира, Т. Харгрива. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2011. — 800 с. — ISBN 978-5-9704-1903-8.
- Клиническая онкоурология / Под ред. Б. П. Матвеева. — М.: АБВ-Пресс, 2011. — 934 с. — ISBN 978-5-903018-23-9.
- Мочекаменная болезнь. Современные методы диагностики и лечения / Под ред. Ю. Г. Аляева. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2010. — 224 с. — ISBN 978-5-9704-1251-0.
- Национальное руководство по урологии / Под ред. Н. А. Лопаткина. — М.: ГЭОТАР-Медиа, 2009. — 1024 с. — ISBN 978-5-9704-0983-1.
- Практическая урология. Руководство для врачей / Под ред. П. В. Глыбочко, Ю. Г. Аляева. — М.: Медфорум, 2012. — 352 с. — ISBN 978-5-91891-152-5.
- Широкорад В. И. Хирургическое лечение местно-распространённых опухолей органов малого таза. — М.: Медицина, Шико, 2008. — 192 с. — ISBN 5-225-03927-8.
- Ҡалып:БСЭ