Урсай (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Урсай
Урсай
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Шаран районы

Координаталар

54°50′44″ с. ш. 54°07′20″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 258 805 010

ОКТМО коды

80 658 405 136

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Урсай (Рәсәй)
Урсай
Урсай
Урсай (Башҡортостан) (Башҡортостан Республикаһы)
Урсай

Урсай (рус. Урсаево) — Башҡортостандың Шаран районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренё ҡарата халыҡ һаны 106 кеше[1]. Почта индексы — 452634, ОКАТО коды — 80258805010.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь 99
2010 йыл 14 октябрь 106 53 53 50,0 50,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Шаран): 8 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Мишәр): 2 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 40 км

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урсай ауылы мариҙар тарафынан 1632 йылдың 1 июлендә Ҡазан даруғаһындағы Ҡыр-Йылан улусы Ҡаръяуҙы ауылы башҡорттары менән килешеү буйынса нигеҙ һалына. Мариҙар типтәр класында була. [2] VIII ревизия мәғлүмәттәре буйынса 1834 йылда Ырымбур губернаһы Бәләбәй өйәҙенең 4-се Тептәр станында Урсай ауылы бар. Типтәрҙәр ағаба башҡорттар менән менән бергә ерҙең хужаһы булған.[3]

1865 йыл аҙағында Өфө губернаһы Шалтыҡ йылғаһы эргәһендә урынлашҡан Бәләбәй өйәҙенең 3-сө станындағы ауыл буоа, аулда 2 һыу тирмәне булған.[4]

1893 йылда мәктәп асыла.[5] 1895 йылда административ яҡтан Урсай ауылы Ҡысҡырыу улусы Бәләбәй өйәҙе V Стан ауылы була. Ауыл эргәһендә 1 кеше йәшәгән тирмән булған.[6] «Оценочно статистические материалы» биргән тасуирламаға ярашлы, ауыл Шалтыҡ йылғаһына тиклемге битләүҙә тирмәндәр өсөн яраҡлы булған йылға буйында урынлашҡан. Бүленгән ер бер урында, ауыл бүленгән ерҙең көньяҡ-кҡнсығышында урынлашҡан. Һуңғы ваҡытта урмандың бер өлөшө таҙартылған. Баҫыуҙар ауыл эргәһендә көньяҡ-көнсығышҡа табан түбән төшкән. Ҡара тупраҡлы. Баҫыуҙарҙа яҡынса 5 йырын һәм ике урында ҡыуаҡлыҡлы. Халыҡ Дүртөйлөгә икмәк ташый, һәр арбаға 18 боттан 70-80 тин аҡса ала.[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 239. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. А. З. Асфандияров, Ю. М. Абсалямов, М. И. Роднов. Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. — Уфа: Китап, 2001. — С. 146. — 709 с.
  4. Списки населённых мест Российской империи. Вып. 45: Уфимская губерния: по сведениям 1870 года. / обраб. В. Зверинским. — СПб.: Центр. стат. ком. Мин. внутр. дел, 1877. — С. 50. — 195 с.
  5. Миннигалиев, 2011, с. 75
  6. Полный список населённых мест Уфимской губернии / под ред. Н. А. Озерова. — Уфа: Типография Губернского Правления, 1896. — С. 403. — 534 с.
  7. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии. Том 4: Белебеевский уезд: Оценочно-статистические материалы по данным местных исследований 1896 года / под ред. С. Н. Велецкого. — Уфа: Уфимская губернская земская управа, 1898. — С. 953. — X, 1048, III с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]