Урта Ильяс
| Ауыл | |
| Урта Ильяс | |
| Ил | |
|---|---|
| Федерация субъекты | |
| Муниципаль район | |
| Координаталар | |
| Милли состав | |
| Һанлы танытмалар | |
| Автомобиль коды |
56 |
| ОКАТО коды | |
| ОКТМО коды | |
|
| |
Урта Ильяс (рус. Среднеильясово) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһенең Ҡыҙыл Гвардия районындағы ауыл. Туҡ (Тоцк) ауыл биләмәһе составына инә.
Географик урынлашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Туҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урта Ильяс (Ильяс) — ҡара табын башҡорттарының ауылы. Тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына[1]. Тарихсы Нурислам Ҡалмантаевҡа ярашлы, ауылдың атамаһы Ильяс Муллаҡаевтың (Ҡыҙрас Муллаҡаевтың ҡустыһы) исеменә бәйле[2]. Ырымбур губернаһы (1860 йылдан — Һамар губернаһы) Быҙаулыҡ өйәҙе Йомран-Табын улусы ҡарамағында була[1]. Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9-сы башҡорт кантонының 35-се йортона керә. XIX быуат аҙағында ауыл кешеләре Үрге Ильяс һәм Түбәнге Ильяс ауылдарына нигеҙ һала[3].
Революциянан һуң Башҡортостан автономияһының (1919 йылдан Башҡортостан АССР-ының) Туҡ-Соран кантоны составына инә. 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан — Ырымбур өлкәһе составында.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| 1816 | 1834 | 1859 | 1900 | 1920[3][1] |
|---|---|---|---|---|
| 234 | 356 | 603 | 604 | 490 |
| Халыҡ иҫәбе |
|---|
| 2010[4] |
| 173 |
2002 йылғы бөтә Рәсәй йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (91 %) йәшәй[5].
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдулғәлим Ғәбитов — зауряд-хорунжий, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә Владимир таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
- Байтүрә Ҡалмантаев — зауряд-хорунжий, 1853-1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы иҫтәлегенә Владимир таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
- Муса Ғосманов — хорунжий, Андрей таҫмаһында бронза миҙалы кавалеры.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Населённые пункты оренбургских башкир, входившие в Оренбургскую губернию (с населением свыше 100 человек в 1866 году // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2013—2017.
- ↑ Калмантаев Н. М. Ток-Суранские башкиры // Ватандаш. 2000. № 2. — С. 175.
- 1 2 История башкирских родов. Табын. Том 28. Ч. 3 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, И. З. Султанмуратов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин. — Уфа: Китап, 2018. — С. 177-178, 194. — 616 с.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области. Дата обращения: 5 июнь 2014. Архивировано 5 июнь 2014 года.
- ↑ Абсалямова Ю. А., Юсупов Р. М. Оренбургские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.