Урта быуаттарҙағы Румыния

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урта быуаттарҙағы Румыния
 Урта быуаттарҙағы Румыния Викимилектә

Румынияла Урта быуат хәҙерге Румыния территорияһына XIII быуаттарҙа баҫып ингән татар-монголдар киткәндән һуң башлана. Урта быуаттар осоро Ҡыйыу Михай (1593—1601) идара иткән ваҡытта аҙағына яҡынлаша, уға 1600 йылда ҡыҫҡа ваҡытҡа Валахия, Молдавия һәм Трансильванияны, өс быуат самаһы үткәс, территориялары Румынияны барлыҡҡа килтергән өс кенәзлекте берләштереү мөмкин була.

Был осорҙоң күп өлөшөндә Банат, Кришан, Марамуреш һәм Трансильвания — хәҙерге Румынияның Карпат тауҙарынан көнбайыштағы төбәктәре — Венгрия короллеге составына инә. Улар бер нисә, «комитат» кеүек административ берәмек төрөнә бүленә. Трансильвания комитаты етәкселәре («ишпадар») королдең булып вазифалы кешеләренә (воеводаға) буйһона, әммә провинция бик һирәк бер бөтөн итеп ҡабул ителә, сөнки секейҙар һәм сакстар айырым идара ителә. Короллектә румын крәҫтиәндәре, православие динендә булараҡ, дисәтинәнән, бөтә рим-католик ябай халҡы түләгән сиркәү һалымы түләүҙән азат ителә. Румын дворяндары яйлап сәйәси тормошта ҡатнашыу мөмкинлеген юғалта, сөнки XIV быуаттарҙа монархтар прокатолик сәйәсәткә тоғро ҡала. 1437 йылдан һуң, Бобылала крәҫтиәндәр ихтилалын баҫтырыу өсөн венгр дворяндары, сакйҙар һәм сакстарҙан торған «Союз трех наций» ойошторолғас, уларҙың хәле тағы ла насарлана.

Карпат һәм Түбәнге Дунай араһында урта быуаттағы беренсе бойондороҡһоҙ дәүләт — Валахия Басараб I (яҡынса 1310—1352) 1330 йылда Посад эргәһендәге һуғышта еңеү һөҙөмтәһендә Венгрия короленең сюзеренитетын тарҡатыуы арҡаһында барлыҡҡа килә. Молдавияның бойондороҡһоҙлоғона өлгәшеү Богдан I (1359—1365) венгр монахы тәғәйенләгән элекке хакимға ҡаршы ихтилалды етәкләгәс кенә мөмкин була. Ике үҙаллы кенәзлектәрҙең бойондороҡһоҙлоғо етерлек яҡшы тәьмин ителмәй һәм төрлө дәүләттәрҙән вассал бойондороҡлоғо уларҙың дипломатияһының төп аспекты булып тора. Валахия 1417 йылдан, Молдавия 1456 йылдан Ғосман империяһына яһаҡ түләүгә ҡарамаҫтан, уларҙың ике хакимы — Валахияның Ҡарт Мирчаһы (1386—1418) һәм Молдавияның Бөйөк Стефаны (1457—1504) ғосмандарға ҡаршы уңышлы хәрби операциялар үткәрә. Ике кенәзлектең Европаның башҡа өлөштәре менән сауҙаһы XV быуаттың һуңғы тиҫтә йылдарында ғына түбәнәйә башлай. Уға тиклем Изге Рим империяһына, Венецияға, Польшаға тире, иген, бал, балауыҙ һатыу, шулай уҡ ебәк, ҡорал һәм ошо райондарҙан башҡа сәнәғәт тауарҙары импортлау киң тарала. XVI быуат һуңына Ғосман империяһы румын продукцияһын һатыу өсөн төп баҙар былуп тора.

1541 йылда Венгрия короллегенең үҙәк территориялары төрөктәр тарафынан аннексияланғас, Трансильвания күрше илдәр менән бер рәттән Ғосман империяһы сюзеренитеты аҫтында автономия статусын ала. Короллектең ҡолауы шулай уҡ Валахия һәм молдавияны Ғосман империяһына ҡаршы көрәштә төп союзникһыҙ ҡалдыра. 1594 йылда Валахияның Ҡыйыу Михайы Валахский папа Климент VIII инициативаһындағы ғосмандарға ҡаршы көрәш союзына ҡушыла. Ғосмандарҙы еңеү серияларынан һуң, ул поляктар һәм ғосманлылар яҡлы булған кенәздәр хакимлыҡ иткән Трансильвания һәм Молдавияға борола. 1599 йылда ул Трансильванияға, ә 1600 йылда Молдавияға инә. Өс ил союзы дүрт айҙан һуң тарҡалыуға ҡарамаҫтан, ул хәҙер Румынияны тәшкил иткән ерҙәрҙе берләштереүгә ынтылған быуындар өсөн идеал булып тора.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Achim, Viorel. The Roma in Romanian History. — Central European University Press (инг.)баш., 2004. — ISBN 963-9241-84-9.
  • Barta, Gábor. The emergence of the principality and its first crises // History of Transylvania / Köpeczi, Béla; Barta, Gábor; Bóna, István; Makkai, László; Szász, Zoltán; Borus, Judit. — Akadémiai Kiadó (инг.)баш., 1994. — С. 245—293. — ISBN 963-05-6703-2.
  • Boia, Lucian. History and Myth in Romanian Consciousness. — Central European University Press (инг.)баш., 1997. — ISBN 963-9116-96-3.
  • Brezianu, Andrei; Spânu, Vlad. Historical Dictionary of Moldova. — The Scarecrow Press (инг.)баш., 2007. — ISBN 978-0-8108-5607-3.
  • Curta, Florin. Southeastern Europe in the Middle Ages, 500–1250. — Cambridge University Press, 2006. — ISBN 978-0-521-89452-4.
  • Engel, Pál. The Realm of St Stephen: A History of Medieval Hungary, 895–1526. — I.B. Tauris Publishers, 2001. — ISBN 1-86064-061-3.
  • Fine, John V. A. The Late Medieval Balkans: A Critical Survey from the Late Twelfth Century to the Ottoman Conquest. — The University of Michigan Press (инг.)баш., 1994. — ISBN 0-472-08260-4.
  • Georgescu, Vlad. The Romanians: A History. — Ohio State University Press (инг.)баш., 1991. — ISBN 0-8142-0511-9.
  • Kontler, László. Millennium in Central Europe: A History of Hungary. — Atlantisz Publishing House, 1999. — ISBN 963-9165-37-9.
  • Kristó, Gyula. Early Transylvania (895–1324). — Lucidus Kiadó, 2003. — ISBN 963-9465-12-7.
  • Makkai, László. The emergence of the Estates (1172–1526) // History of Transylvania / Köpeczi, Béla; Barta, Gábor; Bóna, István; Makkai, László; Szász, Zoltán; Borus, Judit. — Akadémiai Kiadó (инг.)баш., 1994. — С. 178—244. — ISBN 963-05-6703-2.
  • Pop, Ioan-Aurel. Romanians and Romania: A Brief History. — Boulder, 1999. — ISBN 0-88033-440-1.
  • Pop, Ioan-Aurel. Romanians in the 14th–16th Centuries: From the "Christian Republic" to the "Restoration of Dacia" // History of Romania: Compendium / Pop, Ioan-Aurel; Bolovan, Ioan. — Romanian Cultural Institute (Center for Transylvanian Studies), 2005. — С. 209—314. — ISBN 978-973-7784-12-4.
  • Sălăgean, Tudor. Romanian Society in the Early Middle Ages (9th–14th Centuries AD) // History of Romania: Compendium / Pop, Ioan-Aurel; Bolovan, Ioan. — Romanian Cultural Institute (Center for Transylvanian Studies), 2005. — С. 133—207. — ISBN 978-973-7784-12-4.
  • Sedlar, Jean W. (1994). East Central Europe in the Middle Ages, 1000—1500. University of Washington Press. ISBN 0-295-97290-4.
  • Spinei, Victor (2009). The Romanians and the Turkic Nomads North of the Danube Delta from the Tenth to the Mid-Thirteenth Century. Brill. 978-90-04-17536-5.
  • Treptow, Kurt W.; Popa, Marcel (1996). Historical Dictionary of Romania. Scarecrow Press. ISBN 0-8108-3179-1.
  • Treptow, Kurt W.; Bolovan, Ioan; Constantiniu, Florin; Michelson, Paul E.; Pop, Ioan Aurel; Popa, Cristian; Popa, Marcel; Scurtu, Ioan; Vultur, Marcela; Watts, Larry L. (1997). A History of Romania. The Center for Romanian Studies. ISBN 973-98091-0-3.
  • Vásáry, István (2005). Cumans and Tatars: Oriental Military in the Pre-Ottoman Balkans, 1185—1365. Cambridge University Press. ISBN 0-521-83756-1.