Урта махсус музыка колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Башҡортостан Республикаһының урта профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Урта махсус музыка колледжы»

 (ГБОУ СПО РБ «Урта махсус музыка колледжы»)
ССМК.jpg
Исеме

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы Урта махсус музыка мәктәбе (1972—2004)

Нигеҙләнгән йылы

1972

Тибы

дәүләт

Директоры

Сафин Миңлевалей Карам улы

Уҡытыусылар

100 кеше

Урынлашҡан

Рәсәй Рәсәй

Адрес

450077, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 104-се йорт.

Сайт

ssmk.bash.muzkult.ru

Commons-logo.svg Урта махсус музыка колледжы Викимилектә

Башҡортостан Республикаһының урта профессиональ белем биреү дәүләт бюджет мәғариф учреждениеһы «Урта махсус музыка колледжы» — профессиональ профилле музыка уҡыу йорто, Башҡортостан республикаһының төп[1]урта-махсус музыка уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1972 йылдың 1 сентябрендә Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағанда ошо юғары уҡыу йортона нигеҙ һалыусы композитор Заһир Исмәғилев башланғысы менән ун йыллыҡ мәктәп сифатында асыла[2].

Төрлө йылдарҙа музыка колледжында бик күп күренекле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре эшләй, уларҙың күбеһе донъя һәм Рәсәй консерваторияларында эшләүен дауам итә, шул иҫәптән профессорҙар: М. Х. Швайштейн (А. Шнитке Мәскәү Дәүләт институты); В. Н. Монастырский (Иерусалим консерваторияһы); В. В. Беляков (Гнесиндар исемендәге РАМ); И. Д. Лавров (Венесуэла музыка академияһы); В. Н. Семенов (Воронеж сәнғәт академияһы); А. Мөхәмәтов (Ҡазан консерваторияһы).

1981 йылда колледжға бирелгән төп бина ҡаланың тарихи өлөшөндә боронғо айырым йортта урынлашҡан, ул 1901 йылда төҙөлгән, «тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы» статусына эйә, «сауҙагәр Ногарев йорто» булараҡ билдәле[3].

90-сы йылдар аҙағында Башҡортостан Республикаһы етәкселеге ҡарарына ярашлы колледжға мәктәптең ишек алдында урынлашҡан Собестың элекке бинаһы мәктәп интернаты булараҡ бирелде. 2003 йылда йәш музыканттар өсөн төп Европа Yamaha, Steinway, Реtrоf фирмаларының ҡорамалдары менән йыһазландырылған яңы уҡыу корпусы һәм интернат төҙөлдө[4]. Реконструкциянан һуң интернат һәм колледждың төп бинаһы берҙәм комплексҡа әүрелде.

2004 йылда мәктәп «Урта махсус музыка колледжы» итеп үҙгәртелде.

Хәҙерге статусы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2016 йылда Урта махсус музыка колледжы — республикалағы берҙән-бер һәм Рәсәйҙәге һигеҙ махсус музыка уҡыу йорттарының береһе. Бында балалар беренсе кластан, бер үк ваҡытта музыка һәм дөйөм белем биреү дисциплиналары буйынса уҡып, профессиональ музыка белеме алалар, Рәсәйҙә тиҫтәләп йылдар эсендә тупланған, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең музыкаль элитаһын формалаштырған уникаль мәғариф системаһы.

Хәҙерге ваҡытта колледжда Рәсәй Федерацияһының: ике атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, өс атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, өс атҡаҙанған артисы, бер дөйөм мәғарифтың почётлы хеҙмәткәре, бер мәғариф алдынғыһы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының: бер почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, биш мәғариф алдынғыһы, 17 атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 11 атҡаҙанған артисы, туғыҙ атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, бер халыҡ артисы, ике атҡаҙанған уҡытыусыһы, Заһир Исмағилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының ун профессоры һәм ете доценты, бер академик, бер сәнғәт белеме докторы һәм һигеҙ фән кандидаты белем бирә[5].

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урта махсус музыка колледжы ғәмәлдә булған осорҙа 500-ҙән артыҡ профессиональ музыкант сығарылған[6], улар араһында иң билдәлеләре:

  • Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Әминә Шафиҡова;
  • Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, профессор, ӨДСИ махсус фортепиано кафедраһы мөдире Рөстам Шайхетдинов;
  • Башҡортостан дәүләт опера һәм балет театрының төп дирижеры Артем Макаров;
  • Башҡортостан Республикаһы халыҡ артисы, органсы Владислав Мортазин;
  • Башҡортостан Республикаһы милли симфоник оркестрының төп дирижеры Рөстәм Сөләймәнов;
  • ҡурайсы Роберт Юлдашев;
  • Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Сергей Чипенко:
  • музыка белгесе, тележурналист, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Миләүшә Иҙрисова,
  • Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Илдар Хисаметдинов;
  • Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған артисы, ӨДСИ профессоры Олег Мельников

һәм башҡа Рәсәй Федерацияһының һәм сит илдәрҙең күренекле сәнғәт эшмәкәрҙәре.

Ижади ҡаҙаныштары өсөн йыл һайын 30 мәктәп уҡыусыһы Башҡортостан республикаһы президенты, «Яңы исемдәр» Рәсәй программаһы, Башҡортостан Республикаһы һәм Hәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлыҡтары, В. Спиваков исемендәге Халыҡ-ара мәрхәмәтлек фонды стипендиаттары булалар. Виолончелист Антон Павловский В. Спиваков премияһына, «Урыҫ башҡарыу оҫталығы» фонды стипендияһына һәм Ш. Бабич исемендәге Республика йәштәр премияһына лайыҡ булды.

Билдәле уҡытыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Етәкселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Ханнанов Дамир Сәлих улы (1972—1987);
  • Вәлиева Земфира Хәбир ҡыҙы (1987—1999);
  • Сарбаева Шәүрә Ғәйфей ҡыҙы (1999—2012);
  • Рахманғолов Руслан Сайдан улы (2012—2015);
  • Сафин Миңлевәлий Карам улы (2015 йылдан).

Филиалдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1994 йылда Урал аръяғы төбәгенең һәләтле балалары өсөн Сибай ҡалаһында ӨММК-ның Башланғыс махсус музыка лицей-мәктәп асылды (әлеге ваҡытта — ӨММК-ның Сибай филиалы.

Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығының тәҡдиме нигеҙендә Урта махсус музыка колледжының Сибай филиалы «Рәсәйҙең алдынғы мәҙәниәт учреждениелары — 2013» һәм « Рәсәйҙең алдынғы мәҙәниәт учреждениелары — 2014» Милли Реестрына индерелде[7]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. http://kulturarb.ru/orgs/?ELEMENT_ID=3005%7C Культурный мир Башкортостана
  2. http://ssmk.bash.muzkult.ru/history/%7C История ССМК
  3. http://www.qr-ufa.info/objects/131.html%7C Культурные памятники Уфы
  4. http://www.bashinform.ru/news/624366-ufimskiy-sredniy-spetsialnyy-muzykalnyy-kolledzh-priglashaet-odarennykh-detey-respubliki/%7C ИА «Башинформ»
  5. https://culture.bashkortostan.ru/about/organizations/239215/ | Министерство культуры РБ
  6. http://mgazeta.com/kak-po-notam.html%7C Молодежная газета: «Более пятисот профессиональных музыкантов подготовили в ССМК РБ»
  7. https://culture.bashkortostan.ru/about/organizations/241557/%7C Сведения о подведомственных организациях Министерства культуры РБ

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]