Урта түбә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Урта түбә

Урта түбә (урыҫ. Мысовая) — Уралдағы бик боронғо палеолитик тораҡ. Ҡарабалыҡты күленең көнбайыш ярында, Башҡортостандың Әбйәлил районы Ташбулат ауылынан алыҫ түгел ерҙә, урынлашҡан. Ашель мәҙәниәтенең күп ҡатлы ултырағы була.

Өйрәнеү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959—1961 йылдарҙа Г. Н. Матюшин асҡан һәм тикшереү эштәрен башҡарған. Ул туҡталыу урынын Мысовая тип атаған. Мезолит һәм неолит ҡатламдарын айырып күрһәткән (Ҡарабалыҡты VII). Мысовая II туҡталыу урынында балсыҡтан эшләнгән кәтүккә оҡшаған әйберҙәр, шахмат фигуралары ролен уйнаған конустар табылған[1][2].

1962—1968 йылдарҙа мезолит, неолит һәм унан һуңғы дәүерҙәр мәҙәниәт ҡатламдары ҡаҙылып сығарыла.

1971 йылда археолог О. Н. Бадер 2 метр ҡеүәтлелектә аҫҡы палеолитик ҡатламын тикшергән һәм ашель һәм мустьер мәҙәниәттәренә тартым булған кремний ҡоралдары, нуклеус һәм таптар, оригиналь ҡул сабыу ҡоралдарын йыйып алған[3]. Ул туҡталыу урынын Урта түбә тип исемләгән.

Тасуирлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Биләмәнең майҙаны — 100 м². Туҡталыу урыны туф тоҡомдарынан өйөп һалынған ҙур булмаған ҡалҡыулыҡтан торған морон (мыс).

Ултыраҡтың ҡатламдарына палеолит, мезолит, неолит, энеолит, һуңғы бронза һәм иртә тимер дәүерҙәренең мәҙәни ҡалдыҡтары бар. Ултыраҡта иртә палеолиттың торлаҡ эҙҙәре асыла, торлаҡ ҡая араһындағы тарлауығында урынлаштырылған. Унда чоппер һәм ҡул табылған чоппер һәм ҡул таш балталар табылған. Ашель тибындағы ҡоралдар ҡара-күкһел йәшмәнән эшкәртелгән.

Һуңғараҡ дәүерҙәге табылған ҡоралдар ташбаҡа төрө нуклеустар, мустьер үткер осло һөңгөгә оҡшаған. Улар шымартылмағандар һәм мустьер мәҙәниәтенә ҡарағанда күпкә һуңғы дәүергә ҡарайҙар —яҡынса 200—120 мең йыл элекке осорға.

Урта түбә материалдары Уралға көньяҡтан төньяҡҡа хәрәҡәт итеүсе тәүге күсенеп ултырыусылар неандерталецтар булыуын раҫлай. Неандерталецтарҙың үҙҙәренең мәйеттәре Урта түбәлә табылмаған.

Урта түбә туҡталыу урыны табылдыҡтары һаҡлана:

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бадер О. Н., Матюшин Г. Н. Новый памятник среднего палеолита на Южном Урале //Советская археология, 1973, № 4.
  • Матюшин Г. Н. Мезолитический и неолитический комплексы поселения Мысового на Южном Урале //Советская археология, 1973, № 4.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]