Урыҫ зыяраты (Ницца)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Урыҫ зыяраты
франц. Cimetière russe de Caucade
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1867
Дәүләт Flag of France.svg Франция
Административ-территориаль берәмек Ницца
Беренсе яҙма телгә алыу 1867
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Похороненные на Русском кладбище Кокад (Ницца)[d]
Commons-logo.svg Урыҫ зыяраты Викимилектә

Кокад урыҫ зыяраты (франц.Russe de Caucade Cimetière, Ниццала урыҫ зыяраты, франц.Russe de Cimetière Nice, Николаев зыяраты) — Ниццаның көнбайыш ситендәге урыҫ православие зыяраты, 1867 йылда асылған.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кокад урыҫ зыяраты күренеше
Кокад зыярат территорияһына ингән ерҙә яҙыу

1866 йылда Рәсәй консуллығы һәм Петербург Изге Синодына буйһонған Ниццалағы рус ғибәҙәтханаһы Ницца ситендә Кокад кварталында ер һатып ала. Бында башҡа урында ерләнгән ватандаштарҙың мәйеттәре күсереп ерләнә. Башта урыҫтарҙы ҡала Шато зыяратында, ә ярлыларҙы дөйөм ҡәберҙә ерләгәндәр. 1867 йылда зыярат император Александр II теләге менән асыла һәм Ниццала 1865 йылда вафат булған тәхет вариҫы Николай Александрович иҫтәлегенә «Николаев» тип атала. Хәйер, әлегә тиклем зыярат ҡалҡыулығын Ницца халҡы «Батери рюс» (рус батареяһы) тип атай, боронғо легенда буйынса, йәнәһе был ерҙәр Рәсәй тарафынан ҡәбер ташы өсөн түгел, ә пушкалар урынлаштырыу өсөн һатып алынған. Шуға хас, оҡшаш хәрби нығытмалар, ҡар ишелмәһенә ҡаршы ҡоролмалар ҡалҡыулыҡтар түбәһендә туранан-тура зыярат артында әле лә һаҡлана.

Зыярат үҙәгендә святитель Николай Чудотворец, күк ҡурсалаусыһы тәхет вариҫы Николай Александрович хөрмәтенә сиркәү төҙөлгән. Аҡсаның яртыһын графиня Толстая (ҡыҙ фамилияһы. Хилкова) Ниццала вафат булған Александр Толстой иҫтәлегенә бүлә. Сиркәү өсөн иконостасты 1911 йылда Ниццала бай Вальроз виллаһы хужаһы Павел фон Дервиз иғәнә итә. 1920 йылдарҙа сиркәүҙе киңәйтәләр, ә эстә Ниццала 1921 һәм 1954 йылдар араһында вафат булған рус император армияһының офицерҙары исемлеге менән мәрмәр таҡта ҡуйыла.

Ниццала Изге Николай соборының барлыҡҡа килеү мәленән (1912) алып зыярат уға беркетелә. 2014 йылда Рәсәй дәүләте зыярат менән идара итеүгә үҙ хоҡуҡтарын раҫламай, зыярат Ниццала рус ҡорамы — Изге Николай соборының һәм Николо-Александровский сиркәүенең (Константинополь патриархаты) мәхәллә ҡәберлеге була. 2017 йыл аҙағына тиклем Рәсәй Федерацияһы вәкилдәре зыярат менән идара итеү мәсьәләһе буйынса өс тапҡыр суд тыңлауҙарына килмәй. Зыярат менән Николо-Александрский сиркәүенең мәхәллә старостаһы Алексей Львович Оболенский идара итә.

Зыяратта 3000 ашыу рәсәй подданныйҙары һәм рус эмигранттары ерләнгән.

Кесаҙна, шәмбелә 9 сәғәттән 12.00 тиклем һәм йома, йәкшәмбелә 14 сәғәттән 17-гә тиклем асыҡ.

«Caucade» туҡталышына тиклем № 8, A, V, N4, W автобустары йөрөй.

Адресы: Avenue Sainte- Marguerite, 78

Билдәле исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

См. также: Категория:Похороненные на Русском кладбище Кокад (Ницца)

Генерал Юденичтың ҡәбер ташы
  • Адамович Георгий Викторович (1894—1972) — урыҫ шағиры һәм тәнҡитсеһе
  • Алданов Марк Александрович (1886 -- 1957) -- урыҫ яҙыусыһы
  • Барк Петр Львович (1869—1937) — Рәсәй империяһының һуңғы финанс министры
  • Берхман Георгий Эдуардович (1854—1929) — рәсәй армияһы генералы, Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнашыусы
  • Бехтеев Сергей Сергеевич (1879—1954) — урыҫ шағиры-монархист
  • Бобринский Алексей Александрович (1852—1927) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре
  • Воеводский Степан Аркадьевич (1859—1937) — диңгеҙ министры, Дәүләт Советы ағзаһы
  • Волжин Александр Николаевич (1860—1933) — Изге Синодтың обер-прокуроры
  • Волконский Владимир Михайлович (1868—1953) — урыҫ йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәре, Тамбов Дәүләт думаһы ағзаһы
  • Воронов Сергей Абрамович (1866—1951) — хирург
  • Гартман Борис Егорович (1878—1950) — генерал-майор
  • Голенищев Владимир Семенович (1856—1947) — ғалим-египтолог, Мәскәүҙә Александр III музейына нигеҙ һалыусыларҙың береһе
  • Сербская Елена Петровна (1884—1962) — серб короле Карагеоргиевич Петр I ҡыҙы, император нәҫеленән кенәз Романов Иоанн Константиновичтың ҡатыны
  • Жемчужников Владимир Михайлович (1830-1884) — урыҫ шағиры һәм дәүләт эшмәкәре, Козьма Прутковҡа нигеҙ һалыусыларҙың береһе
  • Книппер-Рабенек, Элла Ивановна (1880—1944) — бейеүсе
  • Кочубей Елизавета Васильевна (1821—1897) — княгиня, бер нисә романс авторы
  • Лазаревский Владимир Александрович (1897—1953) — журналист
  • Малявин Филипп Андреевич (1869—1940) — рәссам
  • Меллер-Закомельский Александр Николаевич (1844—1928) — барон, инфантериянан генералы, Дәүләт Советы ағзаһы
  • Недошивин Александр Михайлович (1868—1943) — православие руханийы, эсперантист
  • Носик Борис Михайлович (1931—2015) — журналист һәм яҙыусы
  • Раевский Александр Николаевич (1795—1868) — полковник
  • Ренник, Андрей Митрофанович (1882—1957) — рус яҙыусыһы
  • Рокасовский Платон Иванович (1800—1869) — барон, Финляндия генерал-губернаторы
  • Романов Ростислав Александрович (1902—1978) — кенәз
  • Романова Марина Петровна (1892—1981) — кенәз ҡыҙы
  • Сабанеев Леонид Леонидович (1881—1968) — музыка белгесе, композитор
  • Сазонов Сергей Дмитриевич (1860—1927) — дәүләт эшмәкәре, Рәсәй империяһының сит ил эштәре министры 1910—1916 йй.
  • Свечин Михаил Андреевич (1876—1969) — генерал, рус-япон һуғышы геройы, Аҡтар хәрәкәтендә ҡатнаша
  • Смирнов Владимир Петрович (1875—1934) — эшҡыуар
  • Сибиряков Александр Михайлович (1849—1933) — Себерҙе тикшереүсе, меценат
  • Стремоухов Петр Петрович (1865—1951) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре
  • Трухачев Сергей Михайлович (1879—1942) — Рус император армияһы офицеры Рус армияһы генералы, походҡа беренсе сығыусы
  • Черячукин Александр Васильевич (1872—1944) — рус армияһы генералы
  • Шервашидзе Александр Константинович (1867—1968) — кенәз, рәссам
  • Щербачев Дмитрий Григорьевич (1857—1932) — Рус император армияһы инфантерияһынан генерал, Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре
  • Юденич Николай Николаевич (1862—1933) — Рус император армияһы инфантерияһынан генерал, Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре
  • Юрьевская Екатерина, княгиня (Долгорукая) (1847—1922) — император Александр II морганатик ҡатыны

Мәрмәр ҡәбер ташында билдәле тарихи фамилилялар — кенәз Гагариндарҙың, Оболенскийҙарҙың, Церетели, Волконскийҙарҙың фамилилялары бар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Лазурный берег // Историко-художественный путеводитель. — Монако, 2000.
  • Карамышев О. М. Захоронения 2001—2012 годов на Русском кладбище Кокад.
  • Грезин И. И. Русское кладбище Кокад в Ницце = Cimetière russe de Caucade à Nice. — М.: Старая Басманная, 2012. — 757 с. — (Российский некрополь; вып. 20). ISBN 978-5-904043-65-0

См. шулай уҡ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Зыярат Сент-Женевьев-де-Буа (Париж)
  • Урыҫ зыяраты «боронғо һарай» (Ментон)
  • Зыярат Гран-Жас (Канны)
  • Онуфриевка зыярат (Прага)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]