Урҙа мәмерйәһе
| Урҙа | |
|---|---|
Урҙа мәмерйәһенә инеү урыны | |
| Төп күрһәткестәр | |
| Тәрәнлеге | 50 м |
| Оҙонлоғо | 4600 м |
| Асылған йылы | 1969 |
| Төрө | карстлы |
| Һыйҙырышлы тоҡомдар | гипс |
| Инеү юлдары һаны | 1 |
| Килеүселәр өсөн | |
| Яҡтыртыу | эйе |
| Урынлашыуы | |
| 57°10′55″ т. к. 56°53′17″ кс. о.HGЯO | |
| Ил | |
| Төбәк | Пермь крайы |
| Район | Урҙа районы |
Урҙа мәмерйәһе — Пермь крайы Урҙа ауылының көньяҡ-көнбайыш ситендә (Рәсәй), Көңгөр йылғаһының һул ярында. Пермь крайының тәбиғәт ҡомартҡыһы[1].
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Пермь йәшендәге гипстарҙа һәм ангидриттарҙа барлыҡҡа килгән. «Ҡоро» һәм һыу аҫты өлөшөнән тора. Әлеге ваҡытта тикшерелгән юлдарҙың оҙонлоғо 4600 метр тәшкил итә. Мәмерйәнең ҡоро ерҙәге өлөшө 300 метрҙы биләй, ә ҡалған өлөшө — һыу аҫтында[2].
Киңлеге 5 м һәм бейеклеге 2 метрлыҡ мәмерйәгә инеү урыны Казовка тауының көньяҡ текә битләүендә карст упҡынында урынлашҡан[2].
Мәмерйә Кристалл тау ҡыуышынан башлана. Уның төньяҡ-көнбайыш өлөшөн Боҙло күл биләй. Киләһе ҡыуыш — Боҙ һарайы, унда һыу аҫты өлөшөнә ингән Төп һәм Йылы күлдәр урынлашҡан[2].
Мәмерйәләрҙең төп галереяларын тәүге асыусылар үҙ ҡалалары хөрмәтенә атаған: Силәбе, Красноярск, Мәскәү һәм Свердловск юлдары[3].
Бөгөнгө көнгә Урҙа мәмерйәһе Рәсәйҙә иң оҙон һыу баҫҡан мәмерйә булып тора. Бынан тыш, мәмерйәнең бер өлөшө БДБ территорияһында иң оҙон (935 метр) сифон булып тора.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйәгә тәүге тапҡыр 1993 йылдың ғинуарында Пермь спелеологы А. Н. Самовольников килә[4]. Һыу аҫты өлөшө топографик төшөрөлә[5].
2002 йылда Пермдәге «Наутилус» дайв-үҙәге һыу аҫтында йөҙөү буйынса донъя чемпионы Андрей Горбунов етәкселегендә мәмерйәне үҙләштерә башлай. Улар инфраструктураны үҫтерә, мәмерйә өҫтөндәге биләмәне, мәмерйәгә инеү урынын һәм Боҙ һарайы ҡыуышындағы Төп күл янындағы майҙансыҡты төҙөкләндерә. Мәмерйәгә ингән урындан 50 метр алыҫлыҡта Рәсәйҙә беренсе дайвер базаһы төҙөлә[6].
2006 йылдың февралендә мәмерйәлә Британияның бөтә донъяға билдәле спелеодайверы Мартин Фарр экспедицияһы була. Уны һыуҙың үтә күренмәлелеге һәм һыу аҫты галереяларының ҙур күләмдәре хайран ҡалдыра, уның һүҙҙәренсә, «Ҙурлығы буйынса Австралияның ҡайһы бер эзбизташлы һыу аҫты мәмерйәләре галереялары менән сағыштырырлыҡ»[7].
2007 йылдың мартында Урҙаа мәмерйәһенә донъялағы иң тәжрибәле һәм абруйлы спелеодайверҙарҙың береһе, АҠШ кинопродюсеры, яҙыусыһы, фотографы Джил Хайнет килә[8].
2012 йылда Рәсәй һыу аҫты фотографы Виктор Лягушкин «Ординская пещера, Познание»[9] фотокитабын сығара, уның өсөн «Һыу аҫты донъяһы» милли премияһына[10] һәм «Алтын дельфин» дайверҙар фестиваленең гран-приһына лайыҡ була[11].
2012 йылдың 17 декабрендә Урҙа мәмерйәһендә Ижевскиҙан 43 йәшлек фридайвер Владимир Федоров тын алмайынса йөҙөү буйынса рекорд ҡуя. Ул 100 метр араны 2 минут эсендә үтә[12][13].
2016 йылдың 28 октябрендә Урҙа ҡасабаһының тыуған яҡты өйрәнеү музейында Урҙа мәмерйәһе тураһында экспозиция асыла[14][15].
Баһалау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәмерйә оҙонлоғо буйынса донъялағы гипс мәмерйәләре араһында 21-се урында тора[16].
Дайвинг
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урҙа мәмерйәһе бөтә донъянан дайверҙарҙы йәлеп итә. Мәмерйәләге һыу үтә күренмәле, температураһы+4 °C[2]. Бәләкәй ҡыҫалалар осрай[2].
Мәмерйә һыу инеү өсөн йыһазландырылған. Галереяларҙа донъяла ҡабул ителгән кейв-дайвинг стандарттарына ярашлы билдәләр ҡуйылған[17].
2009 һәм 2013 йылдарҙа Урҙа мәмерйәһендә дайверҙарҙың һәләк булыуының бер нисә осрағы билдәле[18][19].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Павел Распопов. Памятники природы Пермского края (список). Ураловед. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 20 ғинуар 2021 года.
- 1 2 3 4 5 Наш Урал. Ординская пещера — Наш Урал. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 28 ғинуар 2021 года.
- ↑ Официальный туристический портал Пермского края. Официальный туристический сайт Пермского края. visitperm.ru. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 28 сентябрь 2020 года.
- ↑ Мекка пещерного дайвинга: Ординская пещера — National Geographic Россия. nat-geo.ru. Дата обращения: 1 февраль 2020. Архивировано 4 май 2019 года.
- ↑ Ординская пещера — Блог Дмитрия Солодянкина. oesolod.livejournal.com. Дата обращения: 1 февраль 2020. Архивировано 29 май 2017 года.
- ↑ Лавров И.А., Максимович Е.Г., Максимович Н.Г. Ординская пещера. Длиннейшая подводная пещера России. — Пермь: Книжный мир, 2006. — С. 23—25. — 64 с. — ISBN 5-93824-078-6.
- ↑ Лавров И. А., Максимович Е. Г., Максимович Н. Г. Ординская пещера. Длиннейшая подводная пещера России. — Пермь: Книжный мир, 2006. — С. 4. — 64 с. — ISBN 5-93824-078-6.
- ↑ Лавров И. А., Максимович Е. Г., Максимович Н. Г. Ординская пещера. Длиннейшая подводная пещера России. — Пермь: Книжный мир, 2006. — С. 28. — 64 с. — ISBN 5-93824-078-6.
- ↑ Лягушкин Виктор, Максимович Николай, Лавров Игорь, Ващенко Богдана. Ординская пещера. Познание. — М.: Студия «4+4», 2011. — 160 с. — ISBN 978-5-9902284-2-9.
- ↑ Лауреаты Российской национальной премии «Подводный мир» — 2012 г. (ингл.). IncSeaTech. Дата обращения: 28 апрель 2024. Архивировано 28 апрель 2024 года.
- ↑ Гран-при за Ординскую пещеру // Телекомпания «Рифей – Пермь». — 2012. Архивировано из первоисточника 28 апрель 2024.
- ↑ В Пермском крае дайвер установил рекорд в пещере и готовится к новому. Новости. Первый канал. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 20 ғинуар 2021 года.
- ↑ В пермской подводной пещере дайвер проплыл 100 метров без акваланга. Российская газета. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 30 июль 2013 года.
- ↑ Открытие экспозиции "Ординская подводная пещера" | Мероприятия школы дайвинга в Самаре Scuba-Mafia. Дата обращения: 4 май 2017. Архивировано из оригинала 26 август 2017 года.
- ↑ Ординцы «погрузились» в подводную пещеру и вышли сухими - Поиск - Статьи - Газета «Верный путь» Ординского района. Дата обращения: 4 май 2017. Архивировано из оригинала 30 март 2017 года.
- ↑ Самые длинные пещеры в гипсе. www.caverbob.com. Дата обращения: 1 февраль 2020. Архивировано 4 декабрь 2016 года.
- ↑ Ординская пещера. Пермский край. www.ruf.ru. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 28 июль 2020 года.
- ↑ В Ординской пещере погибла девушка-дайвер. perm.kp.ru - Сайт «Комсомольской правды» (10 февраль 2009). Дата обращения: 14 декабрь 2020.
- ↑ В Пермском крае в подводной пещере погиб дайвер. Российская газета. Дата обращения: 14 декабрь 2020. Архивировано 3 июль 2018 года.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Лавров И. А. Новые пещеры в окрестностях г.Кунгура (рус.). — Пермь: Перм. Ун-т, 1995. — В. 1. — С. 100—102.
- Максимович Г. А. Пещеры гипсового карста (рус.). — Пермь: Перм. Ун-т, 1969. — В. 7(8). — С. 5—29.
- В. Лягушкин, Б. Ващенко, Н. Максимович, И. Лавров, Н. Паньков, А. Шумейко, А. Климчук, Е. Рунков, В. Григорьев, Г. Чернявский. Иллюстрированный сборник статей: «Ординская пещера. Познание» / Виктор Лягушкин. — 1-е изд. — М: Студия «4+4», 2011. — Т. 1. — 160 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-9902284-2-9.
- Г. Чернявский, Б. Ващенко. Ординская пещера. Познание. — М: PHOTOTEAM.PRO, 2017.