Усманов
Уҡыу көйләүҙәре
Усманов — ғәрәп теленән ингән Усман исеменән төҙөлгән фамилия, төрки телле халыҡтарҙа киң таралған. Тәржемәлә ирлек һәм батырлыҡ тигән мәғәнәләрҙе бирә. Боронғо ғәрәп хәлифенең исеме. Тарихи сығанаҡтарҙа Ғосман формаһында ла осрай[1].
- Усманов Ғайса Иҙрис улы (1922—1993) — Дан орденының тулы кавалеры.
- Усманов Ғиндулла Ғариф улы (1875—1956) — шағир‑импровизатор.
- Усманов Искәндәр Йософ улы (1950) — СССР һәм Рәсәй үҫемлектәр физиологы, эколог. Биология фәндәре докторы (1987), профессор (1991).
- Йософ Абдрахман улы Усманов (1903—1993) — ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре.
- Усманов Мәғәфүр Мәхмүт улы (1962) — башҡорт театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1995).
- Усманов Хәмзә Фәтих улы (1923—2009) — ғалим-тарихсы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1998), тарих фәндәре докторы (1978), профессор (1994), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1981). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- Усманов Хәсән Хәжиәхмәт улы (1975) — эстрада йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2006).
- Усманов Әбүбәкер Нурйән улы (1910—1982) — тарихсы-ғалим, фольклорсы, тарих фәндәре кандидаты (1960). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970).
- Усманова Миңһылыу Ғөбәйт ҡыҙы (1950) — башҡорт тел белгесе, педагог-методист, филология фәндәре докторы (2003), профессор. Рәсәй Федерацияһының почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2010).
- Усманова Рафиға Карам ҡыҙы (1954) — журналист, шағир һәм яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2004).
- Усманова Фәриҙә Ғәлимйән ҡыҙы (1918—1983) — медицина хеҙмәте капитаны.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кусимова Т., Бикҡолова С. Башҡорт исемдәре. Өфө, Китап, 2000, 82-се бит
Фамилиялаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән килеп эләкһәгеҙ, бәлки, конкрет шәхес тураһында мәҡәләгә һылтанманы аныҡлаштырырға кәрәктер. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |