Усманов Юнир Барый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Усманов Юнир Барый улы
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 20 сентябрь 1931({{padleft:1931|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:20|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ
Вафат булған көнө 2 август 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Башҡортостан Республикаhы, Стәрлетамаҡ
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы
Файл:Бюст Усманова Ю. Б. (Стерлитамак).jpg
Ю. Б. Усмановтың Жуков исемендәге парктағы бюсы (Стәрлетамаҡ)

Усманов Юнир Барый улы (20 сентябрь 1931 йыл — 2 август 2012 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы, йәмәғәтсе. 1962—1982 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы хәҙерге «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте аппаратсыһы, 1982—1997 йылдарҙа — слесарь‑ремонтлаусы. Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш (1967—1971) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Стәрлетамаҡта беренсе Социалистик Хеҙмәт Геройы[1][2].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юнир Барый улы Усманов 1931 йылдың 20 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуа. 1950—1953, 1957—1959, 1962—1982 йылдарҙа «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 1‑се карбонлау цехында аппаратсы булып эшләй. 1959 йылдан алып һәм 1982—1997 йылдарҙа — слесарь‑ремонтлаусы.

1965 йылда юғары етештереү күрһәткестәренә өлгәшә. СССР Юғары Советы Президиумы указы менән 1966 йылда «Сода» производствоһы берекмәһенең өлкән аппаратсыһы Юнир Барый улы Усмановҡа «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.

1967 йылда Башҡорт АССР-ының етенсе саҡырылыш Юғары Советына депутат итеп һайлана[3].

Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡаланың Пионерҙар урамында йәшәй. 2012 йылдың 2 авгусында 80 йәшендә вафат була. Стәрлетамаҡта ерләнгән.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2010 йылдың 6 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһының маршал Г. К. Жуков исемендәге скверында тыл хеҙмәтсәндәренә арналған мемориаль комплексты асыу тантанаһы ойошторола. Унда Социалистик Хеҙмәт Геройҙарының, шул иҫәптән Ю. Б. Усмановтың да бюсы ҡуйыла[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]