Усохи (Гомель өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Усохи
Дәүләт Flag of Belarus.svg Беларусь
Административ-территориаль берәмек Добруш районы[d]
Халыҡ һаны 93 кеше (2004)
Латинизация белорусского языка (система 2007 года) Usochi

Усохи (бел. Усохі) — Белоруссиялағы Гомель өлкәһе Добруш районы Круговец-Калинин ауыл Советы составындағы ауыл.

Географияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Урынлашыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Добруштан көнсығышҡа ҡарай — 50 километр, Лукьяновка тимер юлынан — 5 км (Тереховка — Круговец тармағында), Гомель ҡалаһынан — 65 километр, Украина сигенән 2 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яҙма сығанаҡтары буйынса, XVIII быуаттан Бөйөк Литва кенәзлегенең Минск воеводлығы Речица поветындағы ауыл булараҡ билдәле. Речь Посполитаяның 1-се бүленешенән һуң (1772 йыл) — Рәсәй империяһы составында. 1776 йылда трактир эшләй, фельдмаршал граф Румянцев-Задунайский биләмәһе, 1834 йылдан алып — фельдмаршал кенәз И. Ф. Паскевич ҡарамағында була. 1897 йылдағы иҫәп алыу буйынса ауылда сиркәү-мәхәллә мәктәбе, икмәк һаҡлау магазины, кибет, трактир була. Гомель өйәҙенең Попов улусына ҡарай.

1926 йылдың 8 декабренән 1927 йылдың 30 декабренә тиклем Гомель округы Тереховск районы (артабан Краснобудск районы) Усохи ауыл Советы үҙәге. 1930 йылда [[колхоз] ойошторола, торф етештереү артеле эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 1941 йылдың авгусында һәм 1943 йылдың сентябрендә немец фашистары 142 йортто үртәйҙәр. Ауыл өсөн ҡаты алыштар бара. 16-сы Чернигов кавалерия дивизияһы яугирҙары әлеге алыштарҙа ҡатнаша[1]. 1969 йылда ауылға Круглый ҡасабаһынан халыҡ күсенеп килә. Ауыл М. В. Фрунзе исемендәге колхоз составына инә (үҙәге — Круговец-Калинин ауылы). Ауылда клуб, китапхана, магазиндар була.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һаны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2004 йылда — 71 хужалыҡ, барыһы 93 кеше йәшәй.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Гарады і вёскі Беларусі: Энцыклапедыя. Т.1, кн.1. Гомельская вобласць/С. В. Марцэлеў; Рэдкалегія: Г. П. Пашкоў (галоўны рэдактар) і інш. — Мн.: БелЭн, 2004. 632с.: іл. Тыраж 4000 экз. ISBN 985-11-0303-9 ISBN 985-11-0302-0

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Белоруссия ҡалалары

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ахмадиев Т. Х. Башкирская гвардейская кавалерийская. — Уфа, 1999

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]