Эстәлеккә күсергә

Утин Василий Ильич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Утин Василий Ильич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 17 декабрь 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})
Тыуған урыны Ивановка, Дәүләкән районы
Вафат булған көнө 10 декабрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (22 йәш)
Вафат булған урыны Дебальцево[d], Горловский район[d], Донецк өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Уҡыу йорто Государственное бюджетное профессиональное образовательное учреждение Кушнаренковский сельскохозяйственный колледж[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө сик буйы ғәскәрҙәре[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]
 Утин Василий Ильич Викимилектә

Утин Василий Ильич (17 декабрь 1918 йыл — 10 декабрь 1941 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир. Совет ғәскәрҙәренең Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға 1940 йылдағы хәрби походында ҡатнашыусы. СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының махсус тәғәйенләштәге сик буйы полкы автоматсыһы, политрук урынбаҫары. Советтар Союзы Геройы (1942, үлгәндән һуң).

Василий Ильич Утин 1918 йылдың 17 декабрендә Дәүләкән районы Ивановка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Урыҫ. 1941 йылдан ВКП (б) кандидаты ағзаһы. Кушнаренко районы Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Башҡорт АССР-ы Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор һәм уҡытыусы булып эшләгән. 1935 йылдан 1936 йылға тиклем Башҡорт АССР-ы Баҡалы район ер бүлегендә статистик, ә 1939 йылдан 1940 йылдың ғинуарына тиклем Баҡалы районы Буғабаш тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусы, ә һуңынан район халыҡ мәғарифы бүлегендә инспектор булып эшләгән.

1940 йылдың 15 ғинуарында армияға саҡырыла һәм СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты ғәскәрҙәренә юнәлтелә

Украина ССР-ының Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты Сик буйы ғәскәрҙәре 2-се сик буйы отрядының 14-се сик буйы заставаһында сик буйы һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. Ҡыҙыл Армияның Бессарабияға һәм Төньяҡ Буковинаға азатлыҡ походында ҡатнаша. 1940 йылдың 28 июнендә полкташтарҙан беренсе булып Днестрҙы аша кисә һәм элекке румын ярына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай.

Һуңынан ул — 3-сө сик буйы комендатураһының ВЛКСМ бюроһы секретары (1941 йылдың 13 апреленән) һәм Молдавия ССР-ының Эске Эштәр Халыҡ Комиссариаты Сик буйы ғәскәрҙәре идаралығының 2-се Калараш сик буйы отряды 3-сө сик буйы заставаһының сәйәси етәксе (политрук) урынбаҫары (1941 йылдың 17 майынан).

Бөйөк Ватан һуғышында 2-се сик буйы отрядында хеҙмәт итә. 1941 йылдың 25 сентябрендә 2-се сик буйы отрядының 3-сө сик буйы комендатураһы составында Көньяҡ фронт ғәскәрҙәр тыл һағы идаралығының СССР Эске Эштәр Халыҡ Комиссариатының махсус тәғәйенләштәге 95-се сик буйы полкын комплектлау өсөн тапшырыла.

1941 йылда Украинаның Донецк өлкәһе Дебальцево ауылы өсөн һуғышта батырлыҡ күрһәтә һәм һәләк була.

Һәләк булған урында Утин Василий Ильич хәрби хөрмәт менән ерләнә. Һуғыштан һуң Украинаның Донецк өлкәһе Шахтер районы Камышатка ауылы үҙәгендә туғандар ҡәберлегенә күсереп ерләнә, унда һуңынан Геройға һәйкәл менән хәрби мемориал төҙөлә.

«Советтар Союзы Геройы» исеменә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 27 мартындағы указы нигеҙендә үлгәндән һуң, Украинаның Донецк өлкәһе Дебальцево ҡалаһы өсөн 1941 йылдың 9-10 декабрендәге һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була:

«1941 йылдың 9 декабренән 10-нә ҡарай төндә разведка төркөмө составына Донецк өлкәһенең Енакиев ҡала Советының Софьино-Раевка ауыл ситенә үтеп инә һәм яңғыҙы һиҙҙермәйенсә, дошман взводы биләгән ҙур ике ҡатлы бинаға яҡынлаша һәм тәҙрәгә граната ырғыта. Тере ҡалған фашистар эске кейемдә паникала ихатаға йүгереп сыға башлағас, „ятҡан“ хәлдә мәргән ҡыҫҡа автомат очереды менән ундан кәм булмаған фашисты юҡ итә».

  • 2021 йылда тыуған ауылы Ивановкала Утин Василий Ильич менән В.М. Бусаргинға бюсттар ҡуйылды[4]
  • Советтар Союзы Геройы политрук урынбаҫары В. И. Утиндың исеме 1960 йылдарҙа Калининград өлкәһенең Багратионовск ҡалаһында дислокацияланған Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ленин орденлы 95-се сик буйы Кёнигсберг отряды заставаһына, (РСФСР Министрҙар советының 1964 йылдың 20 майындағы № 599-72 ҡарары); Багратионовск ҡалаһындағы урамдарҙың береһенә (Багратионовск хеҙмәтсәндәр депутаттарының район советының 1967 йылдың 15 сентябрендәге № 183 ҡарары); тыуған ауылында ул уҡыған һәм эшләп киткән мәктәпкә бирелә.
  • Герой исемен йөрөткән сик буйы заставаһында уға бронза бюст ҡуйылған.
  • Геройҙың бюсы шулай уҡ Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең хәҙерге Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Сик буйы идаралығының ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены 23-сө сик буйы отрядының Озерск уҡыу үҙәге территорияһында ла ҡуйылған.
  • Времени неподвластно. — Уфа, 1978. / стр. 3—43.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1965, кн. 1. / стр. 368—372.
  1. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 49, л. 193—196).
  2. Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682524, д. 11, л. 2).
  3. Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 12 апреля 1942 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1942. — 12 апреля (№ 12 (171)). — С. 1.
  4. газета «Асылыкүль» Пограничники посетили родину героев Советского Союза (недоступная ссылка)