Ушаков күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ушаков күпере
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Большая Невка[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Оҙонлоҡ 205 метр
Киңлек 27 метр
Карта
 Ушаков күпере Викимилектә

Ушаков күпере (1836—1952 йылдарҙа — Строганов күпере, элек — Каменноостровский икенсе күпере) — Оло Невка аша күпер, Санкт-Петербург ҡалаһында урынлашҡан. Оло Невка йылғаһының уң ярына Ташлы утрау менән Диңгеҙ буйы һәм Петроград районындарын тоташтырып тора.

Әлеге ваҡытта шәхси ғаризалар буйынса ғына күпер күтәртелә.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ушаков күпер Каменноостровский проспекты һәм Академик Крылов урамын тоташтырып тора.

Күпер янындаН. Г. Кузнецов исемендәге Хәрби-диңгеҙ академияһы урынлашҡан. Ташлы утрауынан күпер яғына ингән урында Иоанн Предтеча Раштыуаһы сиркәүе урынлашҡан. Шунда уҡ, бинала, тәүҙә күпер вахтаһы булып хеҙмәт иткән «Всецарица» иконаһының бәләкәй ағас сиркәүе тора.

Йылға ағымының юғары өлөшөндә Кантемиров күпере, түбәнге өлөшөндә — 3-се Елагин күпере тора.

Яҡын метрополитен станцияһы — «Ҡара йылға».

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫке исеме — Строганов күпере — алыҫ түгел урынлашҡан Строганов (граф Строгановтың имениеһы) дачаһы исеменән алынған. Күпергә хәҙерге заманда яңы исем адмиралФ. Ф. Ушаков хөрмәтенә бирелгән. 2010 йылдың 10 февралендә Строганов исеме быға тиклем атамаһыҙ йәйәүлеләр күперенә бирелә, ул Строганов паркы территорияһында алып бара.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Беренсе плашкоутлы (понтонлы) күпер Ташлы утрауының көнсығыш осо һәм Яңы Ауыл араһында 1786 йылда барлыҡҡа килә һәм 12 плашкоуттан тора. Реконструкция һөҙөмтәһендә XIX быуат башында улар ун бергә ҡала. Күпер артабан көнбайышҡа, Строганов урамының (хәҙер Академик Крылов урамы) башына, табан күсерелә һәм свайлыға алмаштырыла. Был кисеүҙең буйында ун һигеҙ терәкле аралыҡ бар. Оло Невканың һул ярын янында күпер күтәртмәле ике ҡанатлы, улар ҡул көсө ярҙамында лебедкалар менән күтәртелә. 1847—1853 йылдарҙа бында күп аралыҡлы терәкле ағас ригелле, күтәртмәле күпер булған. 1906—1907 йылдарҙа[1], 1911 йылда һәм 1935 йылдарҙа күпер үҙгәртеп ҡорола, күперҙе һуңғы тапҡыр 1953—1955 йылдарҙа реконструкциялайҙар (инженерҙар В. В. Демченко, Б. Б. Левин, архитекторҙар П. А. Арешев, В. С. Васильковский проекты буйынса үҙгәртеп ҡорғандар). 1999—2000 йылдарҙағы транспорт сиселешен төҙөгән саҡта күперҙең уң яр буйындағы терәктәр аралары күмелгән.

Конструкция[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күперҙең буйында һигеҙ терәкле аралыҡ бар, үҙәк аралығы — күтәртмәле, ике ҡанатлы, аралыҡ төҙөлөшө — тағатып йәйелмәле системаһында эшләнгән, ҡалған аралыҡтары киҫелмәгән кәкере һыҙатлы балкаларҙан тора.

Күпер терәк-таяныстары гранит менән көпләнгән. Күпер ҡоймаларының суйын тотҡалҡалары биҙәкле — якорь, йондоҙ, имән япрағы һәм лавр веногы композицияларынан тора, башҡарыу стиле -«сталин» классицизмы. Ошо уҡ стилдә күпер баштарында торған колонналары ла биҙәлгән, уларҙа XVIII—XIX быуаттарҙың данлыҡлы флот йөрөтөүселәре Нахимов һәм Ушаковтарҙың бихисап барельефтары һүрәтләнгән .

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Войтинский В. С. Петербургский совет безработных, 1906—1907. — New York: Columbia University: Russian Institute, 1969. — С. 251. — 315 с.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тумилович Е. В., Алтунин С. Е. Мосты и набережные Ленинграда. Альбом. — М.: Издательство Министерства Коммунального Хозяйства РСФСР, 1963. — 298 с.
  • Пунин А. Л. Повесть о ленинградских мостах. — Л.: Лениздат, 1971. — 192 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Ленинграда. — 3-е изд., испр. и доп. — Л.: Лениздат, 1985. — С. 474. — 511 с.
  • Бунин М. С. Мосты Ленинграда. Очерки истории и архитектуры мостов Петербурга — Петрограда — Ленинграда. — Л.: Стройиздат, 1986. — 280 с.
  • Новиков Ю. В. Мосты и набережные Ленинграда / Сост. П. П. Степнов. — Л.: Лениздат, 1991. — 320 с.
  • Горбачевич К. С., Хабло Е. П. Почему так названы? О происхождении названий улиц, площадей, островов, рек и мостов Санкт-Петербурга. — 4-е изд., перераб. — СПб.: Норинт, 1996. — С. 337. — 359 с. — ISBN 5-7711-0002-1.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]