Эстәлеккә күсергә

Ушаков һәйкәле (Дондағы Ростов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Ушаков һәйкәле
Файл:РНД-Памятник Ушакову.jpg
Ил Рәсәй
Ҡала Дондағы Ростов
Проект авторы Скульптор А. А. Скнарин
Төҙөлгән ваҡыты 2001 йыл
Бөгөнгө хәле яҡшы

2001

Тышҡы рәсемдәр
Дондағы Ростовта Ушаков һәйкәле

Ушаков һәйкәле — рус флотсыһы, Ҡара диңгеҙ флоты, Урта диңгеҙҙә рус-төрөк эскадраһы командующийы, адмирал Ушаков Федор Федоровичҡа Дондағы Ростовта ҡуйылған һәйкәл. 2001 йылдың 16 сентябрендә асыла. Скульпторы — Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған рәссамы (2004) Анатолий Андреевич Скнарин. Һәйкәлде төҙөү инициаторҙары — Ростов Суворов-Нахимов клубы ағзалары .

Рус адмиралы Ушаков Федор Федорович бөтөн ғүмерен Ҡара диңгеҙҙә рус флотына хеҙмәт итеүгә арнай. Ул диңгеҙ алыштарының оҫтаһы була, рус хәрби-диңгеҙ техникаһына нигеҙ һала, елкәнле флот тактикаһы үҫешенә етди өлөш индерә. Күп эштәрҙә уңыш ҡаҙанған адмирал күренекле хәрби етәксе була.

Үҙ ғүмерендә Ушаков дошман менән алышта бер генә еңелеү ҙә кисермәй, бер генә карапты ла юғалтмай, уның етәкелегендәге бер генә матрос та әсирлеккә эләкмәй.

Ушаковтың хеҙмәт юлы Донда башлана. Бында ул Диңгеҙ кадет корпусын тамамлай. Йәш офицер булып Дон (Азов) флотилияһында адмирал А. Н. Синявин командалығында хеҙмәт итә. Федор Федоровичҡа Азовтың яр буйын, Дондың түбәнге ағышын һәм Азов ҡәлғәһен дошман баҫҡынсылығынан һаҡларға тура килә.

Ул осорҙа Рәсәй флоты етеҙ темптар менән үҫешә һәм даими рәүештә яңы суднолар менән тулыландырыуҙы талап итә. Азов флотилияһына караптар төҙөү өсөн мичман Ушаков ағас оҙатыу менән шөғөлләнә.

1769 йылда Димитрий Ростовский ҡәлғәһендә уға лейтенант дәрәжәһе бирелә. Ф. Ф. Ушаков Донда һәм Азовта 1775 йылдың йәйенә тиклем була. Хәрби хеҙмәте һәм Азов экспедицияһында үткәргән йылдары йәш офицер өсөн хәрби сәнғәт мәктәбе булып тора. Һуңыраҡ полководец: «Бөтөн булмышым менән мин хеҙмәткә бирелгәнмен һәм дәүләткә файҙа килтереүҙән башҡа бер нәмә тураһында ла уйламайым», — ти.

Адмирал Ф. Ф. Ушаков һәйкәле — цилиндрик гранит постаментҡа урынлаштырылған бюст. Постамент бронза венок менән уратылған. Һәйкәл сәскәлек уртаһындағы гранит майҙансыҡ уртаһында тора. Ул түңәрәк гранит шар һәм уларҙы берүбереһе менән тоташтырған металл сынйыр рәүешендәге ҡойма менән кәртәләнгән. Һәйкәлдең һул яғында сылбырлы ҡара якорь ята. Һәйкәлгә ике баҫҡыс илтә. Постаментҡа «Адмирал Ушаков» тип яҙылған.

  • Гурвич С. Гордость русского флота/ С. Гурвич// Молот.- 1974.- 29 июля.
  • Дадашева Д. Будет у адмирала Ушакова свой ростовский постамент!/ Д. Дадашева// Вечерний Ростов.- 2001.- 7 авг.- С. 2.
  • Клавдиев С. Здесь покоится прах адмирала Ушакова/ С. Клавдиев// Наше время.- 2002.- 15 февр.- С. 3.
  • Последний причал адмирала Ушакова – Набережная Дона// Вечерний Ростов.- 2000.- 6 июня.
  • Святой русский флотоводец// Наше время.- 2001.- 21 сент.- С. 3.
  • Что Дону Ушаков? Что Дон Ушакову?// Наше время.- 2001.- 16 нояб.- С. 7.