Эстәлеккә күсергә

Уэмбли

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уэмбли
Файл:Wembley Stadium EE logo.png



4-се категориялы УЕФА стадионы
Ҡалып:Rating UEFA
Урынлашыуы

Лондон, Бөйөк Британия

Төҙөлгән

2003—2007

Асылған

2007

Төҙөлөш хаҡы

£789 млн (2007)

Архитектор

Foster and Partners
Populous

Милексе

Футбол ассоциацияһы

Төҙөүсө

Brookfield Multiplex[d][1]

Һыйҙырылышлығы

90 000

Өйҙәге команда

Англия Англия (2007 йылдан)
Тоттенхэм Хотспур (2017—2019)

Майҙан размеры

105×69 м

Япма

Desso GrassMaster

Сайт

wembleystadium.com

 Уэмбли Викимилектә

«Уэмбли стадионы» (ингл. Wembley Stadium; [ˈwɛmbli ˈsteɪdiəm]), шулай уҡ «Яңы Уэмбли» тип йөрөтөлә (ингл. New Wembley) — Англияның баш ҡалаһы Лондонда урынлашҡан футбол стадионы. 2007 йылда элекке «Уэмбли» стадионы урынында асыла. Иҫке «Уэмбли», шулай уҡ «Эмпайр Стейдиум» (ингл. Empire Stadium) тип тә йөрөтөлә, 2003 йылда һүтелгәнгә тиклем донъяның иң билдәле футбол стадиондарының береһе була[2].

Яңы «Уэмбли» 90 мең тамашасы һыйҙырышлы, ҙурлығы буйынса Европала «Камп Ноу»ҙан һуң икенсе урында тора. Унда Англияның футбол буйынса йыйылма командаһы өй уйындарын үткәрә. Стадиондың хужаһы — инглиз футболының идара итеүсе ойошмаһы, Англия футбол ассоциацияһы.

Яңы стадиондың ҡыйығы йыйылмалы һәм 134 метр бейеклектәге «Уэмбли аркаһы» менән дан тота. Стадионды Австралияның Multiplex компанияһы төҙөй; төҙөлөшкә сығымдар £798 млн тәшкил итә. Иҫке «Уэмбли» 2000 йылдың октябрендә ябыла, ә шул уҡ йылдың декабрендә уны һүтеп, 2003 йылда яңы стадион асыу планлаштырыла. Әммә бер нисә сәбәп арҡаһында проект тотҡарлана һәм иҫке «Уэмбли» 2003 йылдың февраленә тиклем тулыһынса һүтелмәй, яңы «Уэмбли» 2007 йылдың 19 майында асыла, унда Англия футбол кубогы финалы үткәрелә.

2012 йылда стадионда 2012 йылғы йәйге Олимпия уйындарының футбол финалы үтә. Милли йыйылма команда матчтарынан тыш, бында Англия кубогының ярымфиналы һәм финалы, Англия Суперкубогы матчтары, Футбол лигаһы Кубогы финалы һәм Футбол лигаһы трофейы, шулай уҡ Футбол лигаһының плей-офф матчтары үткәрелә. 2011 һәм 2013 йылдарҙа УЕФА чемпиондары лигаһы финалдары ойошторола. Футболдан тыш, стадионда регбилига һәм америка футболы матчтары, шулай уҡ концерттар үткәрелә.

Яңы «Уэмбли» Foster + Partners һәм Populous архитектура компаниялары тарафынан проектлана. Төҙөлөш менән Австралияның Brookfield Multiplex компанияһы шөғөлләнә, ә инвесторҙар булып Sport England, WNSL (Wembley National Stadium Limited), Англия футбол ассоциацияһы, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары һәм спорт департаменты, шулай уҡ Лондон эшҡыуарлыҡты үҫтереү агентлығы сығыш яһай.

«Уэмбли» стадионы тыштан

«Уэмбли» — донъялағы иң ҡиммәтле стадиондарҙың береһе: уны төҙөү өсөн 798 миллион фунт стерлинг тотонола[3][4]. Шулай уҡ стадион ҡыйыҡ аҫтында тамашасы урындары буйынса иң ҙурҙарынан. Яңы «Уэмбли» өсөн проект документацияһын әҙерләүҙә шулай уҡ Nathaniel Lichfield and Partners компанияһы ҡатнашаNathaniel Lichfield and Partners[5].

«Уэмбли» эстән

Шулай уҡ ул атлетика стадионы булараҡ таҡулланыла ала[6].

Төҙөлөштөң тәүге осоро: 2003 йылдың авгусы
Төҙөлөшкә 2007 йылдың ғинуарында күренеш

«Уэмбли» реконструкциялауҙың тәүге планы иҫке стадионды 2000 йылдың Раштыуаһына тиклем һүтеп 2003 йылға яңыһын төҙөүҙе күҙ уңында тота. Әммә финанс һәм юридик ҡатмарлыҡтар арҡаһында эштәрҙе башлау кисектерелә. 2004 йылда Лондон мэры Уэмбли районын яңыртыу һәм тергеҙеү пландары тураһында иғлан итә, улар стадионды һәм уға яҡын территорияларҙы реконструкциялауҙы үҙ эсенә ала, улар ике йәки өс тиҫтә йыл алға иҫәпләнгән.

2006 йылдың 30 мартында төҙөүселәр «Уэмбли» 2007 йылға тиклем әҙер булмаясағы тураһында иғлан итә[7]. Планлаштырылған спорт матчтары һәм концерттар башҡа урындарға күсерелә. 19 октябрҙә стадиондың 2007 йыл башында асыласағы тураһында иғлан ителә, сөнки Англия футбол ассоциацияһы менән «Мультиплекс» араһындағы бөтә ризаһыҙлыҡтар хәл ителә. Стадион төҙөүҙең һуңғы хаҡы (шул иҫәптән транспорт инфраструктураһын реконструкциялау) 1 миллиард фунт стерлинг (яҡынса 1,97 миллиард АҠШ доллары) тәшкил итә.

Яңы стадион 2007 йылдың 9 мартында файҙаланыуға әҙер була һәм Англия футбол ассоциацияһына тапшырыла. Стадиондың рәсми сайтында «Уэмбли» 3 мартта асылағы тураһында хәбәр барлыҡҡа килә, әммә ғәмәлдә был 2 аҙнанан һуң, 17 мартта асыла.

Стадионға ингән ерҙә урынлаштырылған Бобби Мурға һәйкәл

11 майҙа стадионға инеү алдында ҡуйылған Бобби Мур һәйкәлен асыу тантанаһы үтә. Филип Джексон проекты буйынса төҙөлгән бронза һәйкәлде сэр сэр Бобби Чарльтон аса. Бобби Мур — 1966 йылда донъя чемпионатында еңеү яулаған Англия йыйылма командаһының капитаны[8][9][10]. Стадионды рәсми асыу тантанаһы 2007 йылдың 19 майында үтә, ул саҡта стадионда Англия кубогы финалы үтә.

  • Стадиондың периметры 1 км тәшкил итә[11].
  • Стадионда 2618 бәҙрәф бар, был донъялағы башҡа спорт майҙансыҡтарынан күберәк[12].
  • Стадиондың кәсәһе күләме 1 139 100 м³ тәшкил итә, Кардиффтағы «Миллениум» стадионынан бер аҙ бәләкәйерәк, әммә тамашасылар һыйҙырышлылығы ҙурыраҡ.
  • Стадион төҙөлөшөндә бер үк ваҡытта 3500 эшсе эшләй[13].
  • Стадион нигеҙенә 4000 изоляцияланған свай ҡағылған[11], иң тәрәндәре 35 метр тәрәнлектә ята[11].
  • Электр кабелдәре оҙонлоғо — 56 км[11].
  • Стадионды төҙөү өсөн 90 мең м³ бетон һәм 23 мең тонна ҡорос ҡулланылған[11].
  • Стадиондағы эскалаторҙар дөйөм оҙонлоғо 400 м тәшкил итә[11].
  • Уэмбли аркаһының диаметры Ла-Манш тоннеленә ҡарағанда ҙурыраҡ[14].

Яңы футбол майҙаны иҫке стадиондағы майҙансыҡтан 4 метрға (13 фут) түбәнерәк. 105 метр 69 метр ҙурлыҡтағы майҙансыҡ иҫке Уэмблиға ҡарағанда бер аҙ тарыраҡ[15].

«Уэмбли» футбол майҙанына өҫтән күренеш

Яңы «Уэмбли» асылғандан һуң, футбол майҙанындағы газон сифаты күп тапҡырҙар тәнҡитләнә[16][17]. Англия футбол ассоциацияһы футбол яланының япмаһын яҡшырты кәрәклеген таный. Мөһим матчтар алдынан газон бер нисә тапҡыр үҙгәрә[18][19].

2010 йылда Англия суперкубогы матчы алдынан газон алмаштырыла. шул ваҡыттан алып «Уэмбли»ҙа тәбиғи үлән менән синтетик сүстәр берләшмәһе ҡулланыла. «Уэмбли» газонында йәрәхәтләнгән Майкл Оуэн япманың сифаты күпкә яҡшырҙы, тип белдерә[20].

«Уэмбли»ҙа 2007 йылдың 7 июлендә Live Earth концерты
Дата Артист(ар)
9, 10 июнь 2007 Джордж Майкл[21]
16, 17 июнь 2007 Muse[22]
1 июль 2007 Concert for Diana[23]
7 июль 2007 Live Earth[24]
8 июль 2007 Metallica[25]
6, 7 июнь 2008 Foo Fighters
11 сентябрь 2008 Мадонна
26 июнь 2009 AC/DC
1, 3, 4, 5 июль 2009 Take That
9, 11, 12 июль 2009 Oasis
14, 15 август 2009 U2
18, 19 сентябрь 2009 Coldplay
6 июнь 2010 Capital FM’s Summertime Ball
19 июнь 2010 Green Day
10, 11 сентябрь 2010 Muse
30 июнь,
1, 2, 4, 5, 6, 8, 9 июль 2011
Take That
22 июнь 2013 The Killers
30 июнь, 2 һәм 5 июль 2013 Робби Уильямс
6, 7, 8 июнь 2014 One Direction
21 июнь 2014 Майли Сайрус
11, 12 июль 2014 Эминем
июль 2015 Эд Ширан
4 июль 2015 AC/DC
2, 3 июль 2016 Бейонсе
10 сентябрь 2016 Билли Джоэл
28, 29 июнь 2017 Адель[26]
24 июль 2017 Electric Light Orchestra
22, 23 июнь 2018 Тейлор Свифт
1, 2 июнь 2019 BTS[27]

Яңы «Уэмбли» стадионында беренсе уйын Multiplex компанияһы һәм стадион персоналы командалары араһында була; ул тамашасыларһыҙ үтә[28].

Футбол буйынса Англия йыйылма командаһы матчы алдынан

Профессиональ футболсыларҙың беренсе рәсми матчы 2007 йылдың 24 мартында үтә: Англияның йәштәр һәм Италияның йәштәр йыйылма командалары уйнай (иҫәп 3:3)[29].

2007 йылдың 19 майында Англия футбол кубогының беренсе финалы үтә, өҫтәмә ваҡыттан һуң «Челси» «Манчестер Юнайтед»ты 1:0 иҫәбе менән еңә. 2007 йылдың 1 июнендә Англия командаһы яңы «Уэмбли» стадионында Бразилия менән дуҫтарса тәүге уйынын үткәрә.

2011 йылдың 28 майында «Уэмбли»ҙа УЕФА чемпиондары лигаһының 2010—2011 йылдар финалы[30] «Барселона» һәм «Манчестер Юнайтед» араһында үтә.

2013 йылдың майында «Уэмбли»ҙа йәнә УЕФА чемпиондары лигаһының финалы үткәрелә[31]: Германияның ике клубы — «Боруссия Дортмунд» һәм «Бавария» уйнай.

2017—2018 һәм 2018—2019 йылдар миҙгеленең күпселек өлөшөндә «Тоттенхэм» үҙенең бөтә өй уйындарын (лига, милли кубок һәм Европа ярыштары) «Уэмбли»ҙа үткәрә.

Англия йыйылма командаһы матчы ваҡытында «Уэмбли» стадионы панорамаһы
Англия йыйылма командаһы матчы ваҡытында «Уэмбли» стадионы панорамаһы
  1. Multiplex and Mott MacDonald settle Wembley case
  2. Gates' Microsoft Becomes Wembley Stadium Backer (ингл.). Forbes (20 октябрь 2005). Дата обращения: 6 август 2025. Архивировано 13 июнь 2018 года.
  3. Wembley kick-off: Stadium is ready and England play first game in fortnight (ингл.). Daily Mail (9 март 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 1 ноябрь 2016 года.
  4. Belson, Ken New Stadium, a Football Palace, Opens Saturday With Lacrosse (ингл.). The New York Times (8 апрель 2010). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 13 апрель 2010 года.
  5. Projects : National stadium, Wembley (ингл.). Nathaniel Lichfield and Partners. Архивировано из оригинала 14 сентябрь 2007 года.
  6. Wembley Stadium Uses (ингл.). Wembley National Stadium Limited. Архивировано 24 сентябрь 2010 года.
  7. Stadium delay hits Wembley gigs (ингл.). BBC News (31 март 2006). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 21 март 2008 года.
  8. Footballing legend Bobby Moore returns to Wembley (ингл.). Wembley National Stadium. Архивировано 9 март 2008 года.
  9. Footballing legend Bobby Moore takes his place at Wembley (ингл.). Wembley National Stadium. Архивировано 30 июнь 2007 года.
  10. Wembley's Moore statue unveiled (ингл.). BBC News (11 март 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 30 май 2007 года.
  11. 1 2 3 4 5 6 Presspack : Facts and Figures (ингл.). Wembley National Stadium Limited. Архивировано 16 май 2008 года.
  12. Doors finally open at new Wembley (ингл.). BBC News (17 март 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 6 октябрь 2007 года.
  13. 'Steel the key' to extra time (ингл.). BBC News (21 февраль 2006). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 19 март 2008 года.
  14. Wembley Stadium Arch Facts and Figures. WembleyStadium.com. Архивировано 17 февраль 2007 года.
  15. Wembley Stadium, London (ингл.). Designbuild-network.com. Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 1 март 2021 года.
  16. Bilic blasts poor Wembley pitch (ингл.). BBC Sport (21 ноябрь 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 23 апрель 2009 года.
  17. Winter, Henry Croatia end woeful England's Euro 2008 dream (ингл.). The Daily Telegraph (22 ноябрь 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 13 сентябрь 2008 года.
  18. FA to address Wembley pitch issue (ингл.). BBC Sport (20 апрель 2008). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 25 апрель 2013 года.
  19. FA promises action now and later over Wembley's problem pitch (ингл.). The Guardian (20 апрель 2009). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 23 апрель 2009 года.
  20. Owen happy with Wembley (ингл.). Sky Sports (9 август 2010). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано из оригинала 16 июль 2011 года.
  21. Caroline Sullivan. George Michael review at guardian.co.uk. Guardian (10 июнь 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 22 сентябрь 2010 года.
  22. Harley, Kevin. Muse review at, The Independent (18 июнь 2007). 7 август 2025 тикшерелгән.
  23. Davies, Caroline Concert for Diana review at. The Daily Telegraph (1 июль 2007). Дата обращения: 7 август 2025. Архивировано 9 ғинуар 2012 года.
  24. Live Earth review at timesonline.co.uk. Архивировано 16 май 2008 года.
  25. Horner, Dom. Metallica review at, The Independent (11 июль 2007). 7 август 2025 тикшерелгән.
  26. Adele, Wembley Stadium, review:  Superstar bids hometown a long goodbye (ингл.). The Telegraph. Дата обращения: 27 август 2017. Архивировано 25 февраль 2018 года.
  27. Pesce, Nicole Lyn K-Pop band BTS sold out London’s huge Wembley Stadium in just 90 minutes. MarketWatch (1 март 2019). Дата обращения: 9 апрель 2019. Архивировано 2 март 2019 года.
  28. Clench, James They think it's all open! (ингл.). The Sun (2 декабрь 2006). Архивировано 5 июнь 2011 года.
  29. Fletcher, Paul England U21s draw Wembley cracker (ингл.). BBC Sport (24 март 2007). Дата обращения: 8 август 2025. Архивировано 23 август 2007 года.
  30. Shea, Julian FA seeks to avoid Cup final clash (ингл.). BBC News (31 август 2010). Дата обращения: 8 август 2025. Архивировано 22 август 2019 года.
  31. Wembley chosen to host 2013 Champions League final (ингл.). BBC Sport (16 июнь 2011). Дата обращения: 8 август 2025. Архивировано 2 сентябрь 2011 года.

Ҡалып:Сборная Англии по футболу Ҡалып:Олимпийские сооружения 2012 Ҡалып:Стадионы финалов Лиги чемпионов УЕФА Ҡалып:Стадионы финалов чемпионатов Европы по футболу Ҡалып:Чемпионат Европы по футболу 2020