Уэтерфорд ҡунаҡханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уэтерфорд ҡунаҡханаһы
ингл. Weatherford Hotel
Нигеҙләү датаһы 1898
Рәсем
Изображение интерьера
Донъя ҡитғаһы Төньяҡ Америка
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары[1]
Административ-территориаль берәмек Флагстафф (Аризона)
Мираҫ статусы место из Национального реестра исторических мест США[d][2]
Адрес 23 North Leroux Street
Рәсми сайт weatherfordhotel.com
Вид в ночное время
Карта
 Уэтерфорд ҡунаҡханаһы Викимилектә

Уэтерфорд ҡунаҡханаһы (ингл.  Weatherford Hotel) ― АҠШ-тың Аризона штатында Флагстафф ҡалаһы үҙәгендәге тарихи ҡунаҡхана. 1897 йылда Уэтерфорд тарафынан төҙөлгән. Норт-Леру-стрит урамында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флагстаффта башҡа сик ҡалаларҙағы кеүек XIX быуат дауамында йыш ҡына янғындар сыҡҡан. 1897 йылда ҡала властары ҡарар ҡабул итергә мәжбүр була, уға ярашлы, ҡаланың эшлекле райондарында бөтә биналар кирбестән, таштан йәки тимерҙән төҙөлөргә тейеш. 1898 йылда барлыҡҡа килгән яңы биналар араһында Техас штатының Уэтерфорд ҡалаһында тыуған Джон У.Уэтерфорд (1859 –1934) төҙөгән Уэтерфорд ҡунаҡханаһы ла булған. Беренсе ҡатында баштан магазин урынлашҡан, ә икенсе ҡатында Уэтерфорд. ғаиләһе йәшәгән.

1899 йылдың март айында Уэтерфорд ҡунаҡханағы өс ҡатлы кирбес төкәтмә төҙөй башлай, ул 1900 йылдың 1 ғинуарында тантаналы асыла. Күп йылдар дауамында ҡунаҡхана Флагстаффта иң күренеклеһе була. Бында рәссам Томас Моран, нәшерсе Уильям Рэндольф Херст һәм яҙыусы Зейн Грей кеүек күренекле кешеләр туҡтап китә. Грейҙың билдәле «Зов каньона» романы яңыраҡ реставрацияланған ҡунаҡхананың өсөнсө ҡатында яҙылған.

Быялалы терраса өҫкө ҡаттың өлөшөн биләй һәм бейеү кисәләре өсөн ҡулланыла. Өс яҡлы балкон янғын ваҡытында зыян күрә һәм 1929 йылда һүтелә. Ҡунаҡханала төрлө ваҡыттарҙа ресторан, театр, радиостанция һәм бильярд залы урынлашҡан.

1975 йылда ҡунаҡхананы һаҡлап алып ҡалырға тырышып, Генри Тейлор һатып ала. Был ваҡытҡа ҡунаҡхана ҡала үҙәгендәге башҡа биналар кеүек бик ныҡ иҫкерә, Шунан алып Генри һәм уның ҡатыны Памела бинаны даими яңырта. Өсөнсө ҡаттағы бейеү залы йүнәтелә һәм ҡабаттан 1997 йылда асыла, ә веранда реконструкцияһының беренсе этабы 1999 йылдың февралендә тамамлана. .

Ҡунаҡхана 1978 йылда АҠШ-тың тарихи урындарының милли реестрына индерелгән[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]