Уҫы (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Уҫы
татар. Усы
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Аҡтаныш

Ауыл биләмәһе

Уҫы

Координаталар

55°33′54″ с. ш. 53°37′23″ в. д.HGЯO

Халҡы

308 человек (2010)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423739 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 058 320 02 

Код ОКТМО

92 605 432 106

Номер в ГКГН

0188925

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Уҫы (Рәсәй)
Уҫы
Уҫы
Уҫы (Татарстан) (Татарстан)
Уҫы

Уҫы — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районындағы ауыл. Уҫы ауыл биләмәһе составына керә.

География[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Уҫы йылғаһы (Бәжәнә бассейны) буйында, Аҡтаныш ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 40 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҫы — бүләр ырыуы башҡорттарының ауылы. XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Бүләр улусы Мышыға түбәһенә ҡарай, 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Поисево улусы составына керә.

ХХ быуат башында мәсет һәм уның ҡарамағында мәктәп (1858 йылда асылған), 2 һыу тирмәне, тимерлек, бакалея кибете, икмәк магазины теркәлгән[1][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Аҡтаныш районы, 1935 йылдан — Калинин районы, 1959 йылдан — Аҡтаныш районы, 1963 йылдан — Минзәлә районы, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы составына керә[1].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1795 йылда ир енесле 218 башҡорт, 48 типтәр; 1848 йылда — 339 башҡорт, 293 типтәр; 1870 йылда — 756 башҡорт; 1902 йылда — 592 аҫаба башҡорт һәм хәрби званиелы керҙәштәр йәшәй. Керҙәш башҡорттар сығышы менән байлар ырыуынан[2].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
1859187018841897190619131920192619381949195819701979198920022010
73475610331110124913641235866897622545628542364344308

Инфраструктура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхна бар[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 452—456. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.