Эстәлеккә күсергә

Фазлыев Рәбис Тимерхан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фазлыев Рәбис Тимерхан улы
Тыуған көнө

19 апрель 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны

БАССР-ҙың Шаран районы Ерекле ауылы

Вафат көнө

19 апрель 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (75 йәш)

Вафат урыны

Бөгөлмә

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

хирургия

Эшләгән урыны

Әлмәт дәүләт нефть институты

Альма-матер

Өфө нефть институты

Ғилми дәрәжәһе

техник фәндәр докторы

Ғилми исеме

профессор

Ниндәй өлкәлә танылған

тау инженеры

Награда һәм премиялары

Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (1994)

Фазлыев Рәбис Тимерхан улы (19 апрель 1937 йыл19 апрель 2012 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1980). Татарстан Республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1990), Татарстан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994).

Рәбис Тимерхан улы Фазлыев 1937 йылдың 19 апрелендә Башҡорт АССР-ының Шаран районы Ерекле ауылында тыуған.

1959 йылда Өфө нефть институтын тамамлай. Хеҙмәт юлын Бөгөлмә ҡалаһында Татарстан нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект институтында башлай.

1961 йылға тиклем инженер, өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1964—67 йылдарҙа сектор етәксеһе булып эшләй.

1971 йылдан сектор мөдире, 1975 йылдан лаборатория мөдире вазифаһында эшләй.

1986 йылдан башлап нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү бүлеге мөдире, 2003—09 йылдарҙа баш ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

2006 йылдың 5 октябрендә Татарстандың фәнни-тикшеренеү һәм проект институтында (ТатНИПИнефть) «Күп көбәкле горизонталь скважиналарҙа шыйыҡлыҡ ағымы үҙенсәлектәре» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[1].

2010 йылда Әлмәт нефть институтында уҡыта башлай.

1967—1971 йылдарҙа һәм 1981—1986 йылдарҙа Алжирҙа эшләй.

Фазлыев Рәбис Тимерхан улы 2012 йылдың 19 апрелендә Бөгөлмә ҡалаһында вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Уның етәкселегендә майҙанға, сығанаҡҡа һәм һайланған урынға һыу ебәреү системаларын ҡулланып ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү процесын, сеймал сығарыу скважиналарына һыу ебәреү динамикаһын гидродинамик иҫәпләү үткәрелә, күп забойлы горизонталь скважиналарҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеге һәм башҡалар тикшерелә.

150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.