Эстәлеккә күсергә

Туйкин Фазыл Кәрим улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Фазыл Туйкин битенән йүнәлтелде)
Фазыл Кәрим улы Туйкин
Тыуған көнө:

10 июнь 1887({{padleft:1887|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск районы) Зәй-Ҡаратай ауылы

Вафат булған көнө:

15 февраль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (50 йәш)

Вафат булған урыны:

РСФСР, Татар АССР-ы, Ҡазан ҡалаһы

Гражданлығы:

СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир, педагог

Фазыл Кәрим улы Туйкин (тулы исеме — Әхмәтфазыл Әхмәткәрим улы Туйкин; 10 июнь 1887 йыл15 февраль 1938 йыл) — башҡорт сәсәне, драматург, шағир.

Әхмәтфазыл Әхмәткәрим улы Туйкин 1887 йылдың 10 июнендә Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙенең (хәҙерге Татарстан Республикаһының Лениногорск районының) Зәй-Ҡаратай ауылында тыуған. Кәбир Туйкиндың ҡустыһы.

Башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә ала. Унан һуң Ҡазан ҡалаһындағы «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1907—1908 йылдарҙа тыуған ауылында уҡыта.

1911 йылдан Өфөләге «Хәкимиә» мәҙрәсәһендә мөғәллимлек итә. 1914 йылдан төрлө мәктәптәрҙә уҡыта.

Уның әҫәрҙәре беҙҙең көндәргәсә «Фекер», «Шура», «Сәсән» гәзит-журнал биттәрендә һәм 1915 йылда Өфөлә нәшер ителгән «Нардуған» исемле йыйынтығы аша килеп еткән.

Ә. Туйкиндың ғүмере аяныслы тамамлана. 1937 йылдың 1 ғинуар көндө, Ғабдрахман ауылы мәктәбендә уҡытҡанда, милләтселектә ғәйепләнеп ҡулға алына, һәм күп хеҙмәттәре конфискациялана. 1938 йылдың 15 февраль төнө атып үлтерелә. Исеме һәм ижады 1958 йылдың 27 майында аҡлана, һәм мираҫы мәҙәниәтебеҙ тарихына ҡайтарыла.

  • Зәй-Ҡаратай урта мәктәбенә уның исеме бирелгән. Мәктәптә Ф. К. Туйкиндың музей эшләй.
  • Зәй-Ҡаратай ауылының бер урамы уның исемен йөрөтә, ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйылған.
  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 2001. — ISBN 5-295-02743-0



Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.