Фартун Адан
Фартун Адан | |
![]() | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() |
Тыуған көнө | 1969 |
Тыуған урыны | Могадишо[d], Сомали[1] |
Хәләл ефете | Эльман Али Ахмед[d] |
Балалары | Ilwad Elman[d], Almas Elman[d] һәм Iman Elman[d] |
Һөнәр төрө | эшҡыуар, хоҡуҡ яҡлаусы, активист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
![]() |
Адан Фартун (сомал. Fartuun Aadan, ғәр. فارتون آدن; 1969) — Сомали йәмәғәт активисы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фартун Адан Сомалиҙа тыуып үҫкән. Урындағы эшҡыуар һәм тыныслыҡ өсөн хәрәкәт активисы Эльман Әли Әхмәттә кейәүҙә булған[2][3]. Никахынан дүрт ҡыҙы тыуған[4]. 1996 йылда, Сомалиҙа граждандар һуғышы ҡыҙған мәлдә, ире уның йортонан йыраҡ түгел Могадишоның көньяҡ өлөшөндә һәләк була[5]. 1999 йылда Адан Канадаға эмиграцияға китә[6].
2007 йылда ул тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары өсөн көрәшергә Сомалиға ҡайта[7]. 2019 йылдың 20 ноябрендә урындағы властар уның шулай уҡ Сомалиға социаль хеҙмәттәр өсөн ҡайтҡан ҡыҙы Эльман Алмаастың Могадишо аэропортынан алыҫ түгел ерҙә автомобилдә атып үлтерелеүе тураһында хәбәр итә.
Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Фартун Адан Могадиштола ире хөрмәтенә аталған хөкүмәткә ҡарамаған «Эльман исемендәге тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары үҙәгенең» башҡарма директоры вазифаһын биләй[8]. Уның ҡыҙы Ильвад та уның менән бергә был үҙәктә эшләй[9].
Был үҙәк ярҙамы менән Адан «Сомали ҡыҙҙары» үҙәгенең — илдә енси көсләү ҡорбандарына беренсе ярҙам программаһының ойоштороусыларының береһе була[10].
Бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2013 йылда Фартун Адан йыл һайын бирелә торған АҠШ департаменты дәүләт секретарының Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар «Батырлыҡ өсөн» премияһына лайыҡ була[11]. 2014 йылда ул шулай уҡ Германия хөкүмәтенән «Эльман исемендәге тыныслыҡ һәм кеше хоҡуҡтары үҙәгендә» эше өсөн бүләккә лайыҡ була[12].
Фартун Адан 2017 йылда үҙенең ҡыҙы Ильвад менән бергә гуманизм уятыуы өсөн «Аврора» премияһына номинацияланған финалистар исемлегенә индерелә[13].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ https://rightlivelihood.org/the-change-makers/find-a-laureate/fartuun-adan-and-ilwad-elman/
- ↑ Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN.Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ Documento - Somalia: Amnistia Internacional condena el asesinato de un pacifista. Amnesty International.Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ Documento - Somalia: Amnistia Internacional condena el asesinato de un pacifista. Amnesty International.Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ Documento - Somalia: Amnistia Internacional condena el asesinato de un pacifista. Amnesty International.Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN.Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN.Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ 2013 International Women of Courage Award Winners. U.S. Department of State. Дата обращения: 19 апреля 2021. Архивировано 19 декабря 2013.
- ↑ Canadian sisters on front lines of rebuilding Somalia (23 мая 2013). 19 апреля 2021 тикшерелгән.
- ↑ Rape and injustice: The woman breaking Somalia's wall of silence. CNN. Дата обращения: 19 апреля 2021.
- ↑ 2013 International Women of Courage Award Winners. U.S. Department of State.Дата обращения: 19 апреля 2021.Архивировано 19 декабря 2013.
- ↑ SOMALIA: Government Weekly Press Conference on the Progress (6 декабря 2014). 19 апреля 2021 тикшерелгән. 2019 йылдың 4 май көнөндә архивланған.
- ↑ Aurora Prize. 2017 finalists.