Фатима

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Фатима — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ҡатын-ҡыҙ исеме.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фатима — имсәктән айырылған бала тигнәде аңлата; Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ҡыҙының исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина (26 декабрь 1913 йыл — 2 ноябрь 1998 йыл) — башҡорт ғалим-педагогы, совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1936—1944 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары, 1951—1955 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының фән һәм уҡыу йорттары бүлеге мөдире, 1955—1971 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. РСФСР-ҙың 5‑се саҡырылыш Юғары Советының Президиум ағзаһы, Башҡорт АССР-ының 4‑се, 6-сы һәм 7‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Философия фәндәре кандидаты (1950). РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1960), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1968), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1957). Ленин (1960) һәм ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1971) ордены кавалеры.

Фатима Нуретдин ҡыҙы Ғәниева (25 март 1909 йыл — 1989 йыл) — уҡытыусы, СССР-ҙың II саҡырылыш (1946) Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1944), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1939).

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы — Өфө ҡалаһында урынлашҡан дөйөм белем биреү мәктәбе. Мәктәп 1970 йылда Өфө ҡалаһында беренсе башҡорт мәктәбе булараҡ асыла. 1992 йылдың 1 июленән алып гимназия статусын ала. Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1999 йылдың 31 декабрендә ҡабул ителгән 404-се ҡарары буйынса гимназия күренекле педагог һәм дәүләт эшмәкәре Фатима Хәмит ҡыҙы Мостафина исемен йөрөтә.

Фатима (Мөхәммәт Пәйғәмбәр ҡыҙы) — Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡатыны Хәҙисәнән донъяға килгән кесе ҡыҙы. Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙән ҡалып вафат булған берҙән-бер балаһы. Фатиманы мосолмандар тәҡүәлек һәм сабырлыҡ, юғары әхлаҡ өлгөһө итеп ололоҡлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ