Эстәлеккә күсергә

Фатима Пәһләүи

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фатима Пәһләүи
фарс. فاطمه پهلوی
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Иран
Титул шаһбикә[d]
Тыуған көнө 28 октябрь 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Тәһран, Иран
Вафат булған көнө 2 июнь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны Лондон, Бөйөк Британия[2]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе яман шеш
Атаһы Реза шаһ Пехлеви
Әсәһе Эсмет Довлатшахи[d]
Бер туғандары Шәмс Пәһләүи, Әшрәф Пәһләүи, Хамдамсалтане Пехлеви[d], Мөхәммәт Риза Пәхләүи, Әли Реза Пәһләүи I, Әхмәт Реза Пәһләүи, Абдул Реза Пәһләүи һәм Хәмит Реза Пәһләүи
Хәләл ефете Muhammad Amir Khatami[d]
Нәҫеле Пехлеви[d]
Һөнәр төрө эшҡыуар, эшҡыуар
 Фатима Пәһләүи Викимилектә

Фатима Пәһләүи (фарс. فاطمه پهلوی; 30 октябрь 1928 йыл, Тәһран, Фарсыстан2 июнь 1987 йыл, Лондон, Бөйөк Британия) — Ирандың шаһ Пәһләүиҙәр династияһы ағзаһы. Ул Ирандың шаһы Реза Пәһләүи ҡыҙы һәм Ирандың шаһы Мөхәммәт Реза Пәһләүиҙең бер туған һеңлеһе була.

Иртә тормошо һәм белеме

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шаһбикә Фатима Пәһләүи 1928 йылдың 30 октябрендә[3][4] Тәһранда Иран шаһы Реза Пәһләүи һәм уның дүртенсе һәм һуңғы ҡатыны Эсмәт Дәүләтшаһи[5][6]ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Ҡаджарҙар династияһынан[7] һәм 1923 йылда Реза Пәһләүигә кейәүгә сыҡҡан[8]. Ғаиләлә Фатиманан башҡа тағы ла өс улы була: Абдул Реза Пәһләүи, Мәхмүт Реза Пәһләүи һәм Хәмит Реза Пәһләүи[9].

Фатимә ата-әсәһе һәм ағалары менән Тәһрандағы Мәрмәр һарайҙа йәшәй[6]. Ул Тәһрандағы Анушираван Дадгар ҡыҙҙар мәктәбендә уҡый[10].

Шаһбикә Фатима йәш сағында.

Ҡустыһы Мөхәммәт Реза Пәһләүи идара иткән осорҙа Фатима боулинг-клуб майҙансығына эйә була һәм бизнес менән шөғөлләнә, төҙөлөш, үҫемлек майы етештереү һәм машиналар эшләү фирмаларында өлөшө булған[11]. Был осорҙа уның байлығы яҡынса 500 миллион долларға баһалана[12], был икенсе ире Хатами тарафынан хәрби контракттарҙан алынған «комиссиялар» һөҙөмтәһе була[12] . Пәһләүи шулай уҡ Иранда юғары белем биреү эшмәкәрлегендә ҡатнаша[13] .

Фатима Пәһләүи ике тапҡыр кейәүгә сыҡҡан. Тәүге ире Винсент Ли Хилльер (1924—1999) була, гражданлыҡ туйы 1950 йылдың 13 апрелендә Италияның Чивитавеккия ҡалаһында үтә[5]. Хилльер ислам динен ҡабул итә[5][10]. Шул уҡ йылдың 10 майында Париждағы Иран илселегендә лә дини тантана үткәрелә[5][14]. Хилльер Фатиманың ағаһы Абдул Реза Пәһләүи менән дуҫ була[15]. Буласаҡ ирле- ҡатынлылар Иранда Хилльер был илгә килгән осраша[10]. Күрәһең, Ирандың үҙ эсендәге кире ҡараштар арҡаһында[16], никахты шаһ Мөхәммәт Реза тулыһынса хупламай[17]. Ғаиләнең өс балаһы була:

  • Ҡәүвән Пәһләүи-Хилльер (1952 йылдың 12 майында тыуған) өс тапҡыр өйләнгән. Икенсе никахынан бер улы, өсөнсөһөнән тағы ике улы тыуған.
  • Рана Пәһләүи-Хилльер (14 октябрь 1953 йыл — 5 сентябрь 1954 йыл) осраҡлы ҡолау һөҙөмтәһендә бер йылдан кәмерәк йәшәй[18] .
  • Дарий Пәһләүи-Хилльер (1957 йылдың 9 мартында тыуған) 1979 йылдың 30 декабрендә Хали Линн МакКаллум-Матернға (1961 йылда тыуған) өйләнгән, һуңыраҡ улар айырылышҡан. Уларҙың ике улдары була.

1959 йылдың сентябрендә Хилльер һәм Фатима айырылышалар[19][20].

Айырылышҡандан һуң күп тә үтмәй, 1959 йылдың 22 ноябрендә Иран һауа көстәре командующийы Мөхәммәт Әмир Хатамиға кейәүгә сыға[21][20]. Шаһ һәм уның ул саҡтағы килене Фәрәх туй тантанаһында ҡатнаша[20].

Уларҙың өс балаһы була:

  • Ҡәмбиз Хатами (1961 йылдың 12 ноябрендә тыуған) 1987 йылдың 19 апрелендә Нәзәҡ Хашемпурға өйләнгән, уларҙан бер ул тыуа.
  • Пари Хатами (1962 йылда тыуған)[22]
  • Рәмин Хәтәми (4 июнь 1967 йыл)[23]

[10]1979 йылғы Ислам революцияһына тиклем Фатимә илдән китә[24], һуңғы йылдарын Лондонда үткәрә[25].

Шаһ идара иткән осорҙа ул Ҡояш диадемаһын йөрөткән һәм уны йөрөткән тәүге һәм берҙән-бер билдәле кеше була[7].

1987 йылдың 2 июнендә Лондонда 58 йәшендә вафат була[26] [25] .

  • Плеядалар орденының икенсе класлы ҙур йондоҙо[10]
  • Германия Федератив Республикаһы алдында Бөйөк хеҙмәттәре өсөн ордены (1965 йылдың 21 октябре)[10].
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #1259865290 // Gemeinsame Normdatei (нем.) — 2012—2016.
  2. выгрузка данных FreebaseGoogle.
  3. Iranian princess dies at age 58 (2 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  4. Shah of Iran's half-sister dies (2 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  5. 1 2 3 4 Shah of Iran's half-sister dies (2 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  6. 1 2 Diana Childress. Equal Rights Is Our Minimum Demand: The Women's Rights Movement in Iran 2005 (инг.). Twenty-First Century Books (инг.)баш., 2011. — P. 40. ISBN 978-0-7613-7273-8.
  7. 1 2 Iranian Royal Jewels: Princess Fatimeh's Sunburst Tiara. Royal Jewels (8 февраля 2013). Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 20 января 2020 года.
  8. Gholam Reza Afkhami. The Life and Times of the Shah. University of California Press, 2008. — С. 605. ISBN 978-0-520-94216-5.
  9. Reza Shah Pahlavi. Iran Chamber Society. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 30 декабря 2019 года.
  10. 1 2 3 4 5 6 The Pahlavi Dynasty. Royal Ark. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 9 апреля 2019 года.
  11. 105 Iranian firms said controlled by royal family (22 ғинуар 1979). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  12. 1 2 Harris, David Buying Loyalty in Iran // The Long Term View. — 2005. — Т. 6. — № 3. — С. 88—96. PMID 2018-11-26. Архивировано из первоисточника 14 октябрь 2013.
  13. Edgar Burke Inlow. Shahanshah: The Study of Monarchy of Iran. Motilal Banarsidass Publ., 1979. — С. 91. ISBN 978-81-208-2292-4.
  14. Iran. Part II (1950—1955). Iranian Hotline. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 23 июля 2020 года.
  15. Ali Akbar Dareini. The Rise and Fall of the Pahlavi Dynasty: Memoirs of Former General Hussein Fardust. — Motilal Banarsidass Publications, 1999.  123. — 2018—11-26 S. ISBN 978-81-208-1642-8.
  16. (ed.) Gholamali Haddad Adel, Mohammad Jafar Elmi, Hassan Taromi-Rad. Pahlavi Dynasty: An Entry from Encyclopaedia of the World of Islam. — MIU Press, 2012. — С. 144. — ISBN 978-1-908433-01-5.
  17. Half sister of the late Shah (3 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән. 2013 йыл 3 ноябрь архивланған.
  18. Shah of Iran's half-sister dies (2 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.
  19. US aided in ouster of Shah (9 август 1980).
  20. 1 2 3 Shah engaged (23 ноябрь 1960). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.Shah engaged. Toledo Blade. 23 ноября 1960. Архивировано 6 мая 2020. Дата обращения: 26 ноября 2018.
  21. Abbas Milani. Eminent Persians: The Men and Women who Made Modern Iran, 1941-1979: in Two Volumes. Syracuse University Press, 2008. — С. 457. ISBN 978-0-8156-0907-0.
  22. Hadidi, Ebrahim. Field Martial Mohammad Khatami. Institute for Iranian History. Дата обращения: 26 ноября 2018. Архивировано 4 марта 2016 года.
  23. Fatemeh Pahlevi Dies at 58, A Half Sister to Shah of Iran. The New York Times. AP. 3 июня 1987. Архивировано 24 февраля 2019. Дата обращения: 26 ноября 2018.
  24. (ed.) Gholamali Haddad Adel, Mohammad Jafar Elmi, Hassan Taromi-Rad. Pahlavi Dynasty: An Entry from Encyclopaedia of the World of Islam. — MIU Press, 2012. — С. 144. ISBN 978-1-908433-01-5.
  25. 1 2 Fatemeh Pahlevi Dies at 58, A Half Sister to Shah of Iran (3 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.Fatemeh Pahlevi Dies at 58, A Half Sister to Shah of Iran. The New York Times. AP. 3 июня 1987. Архивировано 24 февраля 2019. Дата обращения: 26 ноября 2018.
  26. Princess Fatimeh Pahlavi (2 июнь 1987). 26 ноябрь 2018 тикшерелгән.Princess Fatimeh Pahlavi. Associated Press. London. 2 июня 1987. Архивировано 22 декабря 2017. Дата обращения: 26 ноября 2018.