Эстәлеккә күсергә

Фатма Алийе Топуз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Фатма Алийе Топуз
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Төркиә
Тыуған көнө 9 октябрь 1862({{padleft:1862|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})[2]
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 13 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})[2] (73 йәш)
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Ерләнгән урыны кладбище Ферикёй[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Ахмед Джевдет-паша[d]
Бер туғандары Әминә Семие Онасья һәм Айгюн, Гюзиде Сабри[d]
Һөнәр төрө романист, эссеист, колумнист, яҙыусы, журналист
Эшмәкәрлек төрө эссе[d]
Сәйәси идеология Феминизм
 Фатма Алийе Топуз Викимилектә

Фатма Алийе Топуз (төр. Topuz Fatma Aliye; 9 октябрҙә 1862, Константинополдә, Ғосман империяһы — 13 июлендә 1936, Истанбул, Төркиә) — төрөк яҙыусыһы-романсы, колумнистка, эссеист, тәржемәсе һәм ирҙәр менән тиң хоҡуҡ өсөн көрәшсе. Фатма Алийе Топуз Төркиәлә һәм бөтә Ислам донъяһында беренсе ҡатын-ҡыҙ — романсы тип һанала.

Фатма Константинополдә тыуа һәм билдәле ғосман дәүләт хеҙмәткәре чиновнигы һәм тарихсыһы Әхмәт Йәүҙәт-паша (1822—1895) һәм уның ҡатыны Әдвиә Рабия ханымдың[3] ғаиләһендә икенсе бала була. Ата-әсәһенең тағы ике балаһы: өлкән улы Али Седат һәм һәм кесе ҡыҙы Әминә Сәмиә була.

1866 йылда Фатманың атаһы Мысырҙа вәли итеп тәғәйенләнә, һәм 1868 йылда уның ҡатыны һәм балалары Алеппола йәшәй. 1875 йылда Йәүҙәт пашаны Грецияға ебәргәс, ғаилә ярты йыл дауамында Янинала тора. Ниһайәт, 1878 йылда Фатманың ғаиләһе Дамаск ҡалаһында төпләнә.

Ғосман империяһында ҡыҙҙарҙың дөйөм белем биреү уҡыу йорттарында белем алыу мөмкинлеге булмай. Әммә Фатма, ҡыҙыҡһыныусан һәм белемгә ынтылыусан бала булғанлыҡтан, рәсми булмағанса өйҙә уҡып, белем ала һәм ғәрәп һәм француз телдәрендә[3] һөйләшергә өйрәнә.

1879 йылда, Фатмаға 17 йәш булғанда, атаһы уны Меһмет Фаиҡ Бейгә, Абдул-Хәмит II ғосман солтаны адъютантына һәм Ғази Ғосман-паша туғанының улына, Плевна ҡәлғәһен ҡамау геройына, кейәүгә бирә. Ошо никахта Фатма дүрт ҡыҙға: Хәтижә (1880), Әйшә (1884), Нимәт (1900) һәм Зөбәйдә Исмәт (1901)[3] әсә була.

Фатманың иренең белеме уға ҡарағанда түбәнерәк булған, шуға күрә лә никахының тәүге йылдарында сит телдәрҙә яҙылған романдарҙы уҡыуын тыйып маташҡан[3].

Фатма әҙәбиәт юҫығында беренсе тапҡыр 1889 йылда, Жорж Оньеттың «Ихтыяр» романын француз теленән төрөк теленә тәржемә итә. Китап яңы, «Мәғәнә», исеме менән, алдан иренең ризалығын алып, тәржемәсенең «Леди»[3] (тур. Bir Hanım) псевдонимы аҫтында баҫыла[3]. Роман тәржемәһе төрөк яҙыусыһы Әхмәт Миҙхәт Әфәндене һоҡландыра, һәм ул үҙенең гәзитендә билдәһеҙ ханымдың эшен «Дөрөҫлөк тәржемәсеһе» тип билдәләй.

1894 йылда Фатма Әхмәт Миҙхәт Әфәнденең «Хыял һәм Хәҡиҡәт» романының авторҙашы була. Ул төп героиняның ғәмәлдәрен һүрәтләй, шул уҡ ваҡытта, Әфәнде ир-ат төп герой тураһында яҙа. Романдың авторҙары «Ҡатын-ҡыҙ һәм Әхмәт Миҙхәт» булараҡ күрһәтелә. Романды яҙғандан һуң, ике автор ҙа яҙыу, бер-береһе менән һуңғараҡ баҫылып сыҡҡан оҙайлы хат алыша[4][5][6].

1892 йылда Фатма үҙенең «Файҙалы мәғлүмәт» тигән тәүге романын ысын исеме аҫтында яҙа. Был романда ул ҡатын-ҡыҙ беренсе мөхәббәтен онота алмай тигән фекерҙе кире ҡаға. был Ғосман империяһында ҡатын-ҡыҙ яҙған беренсе роман була. 1908 йылда ул яңынан баҫыла.

1899 йылда баҫылған «Лютняла уйнаусы» романында яҙыусы ҡасандыр Алеппола осратҡан удела уйнаусы ҡатынды һүрәтләй. Роман яҙыу барышында ҡатын үҙе бар ғүмерен һәм тормошҡа ашмаған никахы тураһында һөйләй. Билдәле романсы Решат Нури Гөнтекин «Лютняла уйнаусы» романын үҙендә әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятҡан иң мөһим эштәрҙең береһе, тип атай[7].

Фатма Алийе Топуз романдарында ир менән ҡатын араһындағы гармониялы мөнәсәбәт, мөхәббәт һәм бәйлелек темалары өҫтөнлөк итә. Уның күп кенә әҫәрҙәре героиняларына индивидуализм һәм ир-аттан бойондороҡһоҙлоҡ хас[8].

1893 йылда Әхмәт Миҙхәт Әфәнденең Фатма Алийе хаттарынан төҙөлгән «Ғосман ҡатын-ҡыҙ яҙыусыһының тыуыуы» тигән китабы баҫылып сыҡҡандан һуң, романсының популярлығы яңынан арта.

1914 йылда Фатма атаһын дошмандарының сәйәси һөжүменән яҡлауға йүнәлтелгән «Әхмәт Йәүҙәт-паша һәм уның осоро» тигән яңы китабын сығара. Был китапта ул Ғосман империяһында Икенсе конституция эраһынан һуң ғосман сәйәси яҫылығын һүрәтләй.

Яҙыусы 1936 йылдың 13 июлендә Истанбулда вафат була.

Ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшсе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Консерватив ҡарашлы булыуына ҡарамаҫтан, Фатма гәзиттә йыш ҡына ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары тураһында мәҡәләләрен һәм яҙмаларын баҫтыра. 1896 йылда Фатманың «Ислам ҡатын-ҡыҙы» китабы донъя күрә, унда автор көнбайышҡа ҡарата мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының позицияһын аңлата. Яҙыусы раҫлауынса, был китапта яҙыусы үҙенең романдарында һүрәтләнгән хәҙерге заман персонаждарына хас булмаған консерватив традицияларын һаҡлай[9].

Фатманың һеңлеһе Әминә Сәмийе (1864—1944) төрөк суффражисткаларының тәүгеләренең береһе була.

Хәйриәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Фатма Алийе Топуз портреты төшөрөлгән 50 төрөк лираһы

Фатма Алийе хәйриәтселек менән әүҙем шөғөлләнә. Һуң, Грек-төрөк һуғышынан һуң 1897 йылда ул һалдат ғаиләләренә ярҙам итеү маҡсатында «Ғосман Ҡатын-ҡыҙҙарының Ярҙам Ойошмаһы» хәйриәт йәмғитенә нигеҙ һала булдыра. Был илдә беренсе ҡатын-ҡыҙ ойошмаларының береһе була. 1899 йылда уны солтан Ғәбделхәмит II бүләкләй.

Фатма шулай уҡ Ҡыҙыл ярым ай төрөк хәрәкәтен ойоштороуҙа ҡатнаша. Бынан тыш, ул 1910 йылдарҙа Триполитан һуғышы һәм Балҡан һуғыштарынан һуң нигеҙ һалынған "Милли оборона буйынса Ғосман Ҡатын-ҡыҙ Комитеты"нда ла эшләй..

Фатма Алийе Топуз портреты (1934 йылда фамилиялар тураһында закон индерелгәндән һуң ул Топуз фамилияһы менән йөрөй) 2009 йылда сығарылған[10] 50 төрөк лираһы аҡса банкноттарына төшөрөлгән.

  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #119290847 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Aliye Topuz Fatma // Proleksis enciklopedija, Opća i nacionalna enciklopedija (хорв.) — 2009.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Yunus, Ceyda. Fatma Aliye kime uzak? (Turkish), Milliyet (28 март 2008). 3 май 2009 тикшерелгән.
  4. E-9 Fifty Turkish Lira. TC Merkez Bankası. Дата обращения: 3 май 2009. Архивировано 17 апрель 2009 года. 2009 йыл 17 апрель архивланған.
  5. Fatma Aliye Hanım. Edebiyat Öğretmeni. Дата обращения: 3 май 2009. Архивировано 14 июль 2012 года.
  6. Fatma Aliye Hanım´ın Vefatının 70. Yılı. Türkiye Yazarlar Birliği. Дата обращения: 3 май 2009.(недоступная ссылка)
  7. Zavallı Fatma Aliye Hanım (Turkish), Zaman. 3 май 2009 тикшерелгән. 2009 йыл 12 апрель архивланған.
  8. Barbarosoğlu, Fatma K.. TURKISH PIONEER 'Fatma Aliye Hanım' The first generation of Turkish female writers-2, Today's Zaman (31 октябрь 2008). 3 май 2009 тикшерелгән. 2008 йыл 17 ноябрь архивланған.
  9. Barbarosoğlu, Fatma K.. TURKISH PIONEER 'Fatma Aliye Hanım' A book without a table of contents-1, Today's Zaman (30 октябрь 2008). 3 май 2009 тикшерелгән. 2019 йыл 22 ғинуар архивланған.
  10. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].