Фекерләшеү:Богданович Максим Адамович

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Башҡортса Адам — Әҙәм була. Был тәржемә борондан ҡулланыла. --Рөстәм Нурыев 17:35, 19 Февраль (Шаҡай) 2010 (UTC)

Минеңсә, Богданович, Максим Адамович тип яҙырға кәрәк. Һүҙ славян кешеһе тураһында бара. Саган 12:44, 20 Февраль (Шаҡай) 2010 (UTC)

Laŭ mi ne, ĉar tio estas tro nebaŝkirece :) Pro kio skribi ruse se estas "traduk"ebla? --Ихтирам менән, Вячеслав (hүҙҙәрем, эштәрем) 13:59, 20 Февраль (Шаҡай) 2010 (UTC)

Нығыраҡ таралған Адам Смит миҫалына күҙ һалғанда, ул бер ҡасан да Әҙәм Смит тип тәржемә ителмәй, исемдең тамыры шул уҡ булһа ла. Башҡа төрки википедияларҙа ла , мәҫәлән, төрөк, азербайжан википедияһында Адам Смит тиелгән, әммә төрөк, азербайжан википедияһында Әҙәмдең яҙылышы башҡаса. Саган хаҡлылыр, минеңсә. Assele 12:45, 20 Ғинуар (Һыуығай) 2011 (UTC)

  • «Адам» һүҙенең башҡортсаға «Әҙәм» булып тәржемә ителеүе һәм борондан ҡулланылыуы башҡа телдәрҙәге кеше исемдәренә ҡағылмай. Был юл менән бара башлаһаҡ, «Богдан»ды «Бағҙан» тип (бындай миҫалдар бик күп) яҙа башларға тура киләсәк. Телдең йәшәү барышында ныҡлы традицияға инеп, көндәлек ҡулланылышта булған тәржемәләрҙе алырға кәрәк, әгәр былай эшләмәһәк, Башҡорт Википедияһының дөйөм тел ҡағиҙәләренә тура килмәгән айырым теле барлыҡҡа киләсәк. --Айсар (әңгәмә) 18:04, 20 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]
  • Адам һүҙе билдәле бер контекста ғына Әҙәм тип тәржемә ителә, мәҫәлән Һауа менән Әҙәм. Бындай тәржемә айырым кеше исемдәренә ҡағылмай--Мухамадеева (әңгәмә) 19:21, 20 ғинуар 2017 (UTC)[яуап бирергә]