Фекерләшеү:Иҫәп-хисап буйынса никах

Башҡа телдәрҙә был бит юҡ
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
  • Мәҡәләнең исеме мәғәнәүи яҡтан текст йөкмәткеһенә бигүк тура килмәй. Беренсенән: телдә «уңайлы» тигән һүҙ ҡулланыла, әммә «уңайлылыҡ» тигәне юҡ, ул - яһалма. Икенсенән: тәржемәгә килгәндә, урыҫсалағы «Брак по расчёту» тигән һүҙбәйләнештең мәғәнәһен башҡортсалағы «иҫәпкә ҡоролған никах» тигәне тулыһынса бирә. Шуға ла мәҡәләнең атамаһын әлегә икенсел итеп (йәйә эсендә) алынған «Иҫәпкә ҡоролған никах» тигәнгә үҙгәртергә тәҡдим итәм. --Айсар (әңгәмә) 16:30, 9 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • «Брак по расчёту» — «Уңайлылыҡ никахы» машина тәржемәһе шулай бирә. Бындай «тәржемәселәр» күпмелер дәрәжәлә ярҙам итә, ләкин 100 % башҡорт теленең һөйләм төҙөлөшөнә, стилистикаһына тура килтереп тәржемә бирмәй. Мәҡәләне «Иҫәп-хисапҡа ҡоролған никах» тип үҙгәртергә тәҡдим итәм --Баныу (әңгәмә) 19:30, 10 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
    @Баныу Microsoft - Уңайлылыҡ никахы тип тәржемә итә
    BashkortSoft - иҫәп буйынса никах.
    Facebook - иҫәпкә ҡоролған никах.
    Glosbe - иҫәп-хисапкҡа ҡоролған никах тигән миҫал бар.
    Яндекс.Переводчик - никах-се буйынса иҫәп-хисап ( тәржемәһе насар, аңлауымса иҫәп-хисап буйынса никах). MR973 (әңгәмә) 18:43, 10 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
✔ Эшләнде--ZUFAr (әңгәмә) 00:47, 11 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Иҫәп-хисап - ул бухгалтерия эшендә ҡулланылған термин, шуға хисап тигәнде кәрәкмәй, тип уйлайым. Телмәрҙә "иҫәпкә ҡоролған никах", "иҫәп буйынса өйләнештеләр" тиҙәр. Исемен "Иҫәпкә ҡоролған никах" тип алһаҡ, дөрөҫ була. Бында "расчет - файҙалы, йәғни яҡтарҙың береһе йәки икеһе өсөн дә файҙалы" тигән мәғәнә аңлата. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 02:15, 11 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Юҡ шул, был никах тап шул бухгалтерия-аҡса мөнәсәбәттәре буйынса ҡоролған. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә лә, әҙәби әҫәрҙәрҙә лә «иҫәп-хисапҡа ҡоролған никах», «иҫәп-хисапҡа ҡоролған мөнәсәбәттәр» һүҙбәйләнеше ҡулланыла, йәнле һөйләштә «аҡсаһы», «байлығы» өсөн өйләнде йәки кейәүгә сыҡты тиҙәр. Миҫал өсөн [1] --Баныу (әңгәмә) 10:00, 11 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]
  • Иҫәп буйынса - ул аҡса йәки байлыҡ ҡына түгел бит. Мәҫәлән, йәше үтеп барған кешеләр, иҫәп буйынса өйләнешеүе мөмкин, яңғыҙ ҡалмай өсөн. Ҡыҙҙар бала табыу өсөн генә кейәүгә сығырға мөмкин. Йәиһә ниндәйҙер эшкә урынлашыу өсөн ғаиләһе булыу мотлаҡ һ.б.--З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 09:15, 11 август 2022 (UTC)[яуап бирергә]